Буран ҡоторҙо28.12.2013
Күҙе тондо ҡарҙарҙың —
Буран, буран ҡоторҙо!
Ҡолаҡ ситен, танауҙы
Семетергә тотондо.
Ул бейене, олоно,
Тәҙрәләргә һуғылып.
Өй түбәһен тетрәтеп,
Ергә төштө йығылып.
Унан китте юл буйлап
Йомғаҡ булып тәгәрәп.
Үҙе менән ҡарҙарҙы
Һепереп барҙы әйҙәп...
Иртән ҡараһам тәҙрәнән,
Ел дә тынған, буран да...
Тик һырынтылар ята
Тау-тау булып урамда.