“Ҡалғым килә һеҙҙең арала...”27.12.2013
“Ҡалғым килә һеҙҙең арала...”Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов быйыл үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә осрашыуҙар, әҙәби кисәләр ойошторолдо. Ә инде яңыраҡ ҡына әҙиптең тыуған яғында — Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт һарайында юбилей тантанаһы уҙғарылды. Арҙаҡлы шәхесте тәбрикләү өсөн ижадташ дуҫтары, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре килгәйне.
Юбилей кисәһен асып, Ирек Кинйәбулатов яҡташтарына, әҙәбиәт һөйөүселәргә ҡарата ялҡынлы сәләмен шиғри юлдарҙа еткерҙе:
“Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,
Бергә булһам — ҡайғым тарала.
Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала...”
Был һүҙҙәрҙә шағирҙың төп йәшәү принцибы сағыла. Ысынлап та, Ирек Лотфый улы — тынғыһыҙ шәхес, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Өфөлә, райондарҙа уҙғарылған әҙәби осрашыуҙар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй тиергә була. Ә инде ҡырмыҫҡалылар Яңы йыл алдынан арҙаҡлы яҡташтарын күреүгә уғата шат ине. Тамаша залының шығырым тулы булыуы ла — быға асыҡ дәлил.
— Һәр китабығыҙ әҙәбиәтебеҙҙең бәҫен күтәрә. Шундай яҡташыбыҙ булғаны өсөн сикһеҙ ҡыуанабыҙ, — тине ҡотлау телмәрендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова.
Республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов иһә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың тәбрикләү хатын еткерҙе. “Ирек Лотфый улының әүҙемлегенә һоҡланырлыҡ, ул гел алдынғы сафта бара, уны шиғриәтебеҙҙең биҙәге тиһәк тә хата булмаҫ”, — тип ҡәләмдәше хаҡында ғорурланып һөйләне Риф Ғәлим улы.
Һәүәҫкәр йырсыларҙың, әҙиптәрҙең һәм танылған сәнғәт әһелдәренең сығыштары үрелеп барыуы кисәне бик тә биҙәне. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов та тантанаға йырлы-моңло “күстәнәсен” алып килгәйне. Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә ижад ителгән “Ҡаҙҙар китә” йырын тамашасы тәүге тапҡыр ишетеп кинәнде. Кисәгә уның көйөн яҙған музыкант Фирдүс Шәрифуллин да килгәйне.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, ҡәләмдәшенең ижадына байҡау яһап, уның төп үҙенсәлеген билдәләп үтте. “Ирек Кинйәбулатов — тыуған ер йырсыһы. Был тойғо уның һәр шиғырында, һәр китабында сағыла”, — тине ул. Халыҡ шағирының ҡорҙашына арналған шиғырын да тамашасы йылы ҡабул итте.
Филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов Ирек Лотфый улы менән бер төркөмдә уҡыған.
— Ирек ҡыйыу егет булды. шуға ла имтиханға иң беренсе булып уны индерә инек. “Киткән баш — киткән”, — ти ҙә инә лә китә, аҙаҡ шуның өсөн ашханаға алып бара торғайныҡ, — тип студент осорондағы яҡты хәтирәләрен уртаҡлашты Тимерғәле Әбделғәлим улы.
Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фанил Ҡоҙаҡаев, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, шулай уҡ әҙиптең ауылдаштары юбилярға изге теләктәрен еткерҙе. Журналист, һәүәҫкәр рәссам Риф Йөҙлөкбаев иһә Ирек Кинйәбулатовҡа автопортретын бүләк итте.
“Ирек ағайҙың юбилейына арналған тантана республикабыҙҙа иғлан ителгән Мәҙәниәт йылының башланғысы булып тора”, — тине сараға килгән ҡунаҡтарҙың береһе. Ысынлап та, ошо һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар һымаҡ.


Вернуться назад