Бәхил бул, мәшһүр рәссам...27.12.2013
Бәхил бул, мәшһүр рәссам...Башҡортостан һәм Татарстан йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе — 77-се йәшендә Татарстан рәссамы, яҡташыбыҙ Абрек Әмир улы Абыҙгилдин вафат булды.
Ул 1937 йылдың 1 мартында Баймаҡ ҡасабаһында тыуған. 1965 йылда Ҡазан рәсем сәнғәте училищеһын тамамлағандан һуң В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт рәсем сәнғәте институтына уҡырға инә, шунда белем ала. Артабан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
1970 йылда Абрек Абыҙгилдин Ҡазанға китә. 1974 йылда Татарстан Рәссамдар берлегенә ҡабул ителә. 1993 йылда ошо ойошманың рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2008 йылға тиклем эшләй. 2008 – 2013 йылдарҙа Рәсәй рәсем сәнғәте академияһының Ҡазандағы ижад оҫтаханаһына етәкселек итә. 1997 йылда “Ғ. Туҡай”, “Дәрдмәнд” әҫәрҙәре һәм “Б. Урмансы” триптихы өсөн рәссам Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Рәсәй рәсем сәнғәте академияһының алтын һәм көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.
Абыҙгилдиндың ижады реалистик сәнғәттең иң яҡшы традицияларына нигеҙләнә, әҫәрҙәренең гуманистик йүнәлеше, донъя һәм милли сәнғәт ҡаҙаныштарын берләштереү уның төп сифаттары булып тора.
Ҡазандағы йәмәғәт биналарын биҙәү буйынса тәүге эштәре үк Абрек Абыҙгилдинды образлылыҡ үҙенсәлектәрен һәм монументаль-декоратив сәнғәттең ҡатмарлы технологияларын яҡшы белгән рәссам итеп күрһәтә. 70-се йылдар уртаһында ул Татарстандың төп монументалистарының береһенә әүерелә.
Абрек Абыҙгилдин – Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәсем сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы, Татарстан Мәҙәниәт министрлығының Б. Урмансы исемендәге премияһы лауреаты. “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгән.
Рәссам тыуған төбәге Башҡортостан менән бәйләнеште өҙмәне. Быйыл 3 – 21 сентябрҙә М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейының “Ижад” күргәҙмәләр залында уның күргәҙмәһе эшләне.


Вернуться назад