Зиһенендә — халыҡ хәтере, күңелендә — ил тойғоһо11.01.2012
Зиһенендә — халыҡ хәтере, күңелендә — ил тойғоһоЯҡташым, арҙаҡлы замандашым Рәшит Шәкүр хаҡындағы мәҡәләмде хәтирәләрҙән, ҡулымдағы ҡайһы бер яҙмаларҙан башларға булдым: күҙаллауымса, әҙиптең ғүмер юлы үҙенсәлекле артылыштар яулауға, халыҡ күңеленә сәйәхәт ҡылыуға ҡоролған. Ниндәй ниәт менән юлға сыҡты икән, күңел ҡумтаһына ниҙәр һалып алды икән ул?
Рәшит Шәкүрҙең миндә үҙемә төбәп тапшырылған өс яҙмаһы һаҡлана. Шуларҙың береһе — хат. Ул уны армияла хеҙмәт иткән сағында, минең аспирантурала фольклор ғилеме буйынса белем алып йөрөүемде белеп ҡалыу менән, ҡотлау һүҙе рәүешендә ебәргән (1959 йыл). Был турала, бәлки, яҙып та тормаҫ инем, әгәр ул үҙенсәлекле яҙма булмаһа. Сөнки төрлө кешеләрҙән килгән хаттар араһында Рәшиттең хаты — эпиграф менән башланып киткән берҙән-бер хат.
Халыҡтан да бөйөк композитор,
Халыҡтан да бөйөк йырсы юҡ.
(Тимер Арслан.)
Ул саҡта, әлбиттә, эпиграфты үҙенсәлек тип ҡабул итмәгәнмен, әммә шиғри юлдар күңелемә уйылып ҡалды (уларҙы мин публицистик характерҙағы бер мәҡәләмдәме, телевизион тапшырыуҙамы ҡулландым да шикелле). Шиғыр аша донъяны күҙаллау, уй-тойғоларҙы баҙыҡландырыу ҡеүәһе тәү сиратта беҙҙең Мораҙым мәктәбендә (ул Ауырғазы районына ҡарай) әҙәбиәт һәм башҡорт теле дәрестәренең юғары кимәлдә алып барылыуына бәйле булғандыр, тип уйлайым. Уҡытыусыбыҙ Әмерхан Исхаҡ улы Килдиндың асыҡ итеп, мейегә һеңдерерлек тауыш менән әҫәрҙәрҙән өҙөк, шиғырҙар уҡыуын һис ҡасан да оноторлоҡ түгел. Тарих дәрестәрен дә уҡытыусыбыҙ Аҡбикә Ибраһим ҡыҙы Ильясова (Мырҙабаева) бик йәнле итеп алып барыр ине. Рәшит Шәкүров, Әлшәй районының Сумар (Яңы Абдрахман) ауылынан килеп, ошо абруйлы мәктәптә уҡыны һәм ғүмере буйы уға рәхмәтле булды. Был уның яҙғандары аша ла, башҡарған эштәре буйынса ла билдәле. Мәҫәлән, Мораҙым урта мәктәбе бинаһын кисекмәҫтән төҙөкләндереү проблемаһы килеп тыуғас, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Салауат Әмерхан улы Килдиндың тәҡдиме менән Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡов һәм мин Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа хат яҙҙыҡ һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Бынан тыш, халҡыбыҙҙың тарихын, рухи донъяһын сағылдырған күләмле китап нәшер ителде. Уны баҫырға әҙерләү ҙә Рәшит Шәкүр ҡатнашлығында барҙы (тарихи бүлекте редакторлау, уға инеш мәҡәлә яҙыу).
