Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәр. Матурлыҡ тигәндә, беҙ рухиәтте күҙ уңында тотабыҙ. Йәшәйешебеҙҙең, көнкүрешебеҙҙең нигеҙендә Аллаһы Тәғәлә тарафынан Әҙәм балаларына ғына бирелгән рухиәт ята.
Быйылғы йылдың илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе лә юҡҡа түгел. Был — йәндәрҙе таҙартыу, йөрәктәрҙе сафлау тигән һүҙ.
Хөрмәтле дуҫтар, әле һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән мәҡәләлә һүҙ бөтә ғүмерен рухиәтте байытыуға бағышлаған илаһи моң эйәһе тураһында бара. Киләсәктә лә рухиәтебеҙ диңгеҙенә үҙ өлөшөн индергән арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында яҙмалар менән танышырһығыҙ.
Күренекле башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөсәйен Әхмәтовтың ижады күңелдәрҙе йыр-моң тулҡынында тирбәлтер ғәжәйеп көскә эйә. Шөһрәтле композиторҙың бихисап ижад емештәре, инструменталь пьесалары башҡорт мәҙәни тормошона яңы һулыш өрә, уны тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә.
Хөсәйен Әхмәтов 1914 йылда Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында донъяға килә. Бала сағы фәҡирлектә үтеүгә ҡарамаҫтан, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәй ул. Ауыр эш көнөнән һуң моңло башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, ауылдаштарының күңелен күтәрә.
Йыр-моңға ғашиҡ егет беренсе махсус белемде Ҡазан музыкаль техникумында ала. 1932 йылда Хөсәйен Әхмәтов Мәскәү консерваторияһының башҡорт милли студияһына студенттар йыйыуҙары тураһында ишетеп ҡала һәм, күп тә үтмәй, уның вокал бүлегенә уҡырға инә. Егеттең көй яҙыу һәләте тап шунда белем алғанда асыла ла инде.
Күренекле композиторҙың башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул музыка өлкәһенең бар йүнәлештәрендә тиерлек әүҙем ижад итә. Һанай китһәң, Хөсәйен Әхмәтовтың ижад даирәһе икһеҙ-сикһеҙ. Нотаға һалынған һәм эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре, кантаталар, либреттолар, эстрада йырҙары, спектаклдәр һәм кинофильмдар өсөн яҙылған көйҙәр... Улар араһында “Тау бөркөтө” балеты, “Замандаштар” либреттоһы, “Маҡтау йыры” кантатаһы, “Башҡорт йыры” сюиталары, Баязит Бикбайҙың “Салауат Юлаев”, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Ибраһим Абдуллиндың “Бер мөхәббәт яҙмышы” исемле спектаклдәренә яҙған көйҙәр тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде.
Композитор халыҡ ижадына ла һаҡсыл ҡарашта була. Ул бихисап йыр өлгөләрен йыйып, айырым йыйынтыҡ итеп сығара. Хөсәйен Әхмәтов авторлығында шулай уҡ “Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре” һәм “Башҡорт оҙон йырҙары” исемле китаптары донъя күрә.
Күп йылдар Хөсәйен Әхмәтов Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе булып та эшләй.
Арҙаҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Сибай ҡалаһында уның музейы асылды, Башҡорт дәүләт филармонияһы иһә оло ғорурлыҡ менән Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөтә. Мәшһүр композиторҙың тыуыуына 100 йыл тулһа, уның исемендәге мәҙәниәт усағы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Ошо ике иҫтәлекле ваҡиға уңайынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 24 ғинуарҙа күркәм тамаша үтәсәк. Концертта республикабыҙҙың билдәле йырсылары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнаша.