Ҡар бөртөктәре16.01.2014
нәҫер

Ҡар яуа, ап-аҡ күбәләктәр менән урам тулған. Мин был күренеште тәҙрә аша күҙәтәм, ҡар яҡтыһы күңелем донъяһына сихри йәм булып инә. Ошо мәлдә тормош тураһында уйлайым, уйҙарым тәрән, океан тәрәнлеге бар уларҙа, улай ғына түгел, тәрәнлектең сиге юҡ кеүек ҡайһы мәл. Хәйер, тормош-йәшәйеш тураһында уйланмаған сағым юҡ та, буғай, бигерәк тә ҡар яуғанда уйҙарымда аҡ төҫ менән ҡара төҫ яғалаша, аҡлыҡ, сафлыҡ, паклыҡ еңһен ине лә бит!.. Ҡар яуа, ер ҙә, күк тә тотош аҡтан, талғын ғына ел тулҡынында йөҙгән ҡар ынйылары күҙҙәремде иркәләй, мин улар менән һөйләшәм:
– Ап-аҡ ҡар бөртөктәре, һеҙ бит ул, һеҙ, наҙға тулып килер яҙҙың умырзаялары, һеҙҙең яҡты төҫөгөҙҙә беренсе хистәрҙең, беренсе һөйөүҙең сафлығы бар. Ҡар бөртөктәре, ҡайғы-хәсрәттән башҡынаһын эйгәндәргә килер шатлыҡ-ҡыуанысмы, түшәктә ауырып ятҡандарҙың йәшәүгә булған өмөт сатҡыһымы, яңғыҙҙарҙың туңған йәнен йылытыр матур хыялмы һеҙ? Һеҙ, моғайын, гүзәл йәшлегенә, сафлығына тамсы ла тап төшөрмәгән сәскәләй ҡыҙ баланың кейәсәк туй күлдәгелер. Ҡар бөртөктәре, мин һеҙҙе яңы ғына донъяға тыуған сабыйҙар итеп тә күрәм, һеҙҙең аҡлыҡты уларҙың яҙмышына юрайым, тик тормошта бөтә балаларҙың да бәхетле булмауы һиҙелә, етемдәр арта бара бит... Ошо бәхетһеҙлекте юйыр йәм, көс бар кеүек һеҙҙең аҡлыҡта, эх, шулай булһын ине!
Ҡар бөртөктәре, һеҙгә ҡарап баҫыу-ҡырҙарҙа тирбәлгән алтын башаҡтар шауын ишетәм мин. Яуығыҙ, ҡарҙар, яуығыҙ! Ҡар күп яуһа, иген уңа, тормошта бәхет арта. Күк йөҙөндә ҡанат елпегән тыныслыҡ күгәрсендәреләй күрәм һеҙҙе, ҡар бөртөктәре!


Вернуться назад