Әлбиттә, кешенең күңелендә шиғриәткә һөйөүҙең, ватансылыҡ тойғоһоноң бөрөләнеүенә мәктәп йоғонтоһо ғына етмәй. Зат, ҡан хәтере, тыумыштан бирелгән һәләт тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле. Был йәһәттән ҡарағанда ла, Рәшит — бәхетле кеше. Ундайҙарҙы халыҡта, “йөҙлөгө менән тыуған”, тиҙәр. Шәкүрҙең әсәһе яғынан олатаһы Харрас Әхсән улы Смаков Мораҙым ауылының указлы муллаһы булған. Харрас мулланың (беҙҙә уны шулай тип йөрөтәләр ине) уҡымышлылығы һәм тарихҡа битараф булмаған кеше икәнлеге дин әһеленең 1917 йылда Стәрлетамаҡтағы “Нур” типографияһында баҫтырып сығарған китабының исеменән үк күренә: “Ғасаба башҡорттарҙың тарихсаһы” (“История башкир-вотчинников”). Мулланың ҡатынын да хөрмәтләп “Оҫтабикә” тип йөрөттөләр (исеме Орҡоя ине).
Рәшит әсәһенә ныҡ оҡшаған. Мәсрүрә ханым аҡыллы, тыныс тәбиғәтле кеше ине. Уның булмышына хас бындай сифаттарҙы мин бер осрашҡандағы һөйләшеү мәлендә айырыуса асыҡ күҙалланым. Рәшит Закир улы беҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп йөрөгән саҡта улы янына килгән әсә, минең эргәгә лә инеп, хәл белеште. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның фекерләү ҡеүәһе, телмәрендәге логик эҙмә-эҙлелек мине һоҡландырғайны.
Рәшиттең атаһы Закир ағайҙың төҫ-башын, мөләйем йөҙөн яҡшы хәтерләйем, әммә уның менән аралашырға тура килмәне. Шулай ҙа бер нәмәне икеләнмәйенсә әйтә алам: Шәкүровтар алдынғы ҡарашлы, белемгә ынтылыусан ишле ғаилә булды. Өлкән ағалары Әхмәҙулла, Зәйнулла төрлө яуаплы эштәрҙә, апаһы Мәрйәм уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләне, ағаһы Урал — күренекле спортсы, билдәле көрәшсе ине.
Рәшит Шәкүрҙең миңә тапшырған икенсе яҙмаһы — мәҡәлдәр йыйылмаһынан торған дәфтәр. Бында 1960 – 1970 йылдарҙа үҙе тарафынан яҙып алынған 85 афористик ижад өлгөһө тупланған. Уларҙың күпселеге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районындағы Убалы ауылында йыйылған. Бер өлөшө Бөрйән, Ейәнсура, Мәләүез, Күмертау, Ҡырмыҫҡалы яҡтарында, Өфө ҡалаһында ҡуйын дәфтәренә теркәлгән. Район исемдәрен атап үтеү генә лә Рәшит Закир улының рухи табыштар артынан йөрөгән йылдарын күҙалларға мөмкинлек бирә. Материалдары араһында һирәгерәк осрағандары иғтибарҙы йәлеп итә: “Дауыл булһа, Нөгөш ташыр, ғауға ҡупһа, сәңкем ҡасыр” (сәңкем — ҡыпсаҡ ырыуының бер тармағы — Ф.Н.), “Мал эйәһе — таҙ торна”, “Янаға — ярты ир”, “Ҡыйынын күрһәң, ҡыймаһын имерһең” (ҡыйма — малдың эсәк майы — йыйыусы иҫкәрмәһе), мәҫәлән, шундайҙарҙан. Бына был ышаныуҙар халыҡ аңындағы борондан килгән ҡараштарҙы өйрәнеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы: “Итәгенән башлаһаң, ике көн тегерһең, // Еңенән башлаһаң, ете көн тегерһең, // Яғаһынан башлаһаң, ярты көн тегерһең”; “Итәк осона битеңде һөртмә – йөҙөң түбән булыр”; “Атаһының күҙе тейһә, /бала/ түҙмәй үлә, инәһенең күҙе тейһә, һөт күтәрә”.
