Журналистың ҡуйын дәфтәренән13.01.2014
«Насар» кеше

Район хакимиәтендә беҙгә Алмалы ауылына барырға, ундағы фәлән эшҡыуар хаҡында яҙырға ҡуштылар.
— Эше шәп бара, кешеләргә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, – тинеләр.
Теге ауылға барып еткәс, урамда осраған бер ирҙән эшҡыуарҙың ҡайһы тирәләрәк йәшәүен һораныҡ. Ул беҙгә сәйер генә ҡарап ҡуйҙы ла:
– Нимәгә хәжәт булды ул һеҙгә? – тип ҡыҙыҡһынды.
—Беҙ гәзиттән, уның тураһында яҙырға уйлағайныҡ. – Ниәтебеҙҙе ишеткәс, йөҙөнә ризаһыҙлыҡ билдәләре сығарып, мыҫҡыллы ғына йылмайҙы. – Тапҡанһығыҙ маҡтар бәндәне, – тине. – Яман әшәке кеше бит ул! Әҙәм түгел.
Беҙ аптырашта ҡалдыҡ. Әллә яңылыштыҡмы икән тип ҡабат-ҡабат һораныҡ. Эйе, тап район хакимиәтендә әйткән кеше булырға тейеш. Унан теге ир йәнә теҙеп алып китте: – Үлмәҫкә тыуғандыр ул бәндә! Әллә күпме кешене ҡол урынына эшләтә. Грамм араҡы эсһәсе! Кәмермен тип ҡурҡалыр. Теге ваҡыт баш ҡутарылып килә бына, ҡана берәй йөҙ грамм ғына әсе-сөсөңдө ҡой әле, тим. Юҡ инде! Йәлләне. Ҡатыморон! Ишшеү мине лә үҙенә эшкә саҡырып маташа. Хәҙер, китеп барҙым тей, шуны байыҡтырып. Уға эшләгәнсе лутсы өйҙә ятам мин. Яман әшәке кеше бит ул. Ә һеҙ шул бәндәне гәзиткә яҙмаҡсы булаһығыҙ…

«Изге күңелле» ханым

Уҡыу йортон тамамлаған Гөлниса эш таба алмай эт булды. Ҡайҙа ғына бармаһын, бер үк нәмәне тылҡыйҙар.
– Үҙебеҙҙә ҡыҫҡартыу бара.
– Беҙгә тәжрибәле эшселәр генә кәрәк.
– Үҙең хаҡында мәғлүмәт ҡалдыр.
Әмәлгә ҡалғандай, көндәрҙең береһендә ауылға Өфөнән яуаплы вазифа биләгән яҡташ апай килде. Осрашыу клубта үтте. Апай матур итеп сығыш яһаны. Әүҙем, халҡыбыҙ өсөн файҙалы, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға өндәне, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарға яҙылырға кәңәш бирҙе.
Һуңынан ханым, залдағыларға ҡарап:
– Һорауҙарығыҙ бармы? – тигәс, Гөлниса, форсаттан файҙаланып, үҙ йомошон әйтте. Яҡташ апай ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, визиткаһын да тотторҙо.
Өфөгә барғас, ҡыҙыҡай теге апайҙы эҙләп китте. Инде мотлаҡ эшкә урынлашасағын уйлап ҡыуанды, изгелекле йәнгә эстән рәхмәт уҡыны.
Секретарь ҡыҙ уның ни йомош менән килеүен һораны ла эске телефондан етәксеһенә шылтыратты. Унан:
– Әҙерәк көтөп торорға ҡушты, – тине.
Әҙерәк тигәне бер сәғәткә яҡын һуҙылды. Бүлмәгә ингәс, Гөлниса йәнә ни халәттән килеп сығыуын әйтте. Етәксе уға уҫал итеп ҡараны.
– Тәмәке тартаһыңдыр, һыра менән мауығаһыңдыр, шуға бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙарҙыр. Йүнһеҙ кеше кемгә хәжәт!
Бындай ҙа тупаҫлыҡты көтмәгән ҡыҙ баҙап ҡалды, ғәйепле төҫ менән:
– Юҡ, – тип саҡ әйтә алды.
Унан апай бер аҙ йомшарғандай булды: “Әлегә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Үҙебеҙҙә бер урын да юҡ. Шулай ҙа белешеп тор”.
Ник килгәненә үкенеп, кәйефе ҡырылып сығып китте ҡыҙ. Шулай ҙа көндәрҙең береһендә йәнә теге апайға шылтыратты. Телефондың теге осонан:
– Һаман эшкә урынлашманыңмы ни? – тигән уҫал тауыш ишетелде...

Башым етмәй…

Һай, шәп тә инде үҙебеҙ! Эшләйбеҙ! Ҡыйратабыҙ ғына. Быға айырыуса тантаналар ваҡытында, йыл һайын башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһағанда инанабыҙ.
– Былтырғыға ҡарағанда шунса-шунса фатир күберәк төҙөлдө.
– Балалар баҡсалары ла.
– Дауаханалар, поликлиникалар ҙа артығыраҡ.
– Сәсәбеҙ, урабыҙ.
– Мал һаны ишәйгәндән-ишәйә.
– Тик халыҡтың кәмеүе генә хәүефкә һала.
Һәммәһе лә артығы менән! Йылдан-йыл шулай. Әллә шәп, әллә шәп булмағандарҙы данлайбыҙ, бүләктәр тапшырабыҙ, бәғзеләренә маҡтаулы исемдәр тәтей, икенселәре миҙал, орден алып ҡыуана.
Әммә әле һаман шуларҙың береһе лә халыҡҡа етмәүенә аптырайым. Уйлап-уйлап ҡарайым да, һис кенә лә башыма һыймай. Фатирһыҙ йөрөгәндәр донъя тулы, балалар баҡсаһына һыу оҙонлоғо сират, дауаханаларҙа урын юҡ. Аптыраҡ!


Вернуться назад