Ҡолонсаҡ саптар булыр бер саҡ28.12.2013
Ҡәҙерле балалар! Йылҡы йылына аяҡ баҫыуыбыҙ уңайынан аттар хаҡында хикәйә тәҡдим итәбеҙ. Ҡолонсаҡтай шаян, етеҙ булығыҙ!
Олатайҙарҙың баҡсаһына барған юлда матур ауылдар, иген баҫыуҙары, мал көтөүҙәре осрай. Ғәзизә менән Һәҙиә айырыуса йылҡы өйөрөн күҙәтергә ярата. Уларҙың олатаһы аттарға төрлөсә иркәләп өндәшеүсән. Ҡолонсаҡ ҡойроҡ сәнсеп уйнаҡлағанда: “Шәп сапҡыр булырға оҡшаған!” — тип һоҡлана, “Ерәне менгегә тартҡан, буҙы — еккегә”, — ти, һынаулы ҡарап. Һәҙиә был һүҙҙәрҙе әлегә аңлап етмәй. Апаһы иһә байтаҡ нәмәне белә, өлкәндәрҙең һүҙенә ҡушылып та китә. Башҡорт ҡыҙы йылҡы малына бәйле төшөнсәләрҙе белергә тейеш инде.
Аттар уҙышырға ярата. Һабантуйҙарға кешеләр сабыш ҡарарға ғына килә кеүек тойолоп та китә ҡыҙҙарға, сөнки һыбайлылар күренеү менән барлыҡ халыҡ бәйге юлын түңәрәтеп баҫа һала. Уҙышты ҡысҡырышып, ярһып күҙәтәләр.
Олаталары ҡыҙыл менән һары ҡатыш төҫтәге аттарҙы “ерән” тип атай, “менге булыр” тигәненә атланып йөрөү ҡулай буласағы билдәле. Сапҡыр менән йөк ташып булмай, был эшкә екке ат һәйбәт: ул сыҙамлыраҡ, көслөрәк. Ә ана тегенеһен, күкһел, көлһыу төҫтәгеһен, “буҙ” ти олатай. Башҡаларына ҡарағанда мыҡтыраҡ, боттары ла йыуаныраҡ был ҡолонсаҡтың.
Ҡыҙҙар өйөрҙө ҡарай-ҡарай болон янынан яйлап ҡына уҙҙы. Алда һап-һары баҫыу күренде. Оҙон һабаҡтарға тәрилкә элеп сыҡҡандармы ни!
— Өләсәй, нимә үҫкән ул бында?
— Көнбағыш, балаҡайым.
— Ә ниңә ундай исем биргәндәр?
— Гел генә көнгә, ҡояшҡа бағырға яратҡаны өсөн.
— Ямғырһыҙ, эҫе йылдарҙа улар, киреһенсә, ҡояштан йәшенә, уға елкәһен ҡуя, — тип һүҙгә ҡушылды олаталары. — Юҡһа тиҙ генә ҡороп бөтәләр.
— Ә уларҙы ниңә үҫтерәләр, матур булғаны өсөнмө?
— Орлоғо өсөн.
— Ә орлоғон ни эшләтәләр?..
Өләсәләре ҡыҙҙарҙың икеһен дә һөйөп алды:
— И-и-и, ҡолонсаҡтарым, аҡыллыларым, күп нәмәне өйрәнәһегеҙ бар әле. Бәхетле, тәүфиҡлы, иманлы булып үҫегеҙ инде.
Өлкәндәр гел шулай “ҡолонсаҡтарым” тип иркәләй уларҙы. Матур шул был малҡайҙар. Аҡыллы ла, изгелекле лә, эшсән дә, уҙышсы ла. Шуға күрә уларға оҡшатыу ҡыҙҙарҙың күңеленә ҙур кинәнес бирә.