Рәшит Шәкүрҙең миндә һаҡланған өсөнсө яҙмаһы — күсерек (дөрөҫөрәге, күсеректән күсерек). Башҡортостандың Бүздәк районы Ҡаранай ауылында Хәниф Юныс улы Юнысов ҡулында һаҡланған “Башҡорт бабайҙар тарихы” тигән ҡулъяҙманан күсереп алынған был материал бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән риүәйәттәрҙе үҙ эсенә ала. Атап әйткәндә, “Боронғо ваҡытта Ҡаңны-Төркәй ҡайҙан килеп, уға нисек исем бирелгән”, “Имән ҡалаһы, уға ҡараған ауылдар”, “Урыҫ ханы менән татар ханы” (хан бында “түрә” мәғәнәһендә) тип исемләнгән текстар. Был риүәйәттәр һәм алда һүҙ барған мәҡәлдәр дәфтәре “Башҡорт халыҡ ижады” күп томлығының ошо жанрҙарға бағышланған томдарына индереү маҡсатында миңә тапшырылды. Риүәйәттәр һуңлабыраҡ алынғанлыҡтан, улар хаҡындағы мәғлүмәтте корректураны уҡыу ваҡытында томдың аңлатмалар бүлегенә генә индерергә тура килде.
Ғалимдың иғтибарынан халыҡ ижадының башҡа төрҙәре лә ситтә ҡалманы: “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуңыр буға” кеүек эпик әҫәрҙәрҙең варианттары, йырҙар тура килгән һайын ҡәләм осона алына барып, аҙаҡ был байлыҡтар уның хеҙмәттәре, публицистик мәҡәләләре аша халыҡтың үҙенә ҡайтарылды. Шуныһын да онотмайыҡ: Рәшит Шәкүрҙең рухи ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл, яҡты мөнәсәбәте шул ҡомартҡыларҙы һаҡлаусы, быуындан быуынға күсә килгән ижади традицияларҙы дауам итеүсе, үҫтереүсе шәхестәрҙән айырылғыһыҙ. Уларға ғалим күпме мәҙхиә йырланы! Былай тигәндә мин беренсе сиратта яҙыусының “Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар” тигән китабын (1996) күҙ уңында тотам. Хәйер, был йүнәлештәге эшен Рәшит Закир улы бер ваҡытта ла туҡтатманы, уның иғтибарын йәлеп иткән шәхестәр даирәһе лә киңәйә барҙы. Һөҙөмтәлә (“Арҙаҡлы башҡорттар” (1998, 2006), “Истоки духовности. Исследования. Публицистика” (Уфа: Гилем, 2009) тигән китаптары донъя күреп, йәнә уҡыусылар күңелен яуланы.
Ғалим тураһында яҙған мәҡәләмде авторҙың төп ғилми хеҙмәттәренән башламай, айырым ҡулъяҙмалары, мәҡәләләре һәм очерктары хаҡында бәйән ҡылыуым бәғзе берәүҙәрҙе, бәлки, аптыратыр ҙа. Әгәр Рәшит Шәкүрҙең ижад үҙенсәлеген иҫкә алмайынса, дөйөм ҡалыптарға таянып эш итһәм, был алым минең үҙемә лә сәйер тойолор ине, моғайын. Үҙенсәлек иһә, беҙҙеңсә, шунда: ғалим ижадының ҡайһы ғына тармағын алып ҡарама, мөһим сығанаҡтарҙың береһе, хатта нигеҙ ташы — йылдар дауамында бөртөкләп йыйылған фактик материалдар, гүйә, улар әҙиптең ижад йүнәлештәрен берләштереп тороусы тылсымлы бер тартыу көсө. Фәндең төрлө өлкәләренә ҡараған (тарих, этнография, фольклор, тел ғилеме) күп һанлы ҡомартҡыларҙы системаға һалып, уларҙың тарихи тамырҙарын (ерлеген), художестволы асылын теоретик яҡтан нигеҙләү өсөн энциклопедик белем, талант һәм күңел нуры, йәғни йәшәйешкә етди позитив ҡараш кәрәк. Һуңғыһы хаҡында башта уҡ әйткәйнек инде. Йәштән үк ил, халыҡ тигән оло төшөнсәләрҙе йөрәк түренә индерә башлаған Рәшиттең ғилем донъяһына инеүе, уның һәр баҫҡысын тайпылышһыҙ аҙымдар менән үтә барып, маҡсатына өлгәшеүе — шулай уҡ тәбиғи хәл, бәхетле яҙмышының бер сағылышы. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлауы (1965), Мәскәүҙең СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡып, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә алыу (1974); Башҡортостанға ҡайтҡас, ғүмере буйы ижади даирәләрҙә ҡайнауы, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләүе (1972—1976, 1984 — 1992), БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, “Ағиҙел” журналы, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡарыуы, ғилми эҙләнеүҙәрен туҡтатмай докторлыҡ диссертацияһы яҡлауы — быларҙың бөтәһе лә ғалимдың фиҙакәр хеҙмәтенең һөҙөмтәһе, уңдырышлы емеше.
