Баянсы Айнур Искәндәров Мадридта үткән халыҡ-ара башҡарыусылар конкурс-фестивалендә еңеүсе тип танылды. Музыка ярышында төп бүләк өсөн бер нисә тиҫтә илдән килгән иң шәп баянсылар көс һынашты. Әммә Өфө виртуозына тиңдәр булманы.
Айнур Искәндәров баянды ҡулына тәүге тапҡыр алты йәшендә алған. Дуҫтары туп уйнағанда, ул ноталар өйрәнгән.
Башҡортостан баянсыһын Италия, Чехия тамашасылары алҡышлай, ә Францияның Марсель ҡалаһында ул Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр көмөш баян призына эйә була. Бына сираттағы награда: Мадридта ойошторолған Сергей Рахманинов исемендәге фестивалдә Өфө музыканты, 70 конкурсантты уҙып, абсолют еңеүсе тип танылды.
Әле Айнур Искәндәров музыка мәктәбенә етәкселек итә, йәш таланттар тәрбиәләй. Өфөлә уларҙың ҙур концертын ойоштороу хыялы менән яна.
Ғ. ХӘБИРОВ.