Танышыу10.01.2014
Юмореска

Бөтә кеше Яңы йыл тип зыҡ ҡуба. Берәүҙәр магазин буйлап яңы күлдәк, бүләк эҙләй, икенселәр ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барырға йыйына. Тик Зөлфиәлә генә байрам кәйефе юҡ. Бынан бер нисә көн элек кенә һөйгәне менән үпкәләшкәйне ул. Мөхтәре:
— Нимә булды, аңлашайыҡ, — тип бер нисә ҡат шылтыратһа ла, ҡыҙ ыҡҡа килергә уйламаны ла.
— Бөттө, мине юҡ, үлгән тип уйла. Башҡаса башымды ҡатырып хитланма, — тип телефонын өҙҙө лә ҡуйҙы...
Көтмәгәндә кеҫә телефоны шылтырауға Зөлфиә терт итеп ҡалды. Ҡарағайны — бөтөнләй ят һандар. Кем булыр? Ҡыҙ ҡыҙыҡһынып төймәгә баҫыуға теге остан:
— Һаумыһығыҙ, миңә Азат кәрәк ине, — тигән тауыш ишетелде.
— Һаубыҙ әле, — тине Зөлфиә, яғымлы булырға тырышып. — Әммә яңылыштығыҙ. Был — минең телефон.
— Нисек инде һеҙҙеке, кем булаһығыҙ?
Ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән:
— Туҡмасбикә, — тине.
— Ҡайһылай исемегеҙ матур! Ә минеке — Таһир, — тип тытылданы егет. — Шундайын да сибәркәйҙе спектаклгә саҡырмаһам, Хоҙай алдында гонаһым ғәфү ителмәҫлек булыр. Әйҙәгеҙ, сәғәт алтыла театр янында осрашабыҙ. Бөгөн Яңы йыл байрамына арналған концерт була.
Таныш булмаған егеттең ҡыйыулығына таң ҡалды Зөлфиә. Ҡара әле, теле телгә йоҡмай, фәлән-төгән-фәсмәтән. Килә алаһыңмы-юҡмы тип һорау юҡ, саҡырам, көтәм, ти суҡынғыр. Их, шундай егеттәрҙе үлеп ярата ла инде Зөлфиә. Әтеү анау Мөхтәре һуң! Ҡолға. Исеме ниндәй бит әле, нух заманынан ҡалған. Көтөлмәгән тәҡдимгә Зөлфиә шатланып риза булды.
Бығаса Мөхтәр тип өҙөлөп-янып йөрөгән ҡыҙ нисек тә һөйгәнен күңеленән биҙҙерергә тырышты. Хатта йоҡларға ятҡас та, үҙ алдына уны әрләп киненес алды. Хәсрәт, башҡаса һеләгәйен ағыҙып йөрөмәһен. Бутта унан башҡа егеттәр бөткән. “Һинең кеүек шәләй-вәләйҙәргә мах биреп тормам инде. Ана, үҙең кеүектәрҙе ҡара. Ер ҡорто, йүнле булһаң, сельхозда түгел медта йәки башҡа арыуыраҡ ерҙә уҡыр инең. Ҡара һин уны, ниндәй шәп кеше булып ҡылана. Табылған аҡыллы баш, һинең кеүектәрҙе меңде табасаҡ Зөлфиә”, — тип уйланы ул.
Ҡыҙ биҙәнде-төҙәнде лә урамға сыҡты. Юл әллә ни алыҫ түгел, йәйәү генә барырға булды. Үҙе китеп бара, үҙе таныш булмаған егет менән осрашыуҙы күҙ алдына килтерә: “Ниндәйерәк икән? Моғайын, бөҙрә сәсле, һомғол, ҙур ҡара күҙлелер. Шундай матур итеп һөйләшкән кешенең йәмһеҙ булыуы мөмкин түгел. Ыҫпай итеп кейенгәндер. Уның эргәһендә Мөхтәр ямғырға күшеккән себеш кеүектер әле. Абау, бығаса шуның нимәһенә ҡыҙығып йөрөгәнмендер!”
Хыялында Зөлфиә осрашыуҙың сценарийын төҙөп тә ҡуйҙы. Бына спектакль бөтөр, Таһир, әйҙә төнгө урам буйлап йөрөп киләйек, тип әйтер. Ә ул матур ғына итеп:
— Минең иң яратҡан урыным — Салауат Юлаев майҙаны, — тиер. Егет мотлаҡ:
— Ҡайһылай тап килешкәнбеҙ, миңә лә унда оҡшай, — тип әйтер. Ә ул уның күҙенә нәзәкәтле генә итеп ҡарап йылмайыр.
Мөхтәренән үс алыу өсөн форсат сығыуына сикһеҙ шат ине Зөлфиә. Бөгөн ял көнө. Моғайын, Мөхтәр ҙә дуҫтары менән майҙанға килә торғандыр. Ә ул Таһир менән ҡултыҡлашып уның алдынан керт-керт баҫып үтәсәк. Үҙе шарҡылдап көлгән булыр. Теге, бахыр, күрмәмешкә һалышыр. Ух, ул сағында шартлаясаҡ, ух, шартлаясаҡ. Былай ҙа ғәрсел кешегә етә ҡалыр. Вәт, спектаклдең иң шәбе шунда буласаҡ.
Уйҙарына берсә ҡыуанып, берсә егеткә нәфрәтләнеп килгән ҡыҙ театрға килеп еткәнен дә абайламаны. Шул саҡ ҡулына баҙрап торған раузалар тотҡан Мөхтәр әллә ҡайҙан алдына килеп баҫҡас, Зөлфиә бер килке баҙап ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
— Бында нишләп йөрөйһөң ул? — тип һорап ҡуйҙы.
— Күрмәйһеңме ни, һине көтәм, — тине йылмайып Мөхтәр.
Зөлфиә үҙенең алданғанын аңлап алды ла, юлдағы уйҙарын иҫенә төшөрөп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе...


Вернуться назад