Рәшит Шәкүр тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — тел ғилеме, тәғәйенерәк әйткәндә, топонимика, ер-һыу, ауыл-ҡала исемдәрен өйрәнеүсе фән. “Ерҙең хәтер китабы” (1984), “Географик атамалар эҙенән” (1986, урыҫ телендә), “Исемдәрҙә — ил тарихы” (1993) тигән китаптары Башҡортостандың, киңерәк планда, Көньяҡ Урал төбәгенең географик атамалар донъяһын өйрәнеүгә арналған. Уның ғилми нигеҙле был хеҙмәттәре мауыҡтырғыс аһәңле тел менән яҙылған. Ғалимдың Башҡортостан топонимияһының тарихи ҡатламдары (стратиграфияһы), башҡорт топонимдарының лексик-семантик үҙенсәлектәре, топонимдарҙың төҙөлөшө һәм ошо темаға ҡараған башҡа мәсьәләләр буйынса һығымталары, фараз рәүешендә әйтелгән фекерҙәре артабан уйланыуҙар өсөн юл аса. Китаптарының аһәңле, мауыҡтырғыс тел менән яҙылыуы иһә уларҙы уҡымлы итә, белгестәрҙе генә түгел, киң ҡатлам уҡыусыларҙы ла үҙенә ылыҡтыра.
Тел ғилеме проблемаларына Рәшит Шәкүрҙең “Быуаттар аманаты” тигән китабында ла (Өфө, 2002) ҙур урын бирелә. Хеҙмәттең “Тел ҡәҙере — ил ҡәҙере” тип аталған бүлегендәге “Телдең тәрәндәге тамырҙары”, “Башҡорттарҙа иҫке яҙма тел һәм яҙма әҙәби тел” тигән мәҡәләләре, китапҡа исем биргән “Быуаттар аманаты” тип аталған тикшеренеүе иҫкергән ҡараштарҙы дәлилле тәнҡитләүе менән иғтибарҙы йәлеп итә. Автор, бай фактик материалға һәм танылған ғалимдарҙың фекеренә таянып, милли әҙәби телебеҙҙең ХIХ быуаттың икенсе яртыһында уҡ формалаша башлауы тураһындағы һығымтаға килә. Беҙҙең халыҡтың, күпселек бүтән халыҡтар һымаҡ, боронғо яҙма традициялы халыҡ булыуы хәҙер Рәсәй төркиәтселек фәнендә лә танылыу тапты.
