"Тыуған ерем! Ниндәй гүзәлһең һин! Тулҡынып аҡҡан йылғаларың, сылтыр шишмәләрең, йырып сыҡҡыһыҙ ҡарағай урмандарың, икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы далаларың, мең төрлө сәскә еҫе аңҡытҡан болондарың, болоттарға ашҡан тауҙарың, урман-ҡыр тулы йәнлектәрең, өҙҙөрөп һайрар ҡоштарың — былар барыһы ла минең тыуған илемдә! Шуныһы ҡыуаныслы: быларҙың барыһы ла китабыма ингән әҫәрҙәремдә сағылыш таба", — ти яҙыусы Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән повестар йыйынтығы "Бөтәбеҙгә бер Ер шары" тип атала. Бар кешелекте борсоған экология темаһы Лира апайҙың ижадында төп урындарҙың береһен биләй. Уның китабына ингән "Бөтәбеҙгә бер Ер шары", "Вәрәҙекүл аҡсарлағы", "Зиләйлүк", "Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш", "Ырыҫлытау ыласыны", "Бәхетең үҙең менән" повестары ла тәбиғәтте һаҡлау, уға мөхәббәт тәрбиәләү рухы менән һуғарылған.
Ер асыуы бик яман, язаһы ҡаты. Ер асыуланһа, зилзилә, мәхшәр ҡубыр, ерҙе донъя һыуы баҫыр, вулкандар атылыр, ер тетрәр, ҡоролоҡ килер. Аллаһ биргән йортобоҙҙо яратып, ҡәҙерләп тотһаҡ, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡараһаҡ, халҡыбыҙҙан әҙәп, тәүфиҡ, иман китмәһә, туған телебеҙҙә һөйләшһәк, бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ, үҙе бар иткән балаларынан ҡәнәғәт Ер-әсәбеҙ үҙ юлынан күсәре тирәләй тыныс ҡына әйләнер.