“Кеше бәхете ике ҡанаттыр — Һөйгән эше һәм ғаиләһе”13.01.2014
“Кеше бәхете ике ҡанаттыр — Һөйгән эше һәм ғаиләһе”Ғүмерлек ғалимәм

Тел буйынса беҙҙә күпме ғалим,
Улар яҙған күпме әҫәр бар,
Әммә минең өсөн иң ҡәҙерле
Ғалимә бар – тыуған әсәм бар.

Бар тиһәм дә, күптән баҡыйлыҡта.
Әммә теле минең күңелемдә.
Уның һөйләшенән күпме байлыҡ,
Тел мәрйене алдым ғүмеремдә.

Исемен дә яҙа алмаҫ ине,
Заман уҡытмаған үҙҙәрен.
Таҫма итеп теҙер ине
Башҡорт менән татар һүҙҙәрен.

Һүҙе һайын мәҡәл, әйтем ине,
Аҡыл алыр һүҙҙәр-ынйылар.
Һүҙҙәр генәме һуң, телдәрендә –
Күңелдәрҙе наҙлар моң-йырҙар.

Телсе ғалимдарҙы күп уҡыным,
Һәммәһенә мин гел рәхмәтле.
Әммә әсәйемдең тел байлығын
Өләшеүем менән бәхетле
.

Кеше бәхете

Кеше бәхете ике ҡанаттыр –
Һөйгән эше һәм ғаиләһе.
Шул икәүгә тамырлана лаһа
Йәшәйештең бөтә ғилләһе.

Эшләр эше, йәре, балалары –
Бәхете һәр саҡ шулар барҙа.
Ғүмер – йылға, уның бар яҙмышы
Һыйынып ағыр ике ярҙа.

Ишелә ҡалһа әгәр ике яры,
Ташып сыға йылға, һыу баҫа.
Ғүмеркәйең теүәл буламы һуң,
Йәнең һөйгән эшең булмаһа.

Бик ҡәҙерле йәрең, балаларың,
Бәхет тамырлана шуларға.
Ғаиләң һәм емеш бирер эшең
Йәшәү гөлдәреңде һуғара.


Күрә, күңелгә үрә

Сабый күңеле, һай, бик үткер,
Улар үтә күрә.
Һинең ҡылған һәр ҡылыҡты
Күңеленә үрә.

Бала атаһын рәнйеттең,
Яңғыҙың ҡалдың.
Сабыйҙың яңғыҙлығына
Һин орлоҡ һалдың.

Иреңдең ҙур хаталарын
Ғәфү итә алдың.
Балаңды бәхетһеҙлектән
Йолоп та ҡалдың.

Һин – капитан был тормошта,
Ул – тере карап.
Капитандың яңылышы
Карапҡа харап.

Һинең аҙым – уға мәктәп:
Абынмай атла.
Сабыйыңдың киләсәген
Тапламай һаҡла.


Ышан, ҡустым

Иҫке киндер балаҫ йәйгән ҡаҡ һикелә
Баш осона туҙып бөткән бишмәт һалып,
Тәмле-татлы төштәр күреп йоҡлаған саҡ,
Иртәгәгә ауыр эшкә көс-хәл алып.
Булды ул мәл. Ышанмайһың?

Көҙөн-ҡышын тәғәм күрмәй интегербеҙ,
Астан үлербеҙ, тип ҡурҡытыуҙар.
Ете йәштә көрәк менән ерҙе ҡаҙып,
Оя яһап бәрәңгеләр ултыртыуҙар.
Булды, ҡустым. Ышанмайһың?

Ялан аяҡ көҙ ҡырауҙа туғай аша
Уҡырға тип күрше ауылға барған саҡтар.
Яҙын-көҙөн күтәрмәле сабата кейеп,
Ҡарлы-боҙло шыяларҙы ярған саҡтар
Булды, ҡустым. Ышанмайһың?

Шундай һынауҙар үтмәһәк, тырышмаһаҡ,
Гитлер тешен һындыра алыр инекме һуң?
Бөгөнгөгә, тыныс саҡҡа, мул тормошҡа
Шундай оло һынау аша килдек, ҡустым.
Ышанмайһың?

Ышанмаһаң ышанма ла, был — һинең эш.
Әммә беҙгә, күргәндәргә, әйтеү тейеш.
Ышан, ҡустым.


Юҡлыҡ, барлыҡ

Юҡлыҡ яман,
Бик беләбеҙ.
Бала саҡтан
Икмәк күрмәй үткән көндәр
Күңелдәргә
Ҡара һөрөм булып ятҡан.

Әле барлыҡ,
Икмәккә мохтаж түгел халыҡ.
Кеше йәшәй,
Эшләй, таба.
Тапҡанын һис зарланмай
Алып ҡаба.

Һайланып уҡ булмаһа ла,
Тамаҡ туя.
Кеше, риза булып,
Барына «шөкөр» тиеп ҡуя.

Тимен – барлыҡ,
Бик уртаса тормош,
Түгел байлыҡ.
Байҙарҙа бар,
һы, ҙур йорттары,
Һарайҙары –
Бар, бар.
Шуныһы ғәжәп:
Шуларҙа гел яуызлыҡ, зар.

Байлыҡ, елкәләргә менеп,
Туҡмай-туҡмай аҙҙыра.
Нәфселәрҙе шаштыра,
Аҡылынан яҙҙыра.
Гонаһтарға тарттыра,
Таш йорттарға яптыра.

Юҡлыҡ яман.
Интеккәндәр иҫтә һаман.
Барлыҡтың бар самаһы.
Йәһәннәмгә ҡолатмаһын
Шыуып китеп санаһы.

Барлыҡ бөгөн.
Әммә күңел риза түгел.
Тик барына «шөкөр» тиеп
Бара кеше,
Йөкмәп донъя йөгөн.
Барлыҡ бөгөн.


Димсе

Димсе диңгеҙ кистерә, тип
Бик белеп әйткән халыҡ.
Һыуға керәбеҙ, тип димләп,
Ул ҡуйыр утҡа һалып.

Теше төшкән әбейҙе лә
Йәш ҡыҙға әйләндерер.
Ғүмер ялғанмаҫ епте лә
Яңынан бәйләндерер.

Туҙып бөткән сепрәкте лә
Ул яңы итә ала.
Ҡойроҡло ялғанды ла
Маҡтап алдыңа һала.

Димсе һәләте бик серле,
Димсе һәләте сикһеҙ.
Ҡауыштырыр, һаташтырыр
Маҡтау ишеге бикһеҙ.


Димсе диңгеҙ кистерә, тип
Бата күрмә диңгеҙгә.
Тыңла үҙеңдең башыңды,
Шуны әйтәмен һеҙгә.

Үҙеңә ҡайта

Берәүҙәргә яман һүҙ әйтһәң,
Шуның менән уны кәмһетһәң,
Ҡабат урап ҡайта үҙеңә,
Бер сүп булып керә күҙеңә.

Ниндәй генә ауыр саҡта ла
Самалап әйт һәр бер һүҙеңде.
Урап ҡайтыр яман ҡәһәрҙән
Һаҡлап ҡала күр һин үҙеңде.


Вернуться назад