Башҡорт теле диалекттарын классификациялауҙа профессор Рәшит Закир улы индергән яңылыҡ — ғалим эшмәкәрлегендәге мөһим бер ҡаҙаныш тип уйлайым. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары был дисциплинаны 1998 йылдан ул төҙөгән программа буйынса өйрәнә. Рәшит Шәкүр, диалектология фәне өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы дөйөмләштереп, башҡорт теленең өс диалекттан торғанлығын эҙмә-эҙлекле раҫлау позицияһында тора, был диалекттар составында ул элек бөтөнләй ситтә ҡалған Өршәк, Асыуҙы, Урта Урал, Егән һөйләштәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Халҡыбыҙҙың рухи үҫешендә бының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки, әйтәйек, Урта Урал һөйләше тигәнебеҙ башлыса Свердловск өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең, ә Асыуҙы һөйләше — Учалы районы типтәр башҡорттарының йәнле һөйләү теле. Ул һөйләштәрҙе дөйөм бер система эсендә ҡараһаҡ ҡына беҙ халҡыбыҙҙың берҙәм әҙәби тел нигеҙендә ойошоп йәшәүенә һәм үҫеүенә өлгәшә аласаҡбыҙ. Быны ул үҙенең әле яңыраҡ ҡына донъя күргән “Башҡорт диалектологияһы” (Өфө: БДПУ нәшриәте, 2011) тигән уҡыу ҡулланмаһында тағы ла төплөрәк итеп нигеҙләй.
Рәшит Шәкүрҙең ижад офоҡтары ифрат киң. Бер мәҡәлә сиктәрендә ул офоҡтарҙы төптән байҡап сығыу мөмкин түгел. Шулай ҙа ғалим ижадындағы ике йүнәлеште бөтөнләй әйтмәй китеү яҙыҡ булыр. Беренсеһе — әҙәбиәт ғилеме. Был өлкәлә әҙип атаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла ижадын өйрәнеп, 1981 йылда, бөйөк милләттәшебеҙҙең тыуыуына 150 йыл тулған көндәрҙә, “Шиғриәт йондоҙо” тигән китабын баҫтырып сығарҙы. 1996, 2006 йылдарҙа был китаптың тулыландырылған икенсе һәм өсөнсө баҫмалары донъя күрҙе. Белеүегеҙсә, ғалим Аҡмулла ижадын өйрәнеүсе булараҡ ҙур хөрмәт ҡаҙана, уға беренсе булып Аҡмулла исемендәге премия тапшырыла.
Рәшит Шәкүрҙең әйтмәй ҡалдырыу мөмкин булмаған тағы бер ҙур ҡаҙанышы — “Башкортостан: Краткая энциклопедия” (1996), “Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия” (1997) исемле фундаменталь коллектив хеҙмәттәрҙе донъяға сығарыуы, уның был тәңгәлдә атҡарылған ҡаһарманлығы.
Замандашым ижадының әлегә мин бөтөнләй туҡталмай үткән ғәйәт ҙур һәм үҙенсәлекле йүнәлеше — поэзия. Р. Шәкүр шиғриәте айырым иғтибар һәм өйрәнеүҙе талап итә, сөнки уның башҡорт поэзияһында үҙенә генә хас лайыҡлы урыны, үҙ моңо, үҙ юлы бар. 75 йәшлек юбилейын шағир Рәшит Шәкүр “Ғүмер көҙөм” тигән өр-яңы (һигеҙенсе) шиғри йыйынтығы менән ҡаршы алды.
Рәшит Шәкүрҙең тиҫтәләрсә йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ эҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәре, дөйөм алғанда, башҡорт филологияһының юғары кимәлгә өлгәшеүен, был фәндең өр-яңы бейеклектәргә күтәрелеүен билдәләй. Ғалимдың ата-бабаларыбыҙ аманатын, “еребеҙҙең хәтер китабы”н аһәңле яҡтыртҡан хеҙмәттәре замандаштарыбыҙҙа илһөйәрлек, тыуған республикабыҙға һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй. Рәшит Шәкүрҙең ижади эшмәкәрлегенең республикабыҙ етәкселеге, йәмәғәтселек тарафынан юғары баһаланыуы ла осраҡлы түгел.
Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.


Вернуться назад