“Урал батыр”ҙы Интернетта ҡара14.01.2014
Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” буйынса төшөрөлгән анимация фильмын Интернет селтәрендә YouТubе сайтында ҡарарға мөмкин.


Был проект Башҡортостан Президентының 15 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булып, былтыр Илдар Ғафаров етәкселегендә “Аманат” студияһы тарафынан тормошҡа ашырылды. Фильм тәүге тапҡыр 2013 йылдың октябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында республикабыҙ менән таныштырыу сараһында күрһәтелгәйне. Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары уны 11 октябрҙә — Республика көнөндә һәм 4 ноябрҙә — “Театр төнө”ндә ҡараны.
Проект авторы Илдар Ғафаров әйтеүенсә, ижади төркөм 21 минут эсендә тамашасыға эпостың тәрән мәғәнәһен еткерергә тырышты.
— Кино төшөрөүгә биш ай ваҡыт китте, был көсөргәнешле эш осоро булды, — ти ул. — Алдыбыҙға ҡыҫҡа ғына фильмда эпостың мәғәнәһен һәм әһәмиәтен асыу бурысы ҡуйылды. Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары, белгестәр менән кәңәшләштек.
Фильм авторҙарының тағы ла бер маҡсаты — эпосты танытыу. Әйткәндәй, “Аманат” студияһы фильмды ҡуйыу өсөн өр-яңы видеотехнологиялар ҡулланған. Аҡсаның ҙур өлөшө тап ошондай махсус ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған.


Вернуться назад