Ҡыҙыл байраҡ аҫтында11.01.2012
— Һин, Әүхәт, аҙаҡҡыңды ла уйла, йәме! — тине Сәғитов, бер аҙ уйланып торғас, — эшһеҙ ҡалыуың бар...
— Эшһеҙ? Атаҡ, ал эшеңде үҙеңә. Мин көсләп көтөүгә эйәреп йөрөйөмдөр шул... Ал, әйҙә, бөгөндән үҙең сыҡ!.. Кәпийкә өсөн йөрөйөм шунда. Бармайым бульше!.. — Әүхәт ҡыҙҙы ла китте.
— Туҡта, енләнмәй тор, Әүхәт! Мин бит былай ғына әйтәм... — Сәғитов артығыраҡ ысҡындырғанын аңланы. Ысынлап та, сыбыртҡы менән ҡыуһаң да Әүхәт менән Әхиәрҙән башҡа этем дә сыҡмаясаҡ колхоз малын көтөргә. Бер уйлаһаң, әлдә Әүхәт бар! Ғүмер буйы мал ҡараһа ла, үҙе мандый алманы инде ул, бахыр. Былтыр, эш хаҡы урынына бер үләкһә быҙау биреп ҡотолғайнылар. Уныһы ла мал була алмаған шикелле.
— Аһ, Әүхәт, ҡунаҡтарҙы нишләп урамда тотаһың ул?! — Өйҙән көтөүсенең бисәһе килеп сыҡты. — Бәрәкәт, әйҙә, үтегеҙ! Самауырым шыжлап ҡына ултыра.
— Сәйләп ултырырға ваҡыт юҡ, Тәнзилә, — тип ҡул һелтәне Сәғитов. — Бына, иреңде әйтәм, бер ҙә баш бирмәй бит әле. Йүнһеҙ ат шикелле сығынлап тик тора. Флагыңды алып ҡуй, тип тораһың, ыжлап та бирмәй...
— Эй, алла!.. Ул флагы менән башымды ҡатырҙы бустыйға. Менмә өй башына, ҡыйыҡ ишелеп төшөр, тим, ул бар тип белде, ти. И-и, уны!.. Бер ҡыҙышһа, алдынан алырмын тимә. Үҙһүҙле бәндә инде ул. Көтөүгә баш булып өйрәнгән...
— Киләләр! — тип ҡысҡырып ебәрҙе баянан бирле шым ғына быларҙы күҙәтеп торған шофер.
Ауылға ингән юлда күтәрелгән саңды күреп, төкөрөп ҡуйҙы партком:
— Тфү! Ну, һине... — Көтөүсегә уҫал ҡарашын сәнсеп алды ла, ҡул һелтәп, машинаһына ашыҡты. Ишек тотҡаһына үрелеү менән тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: инәңдең башы, туп-тура бында киләләр!..
— Ух, эт икәнһең, Әүхәт! — тине партком, ни эшләргә белмәй алан-йолан ҡаранып. — Харап иттең, былай булғас!..
Аҡ “Волга”, ысынлап та, Әүхәттең ҡапҡаһы алдына килеп туҡтаны. Бер аҙҙан уның эсенән ҡара күҙлекле, еңелсә бөхтә итеп кейенгән өс кеше сыҡты. Шунда ауыҙ асып торған Сәғитов, иҫенә килеп, ҡунаҡтарға табан ашыҡты:
— Беҙ һеҙҙе бында түгел, ана, тегендә көтә инек, — тип урамдың икенсе осона ишараланы ул. Ауылдың иң хәлле кешеһе Ғәлиулла менән алдан һөйләшеп, уның былай ҙа бөхтә өй тирәһен рәткә килтертеп, кәртә буйындағы кесерткәненә тиклем йолҡтороп ҡуйғайны Сәғитов. Хатта өс-дүрт сирек бал-ҡымыҙын да йүнләне.
Тегеләр уның һүҙен әллә ишетте, әллә юҡ, өй башында елберҙәгән байраҡҡа ҡарап торҙолар ҙа ихатаға табан атланылар. Әүхәт ҡапҡаһын шар асып ебәрҙе:
— Әйҙүк, ҡунаҡтар, әйҙүк! — тип һөйләнә-һөйләнә һәр береһе менән ҡуш ҡуллап күрешеп сыҡты. — Әүхәт тиҙәр мине. Авхат!..
— Авкат. Корошо... Май нейм — Стив, — тине ҡунаҡтарҙың йыуанырағы, күкрәгенә бармаҡ төртөп.
— Эстиф?!. Яҡшы!.. Хорошо!.. Әйҙә, Эстиф, әйҙә!
— Бернард, — тип таныштырҙы үҙен ҡаҡса ҡунаҡ.
Өсөнсөһө, йәшерәге:
— Антон. Антон Васильевич, — тип ҡул һуҙғас, Әүхәт бер аҙға аптырабыраҡ торҙо:
— Антун?!.
— Переводчик я, — тине тегеһе.
Сәғитовтың асыуы ҡабарҙы Әүхәткә. Нисек ҡылана, ә?! Ғүмер буйы ошо ҡунаҡтарҙы көтөп ятҡан, тиерһең. Былары ла инде, күрәләтә хәйерсе донъяһына атлығып торалар.
— Бисәкәй!.. — Әүхәттең ҡысҡырыуы уйҙарын бүлде парткомдың. Уныһы өйрәтелгән эт шикелле ялпылдап килеп тә сыҡты.
