Республикала башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫта Вәкил Шөғәйеповҡа ил Хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” премияһы тапшырылды.Был почетлы награданы “Башҡортостан Страдиварийы” Яңы йыл алдынан алды. Премияға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 15 мәҙәниәт эшмәкәре лайыҡ булған. Вәкил Шөғәйеповҡа был награда “Халыҡ музыкаһы” номинацияһында халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә, Чайковский исемендәге концерт залында үтте.
Һәр милләттең йолалары, рухи тормошо тап халыҡ ижадында сағыла. Нәҡ уны Рәсәй рухы тип атайҙар. Ә мәҙәниәт — халыҡ рухын быуаттар аша алға әйҙәгән үҙәк ул, — тине Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский.
Вәкил Шакир улы — ағас көпшәнән ҡурай эшләү алымын уйлап тапҡан шәхес. Ул шулай уҡ башҡорт думбыраһы өлгөләрен эҙләү, ошо музыка ҡоралын тергеҙеү менән дә шөғөлләнә. 1985 йылдың майында уның думбыра өлгөләре етештерелә башлай. 1995 йылда оҫта тағы ла бер милли ҡоралыбыҙ — ҡылҡумыҙҙы реконструкциялап, тамашасы хөкөмөнә сығара. Ошо проекттары өсөн 1988 йылда уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.