Үҙенең бөйөк ул-ҡыҙҙарын лайыҡлы баһалап һәм хөрмәтләп йәшәгән Туймазы халҡы арҙаҡлы яҡташы, күренекле драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әсғәт Мирзаһитов менән дә хаҡлы ғорурлана, уның тормошона һәм ижадына ҙур иғтибар, ихтирам күрһәтә.
Арабыҙҙан иртә киткән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, драматург Әсғәт Мирзаһитовтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, туймазылар уға арналған күп саралар уҙғара. Ошо көндәрҙә уның ҙур ижади мираҫы яңынан, бөгөнгө талаптар күҙлегенән сығып баһаланды. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан һәм күрше өлкә театрҙарында уңыш менән барған пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр сәхнәләрҙә тергеҙелде. Был тәңгәлдә Туймазыла айырыуса күп эш башҡарылды.
Туймазылар был әҙәби-музыкаль кисәләрҙең иң ҙурына Өфөнән Әсғәт Мирзаһитовтың төрлө быуын ҡәләмдәштәрен, шәкерттәрен саҡырҙы. Һәр саҡтағыса, ҡунаҡтарҙы улар оло юлда икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ, йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков, Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, драматург Зөһрә Фәйзуллина менән ошо юлдарҙың авторы ҡунаҡсыл ергә тулҡынланып аяҡ баҫты.
Беҙҙе күптәрҙең күңелен тәбиғәте менән яулаған Ҡандра урта мәктәбендә әҙерләнеп көтәләр ине, сөнки Әсғәт Мирзаһитов, райондың Бикмәт ауылында тыуһа ла, бик бәләкәйҙән етем ҡалып, ошо Ҡандра ауылында йәшәүсе өләсәһендә тәрбиәләнгән, бөгөн уның исемен ғорурлыҡ менән йөрөткән мәктәптә уҡыған. Яҡшы өлгәшеү менән бер рәттән ул мәктәптең драма түңәрәгенә әүҙем йөрөгән, 1944 йылдың 23 февралендә үҙенең “Йәш партизан” тигән тәүге пьесаһы буйынса Ҡандра тимер юлсылар клубында спектакль ҡуйыуға өлгәшкән.
Мәктәптән һуң Өфө театр училищеһын тамамлап, Йомағужа һәм Ауырғазы театрҙарында эшләй. Мәскәүҙә әрмелә саҡта төрлө спектаклдәр ҡарай. Унан ҡайтҡас, республика гәзиттәренә, “Ағиҙел” журналына яҙыша, Башҡорт драма театрының әҙәби бүлегендә эшләй. “Тымыҡ күл”, “Утлы өйөрмә” спектаклдәре авторға дан килтерә, уны яңы әҫәрҙәр яҙыуға рухландыра.
Мәскәүҙә М. Горький исемендәге институтта юғары әҙәби курстарҙа уҡығанда ижады тағы әүҙемләшә төшә. “Әсәйемдең сал сәстәре”, “Әсәләр көтәләр улдарын” әҫәрҙәре уны ҙур драматург итеп таныта.
Әсғәт Мирзаһитов “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй, БАССР-ҙың Юғары Советына һайлана. Ул башҡорт драматургияһында оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк әҫәрҙәр тыуҙырыу менән бергә кешеләр күңелендә шәхес булараҡ юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.
Ҡандралағы уның исемен йөрөткән 2-се урта мәктәп районда һәм республикала иң алдынғыларҙың береһе һанала. Ул, Бөтә Рәсәй мәктәптәре һәм дөйөм белем биреү учреждениелары араһында уҙғарылған конкурста еңеп, миллион һумлыҡ грантты ла яулаған. Уҡыуҙа бик юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе менән был мәктәп спортта ла йылдан-йыл тотороҡло алда килә.
Директоры Альберт Йыһаншин, урынбаҫарҙар Гүзәл Төхвәтуллина, Клара Муллайәнова ҡунаҡтарҙы мәктәп һәм уның бай музейы менән таныштырғанда, уларҙың күрһәтер эштәренең, уртаҡлашыр яңылыҡтарының күплеген күреп, ҡыуанышып йөрөнөк.
Уҡыусыларҙан Алишер Әбдекәримов, Динар Шакиров һәм башҡа ҡыҙҙар, егеттәр Әсғәт Мирзаһитовҡа бағышланған шиғырҙарын уҡыны, йөрәк һүҙҙәрен әйтте. Драматургтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән тулҡынландырғыс һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ өҙөктәр ҙә күрһәтелде. Балаларҙың сәхнә оҫталығы беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Туймазы дәүләт театрында уҙған кисә тағы ла юғарыраҡ профессиональ оҫталыҡ һәм бай йөкмәтке менән тулҡынландырҙы.
Был кисәләрҙә Өфөнән килгән ҡунаҡтар Әсғәт Мирзаһитовтың Санкт-Петербургта йәшәүсе ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Мирзаһитова атаһының ижады, уның башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҙур эше хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уға арналған шиғырҙар уҡып, ҡандраларға, тотош Туймазы халҡына рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында байтаҡ ваҡыт әҙип менән бергә эшләргә тура килгәс, ул минең хәтерҙә ҙур кеше булып һаҡлана. Һәм ысынлап шундай ине. Остазым иҫтәлегенә “Ҙур кеше” тигән шиғыр яҙҙым:
Күп кешеләр күрҙем был донъяла —
Бәләкәйҙәрен дә, ҙурын да.
Бәләкәйҙәр һис ҙурая алмай,
Ултырһа ла бик ҙур урында.
Һин дә төрлө урындарҙы күрҙең —
Иң юғары ерҙе, түбәнде.
Шуға ла һин бөтәһен дә аңлап,
Күккә тейҙергәйнең түбәңде.
Хатта иң-иң ҙурҙар араһында
Булып ҡала белдең ҙур кеше.
Тотош тирә-йүнде яҡтыртырлыҡ
— Был ҡараңғы ерҙә — нур-кеше.
Шуның өсөн генә тыуған һымаҡ,
Тирә-йүнгә нурҙар тараттың.
Шуға ҡай берәүҙәр яратманы,
Ләкин күптәр һине яратты.
Беҙ ана шул яҡта ныҡлы торҙоҡ —
Һине яратҡандар яғында.
Ошо ерҙән көттөк һаман, һаман
Шундай ағайҙарҙы тағын да.
Яҙмыш яҙлыҡтырмай ундайҙарҙан
Олатайҙар юлын ҡыуҙыра.
Тик ҙур ерҙәр, ҙур кешеләр генә
Ҙур кешене шулай тыуҙыра.
Үҙең һымаҡ ҙур кешене данлап,
Тыуҙырҙың һин улар һындарын.
Нисә быуын ҡарай сәхнәләрҙә
Күпме йылдар ҡыҫып тындарын.
Бик ҙур һының күҙ алдымда һәр саҡ —
Ергә һүнмәй торған нур биргән.
Рәхмәт уҡыр өсөн килдем бөгөн Ҙ
ур кешеләр биргән ҙур ергә.