АТҠА МЕНҺЕН ӘЛЕ БЫЛ ХАЛЫҠ05.01.2014
Ат йәнле был башҡорт тигән даны
Алыҫтарҙан киткән алыҫҡа!
...Бөгөн генә атһыҙ ҡалып бара
Ах, ошо һүҙ тейҙе намыҫҡа.
Ат үрсетмәҫ халыҡ түгел дә беҙ,
Арыған шул башҡорт аттары.
Яуҙар һайын ҡырылғандар ғына:
Күккә ашҡан йылҡы аһтары.
Дәүер һайын халҡы менән бергә
Оло һынау тотто был аттар.
Тамға һуғылғанға йөктән ауҙы,
Тонсоҡтолар ыуҙан юртаҡтар.
Башһыҙ һыбайлылар булмайыҡ беҙ,
Атҡа менһен әле был халыҡ!
Былар мине йүгәнләне тиеп,
Ҡарап торһон Ваҡыт таң ҡалып.
Ат тояғы тауыштары килһә,
Машинаның үткән юлында,
Тимәк, заман менән боронғолоҡ
Ышаныслы дәүер ҡулында.
Тимәк, әле дөрөҫ юлда саба
Мәңгелеккә табан Кешелек!
Аҡбуҙаттар һаҡлап тора илде
Төшмәҫ элек бәлә ишелеп.
Ат тояғы даға эҙе һалып
Үтә икән тыуған ереңдән,
Килгән афәттәр ҙә кире китер,
Бәрәкәттәр ҡайтыр киренән.
Ат йәнле был башҡорт тигән даны
Киткәндә лә бер мәл сайҡалып,
Атта сабып Уңыш үҙе килә:
Атҡа менһен әле был халыҡ!
Атҡа менһен әле милләтебеҙ!
Йүгәндәрен алһын ҡулына!
Аслыкүлдән йылҡылары сыҡһын,
Толпарҙары сыҡһын юлына!