Ғәскәровсылар Сочиға йыйына18.01.2014
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Сочиға сәфәргә әҙерләнә. Улар 11 — 15 февралдә Башҡортостандың сәнғәте менән таныштырасаҡ. Сараға бөтә Рәсәйҙән 100-гә яҡын ижади коллективтың килеүе көтөлә.


Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, данлыҡлы коллектив Олимпиаданың төп дүрт майҙансығында 45 минутлыҡ программа менән сығыш яһай. Артистар ансамблдең алтын фондына ингән башҡорт бейеүҙәрен башҡарасаҡ.


Вернуться назад