Һигеҙ юллыҡтар11.01.2012
Әҙәбиәт

Әҙәбиәт — изге йорт, тип,
килдем дә бит,
Сабыйҙарса саф көйөнсә керҙем дә бит.
Йә Хоҙайым, күрмәгәнде күрҙем инде,
Ни күрһәм дә, шунда ғүмер һөрҙөм инде.

Әҙәбиәт — изге йорт, тип,
килә йәштәр,
Устарында уттар балҡыр,
йәшен йәшнәр.
Киләсәккә мин дә илтәм ялҡын-утты,
Аҡмулланан беҙгә ҡалған яҡтылыҡты.

***
Әй ғүмерҙең насип иткән миҙгелдәре...
Миҙгелдәрҙең булмайҙыр
шул теҙгендәре...
Әле яңы яҙ ине бит, эй яҙ ине.
Ерҙә, күктә, һауаларҙа гел наҙ ине!..

Бер аҙ йәйрәп ҡалдым да ул йәшел йәйҙә,
Көттөрмәне, килеп етте көҙгө мәл дә.
Әммә алда ҡыш шығырҙап баҫып тора,
Ҡартлыҡтың ул ҡапҡаларын
асып тора.

Беҙҙең ерҙәр

Ерҙәребеҙ ҡарап туя алмаҫлыҡ,
Ерҙәребеҙ беҙҙең — илаһи,
Ошо ерҙә тамыр йәйгән халҡым,
Ошо ерҙе һөйгән ил — даһи.

Ерҙәребеҙ беҙҙең аһ итерлек,
Ерҙәребеҙ хайран ҡалырлыҡ.
Бөйөклөктә, кешем, бөйөклөктә
Ерҙән, һыуҙан фәһем алырлыҡ.

Салауатым

Салауатым — быуаттарҙың изге
аманаты,
Азатлыҡтың яҡты рухы, тере ялҡыны.
“Салауат!” тип бер һүҙ әйтеү менән,
йөрәктәрҙә
Уттар яна, хистәр ташып
китә алҡынып.

Салауатым — илем, тиеп,
йәнен фиҙа ҡылған
Пәйғәмбәрҙәр заты,
Урал батыр балаһы.
“Салауат!” тип оран һалһа
әгәр Башҡортостан,
Күтәрелер Урал тауы,
башҡорт далаһы.

Башҡорт ҡыҙы

Башҡорт ҡыҙы... Һинең яҡты йөҙөң
Йөрәгемә майҙай яғыла.
Матурлыҡтың барыһы ла матур,
Әммә һиңә генә табынам.

Һинең йәнең генә минең йәндең
Ысын ише һәм дә ҡушылыр.
Аҫыл йәндәр бер-береһен тапһа,
Шатлыҡ менән шатлыҡ ҡушылыр.

Башҡорт йыры

Башҡорт йыры — башҡорт бөйөклөгө,
Хыял бөйөклөгө, киңлеге.
Башҡорттағы рухи көс-ҡеүәттең
Бөйөк тауҙар менән тиңлеге.

Башҡорт йыры, мәңгелектән килеп,
Мәңгелеккә барып тоташа.
Башҡорт йәне ғаләм түрҙәренә
Артылалыр йыр һәм моң аша.

***
Ике аҫыл ҡошом, ике ҡыҙ балам,
Һеҙҙең өсөн генә янам, һыҙланам.
Һеҙҙе уйлап, уттар йотам, ҡуҙланам,
Яман күҙҙән, яман һүҙҙән ҡыҙғанам.

Ике ғәзиз балам, ике күҙ нурым,
Иң ҡәҙерле, иң мөҡәддәс йыр-моңом.
Яҙмыштарҙы тик яҡшыға юраймын,
Бер Хоҙайҙан һеҙгә бәхет һораймын.


***
Башҡортто мин күреп торам
күҙҙәренән —
Илаһи бер моң милләтемдең күҙҙәрендә,
Бер ҡарауҙан абайлайым йөҙҙәренән —
Ҡояш нуры милләтемдең йөҙҙәрендә.

Ә шулай ҙа башҡортлоҡ ул —
оло бер сер,
Иманһыҙҙар, намыҫһыҙҙар
башҡорт түгел.
Уралҡайҙың ҡотон һаҡлап,
башҡорттарым
Дәүерҙәрҙән дәүерҙәргә балҡып торор.

***
Тауҙар ватып, таштар аҡтарһам да,
Милләт, һине күтәрмәгә,
Үткәрерме икән берәй ваҡыт
Хакимдарың күтәрмәнән?

Ҡәҙер-хөрмәт күрерҙәрме бер саҡ,
Илем, тиеп йәшәүселәр?
Әллә гелән алдан йөрөрҙәрме
Илде имеп йәшәүселәр?

***
Сығайыҡсы, йәнем, сәхрәләргә,
Сәхрәләрҙә — киңлек, иркенлек.
Сәхрәләрҙә күк тә бейегерәк,
Сәхрәләр бит йәмле, һөйкөмлө.

Сығайыҡсы әле сәхрәләргә,
Дауа ғына унда һауалар.
Балаларын көткән әсә һымаҡ,
Ҡаршылай бит беҙҙе далалар.

***
Аҡмулланың арбаһында
Ниҙәр генә булғандыр!?
Ҡалын шиғыр мәжмәғенең
Биткәйҙәре тулғандыр.

Аҡмулланың шиғырҙары
Уттарҙа яндымы икән?
Әллә илдең йөрәгендә
Тоҡанып ҡалдымы икән!

***
“...и башкиры, от которых
Геродотом пахнет...”
Л. Н. ТОЛСТОЙ

Сал тарихтың һаҡсылары
башҡорттарым,
Сал даланың изге аҡыл эйәләре,
Йәшәгәндәр күкрәк киреп, йәйгелектә
Сәхрәләрҙә әйҙәп ҡымыҙ бейәләрен.

Бала һымаҡ саф күңелле булған улар,
Тик хәйләһеҙ буламы һуң заманалар?..
Эй, милләтем, алға ҡара, алға ынтыл,
Алда әле бихисап юл уҙаһы бар.


Вернуться назад