Йылҡы йылына теләк28.12.2013
Ир-егеткәй менән ат башы, тип,
Халҡым меңәр йылдар көйләгән;
Ташҡа соҡоп яҙырлығы булған,
Быуын-быуындарға һөйләгән.

Был йырҙы һис шатлыҡ тыуҙырмаған,
Был йыр һис тә туйҙа тыумаған;
Ерҙең хәтеренә индерергә,
Юҡҡа халҡым ташҡа уймаған.

Ат күргәне, аттың кисергәне —
Мәңге беҙҙең менән барырлыҡ.
Уйлай китһәң — ерҙәр уйылырлыҡ,
Уйлай китһәң — йөрәк ярырлыҡ.

...Ергә тағы Йылҡы йылы килә,
Ерем көтә яҡшы Йылҡыны.
Йыл хаҡында насар уйлама, тип
Мин үҙемә күпме тылҡыным.

Бәлә-ҡаза күрһәтмәһен ине,
Беҙҙең күргәнебеҙ етерлек.
Күпте күргән ергә килһен ине
Яҡшылыҡтар — иҫең китерлек.

Атлы башҡорт аты менән күргән,
Инде ул күрмәгән ҡалмаған.
Ергә тик яҡшылыҡ теләһә лә,
Күпме утҡа, һыуға һалмаған.

Оҙон юлдар, йылдар үткән халҡым,
Алда аяҡтарың талмаһын.
Ерҙә ҡылынмаған изгелегең,
Үтәлмәгән уйың ҡалмаһын.

Был йыл тыуыр көндә, айҙы, йылды
Хыялынан кире һүрмәһен;
Ата-бабалары күргәндәрҙе
Ейәндәре башҡа күрмәһен.

Ап-аҡ ҡарҙай яҡты хыялымдан,
Теләгемдән бөгөн йылынам.
Әле татымаған кинәнесте
Көтәйек беҙ Йылҡы йылынан.

Шатлыҡ даръялары киңәйһендәр,
Ярҙан әллә нисә ҡат ташып.
Хәсрәт бөтөп, күккә күтәрелһен
Ир-егеткәй менән ат башы.


Вернуться назад