— Әү, бабай?!
— Өҫтәлде урамға ҡуяйыҡ, өйгә һыймаҫбыҙ, — тине Әүхәт, устарын ыуып.
Сит ил ҡунаҡтары ихатала ары-бире йөрөп, ат арбаһы, сбруй, кәртәлә элеүле торған көйәнтә кеүек нәмәләрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараштырғансы, Әүхәт менән Тәнзилә өҫтәл әҙерләп тә ҡуйҙы. Табынға өндәшкәс, тартынып торманы ҡунаҡтар. Үҙ телдәрендә һөйләнә-һөйләнә көршәк тулы бәрәңгегә йомолдолар, ҡалаҡлап ҡаймаҡ һуҡтылар, арыш икмәген умырып ҡаптылар. Партком, әҙәп һаҡлап, семтенеп ултырҙы.
— Бисәкәй, теге нәмәңде лә сығар әле, — тигәс Әүхәт, Тәнзилә өҫтәлгә сирек килтереп ҡуйҙы. Стакандарға тултырғансы бал ҡойоп:
— Йәгеҙ, һеҙҙең һаулыҡҡа! — тип сәкәштереп, тын да алмай стаканды төпләне көтөүсе. Тегеләр башта был сәйер эсемлеккә ирендәрен тейгеҙеп кенә алды, аҙаҡ, Әүхәттән күрмәксе, түңкәреп ҡуйҙылар. Уларҙың, был нимә булды һуң әле, тигәндәй һораулы ҡарашын күреп, Әүхәт төшөндөрөп бирҙе:
— Бисәкәйҙең производствоһы. Шәп ҡоя ул балды. Ауылда юҡ уның һымаҡ ҡойған кеше!
Ысынлап та, бик зәһәр ине бал! Бер-ике стакандан һуң йөҙҙәре алланып киткән ҡунаҡтарҙың теле асылды. Стив хатта Әүхәт янына күсеп ултырып, уның иңенә ҡулын һалды:
— Корошо чиловек Авкат! — тине ул хисләнеп. — Очен корошо!
— Хорошо Эстиф! Хорошо! — тине Әүхәт тә, уның яурынынан ҡағып. Күңеле бейей башлаған көтөүсе түҙмәне, тиҙ генә өйөнә инеп, гармунын күтәреп сыҡты ла өҙҙөрөп уйнап та ебәрҙе. Ҡунаҡтар был тиклемен көтмәгәйне, башта ауыҙҙарын асып, күңел елкендергес көйгә илереп торҙолар. Хатта бер грамм йотмаған Сәғитов та Әүхәттең был ҡылығына аптырабыраҡ ҡалды. Һай, ҡалай өҙҙөрә был! Әүхәт гармун уйнай, тигәнде берәйһенән ишетһә, мәңге ышанмаҫ ине, биллаһи!
— Бына, һин беләһеңме, Эстиф? Мин бит ғүмер буйы калхуз фермаһынан ҡайта белмәйем, — тине Әүхәт, гармунын ситкә ҡуйып.
— Фирма?!. Корошо — фирма!.. — тип баш бармағын күрһәтте Стив.
— Вот! Шунда ғүмер үтә. Кеше менән һөйләшеп ултырғы ла килә. Ултырайыҡ әле, Эстиф! — Әүхәт, ҡунаҡтар менән сәкәштереп, тағы стаканын төпләне. Стив ҡулдарын болғай-болғай, ярһып нимәлер һөйләне. Уның һүҙҙәрен Антон тәржемә итергә теләп ауыҙ асҡайны, ҡул һелтәп, тыйып ҡуйҙы көтөүсе:
— Ҡуй, Антун, не мешай ололар һөйләшкәндә!
Мәжлес төшкә тиклем һуҙылды. Сабырлығы һынды парткомдың, китергә ваҡыт икәнен аңлатып, ҡунаҡтарҙы ҡыҫтай башланы, ауыл артында ғына түбәһен болоттарға терәп ултырған ҡаяға төртөп күрһәтте. Ошо ҡаяны күрергә тип килгәйне бит улар.
Хушлашҡанда Стив Әүхәтте ҡосаҡлап алды, оҙаҡ йылдар күрмәй торған яҡын дуҫын тапҡандай ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап һөйләнде.
— Ҡунаҡҡа саҡыра. Америкаға, — тип аңлатты тәржемәсе.
— Ҡунаҡҡа?! Барам. Әбизәтелне барам, Эстиф. Бына, малдарҙы ғына бер сама итеп алһаҡ... Мал күп бит минең. Ана йөрөйҙәр, — тип Әүхәт яландағы көтөүгә ишараланы. — Эш бөтмәйенсә барып булмаҫ түлке. Бисәкәй ҙә бушамаҫ. Уны ла баҫыу тулы сөгөлдөрө көтөп ята... Шулай ҙа, юл төшкәндә, кереп сығырмын.
“Волга” ҡуҙғалып китте. Ҡапҡа алдында гармун тотҡан Әүхәт менән Тәнзилә баҫып ҡалды. Әүхәттең күҙҙәре йәшләнгәйне.
Түбәһенә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙалған был йортҡа оҙаҡ ҡына ҡарап барҙы ҡунаҡтар.
— Эх! — тине бер аҙҙан Стив. — Ниндәй бөйөк кешеләр йәшәй бында!
(Аҙағы. Башы 2-се һанда).
Салауат Әбүзәров


Вернуться назад