Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре йылдағыса бөйөк башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе һәм фекер эйәһенең тыуған төйәге Миәкә районында тамамланды. Унда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, шағир, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Тойғонов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге, М. Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Әхмәт Сөләймәнов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары — философия фәндәре докторы, профессор Әхмәт Дәүләтҡолов, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшина һәм филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Алһыу Сирғәлина һәм башҡалар ҡатнашты.
Көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, шағирҙың кендек ҡаны тамған ергә аяҡ баҫҡас та улар Аҡмулла шишмәһенә ашыҡты. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла тау битләүенән сылтыр-сылтыр ағып ятыусы көмөштәй саф шишмә һыуынан ауыҙ иткәс, Өфө ҡунаҡтарын музейға саҡырҙылар. Уның директоры, яҙыусы, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Фәнис Янышев һуңғы йылдарҙа ҡуйылған ҡомартҡылар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.
Туҡһанбайға килеүселәр Сафар мәктәбенә һуғылмай үтмәй. Әҙиптәрҙең күбеһе менән уҡыусылар бер нисә мәртәбә осрашҡан булһа ла, был юлы ла Аҡмулла вариҫтары ҡунаҡтарҙың сығышын тын да алмай йотлоғоп тыңланы. Шағирҙар яңы әҫәрҙәре менән таныштырһа, уҡытыусылар Халыҡ-ара Аҡмулла көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә булып үткән саралар тураһында һөйләне. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаттарының галереяһы асылған; мәғрифәтсе исемендәге премияға лайыҡ булғандар гуманитар фәндәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән; Фәнис Янышевтың урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән "Аҡмулла аманаты" китабының исем туйы булған; "Шиғриәт ҡанаттары" кисәһендә мәғрифәтсенең шиғырҙарын донъя халыҡтары телдәренә тәржемә итеүселәрҙең конкурсына йомғаҡ яһалған; "Этнофест-2013" халыҡ-ара йәштәр фестивалендә ҡатнашыусыларҙың гала-концерты бик күп тамашасы йыйған; халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Рәсәйҙең төрлө төбәгенән генә түгел, Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары ла ҡатнашҡан. Ғөмүмән, республикабыҙҙа йыл да йөҙҙән ашыу сара үткәрелә.
Сафар мәктәбендә мәшһүр яҡташтарының ижадын өйрәнеүгә иғтибар ҙур. Уҡыусылар араһында йылдың-йылы шиғыр ятлаусыларҙың бәйгеһе ойошторола. Мәктәп директоры Фәйрүзә Абдулова әйтеүенсә, VI класс уҡыусылары Гөлсәсәк Йосопова менән Гүзәл Ибраһимова Аҡмулланың — утыҙар, VII кластан Лиана Абайдуллина егерме алты шиғырын яттан белә. Мәғрифәтсенең портретын ағаста көйҙөрөп яһау буйынса районда иғлан ителгән ярышта VIII класс уҡыусыһы Дилә Миңләхмәтова беренсе урынды алған, Регина Иҙиәтуллина — икенсе урында.
Район мәҙәниәт һарайында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияның быйылғы лауреаты иғлан ителде. Ул — Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов. Күгәрсен районының Бикеш ауылында тыуып үҫкән, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән. Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Мимар Синан исемендәге университеттың Социаль фәндәр институтында стажировка үтеп, магистр диссертацияһын яҡлаған. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты, төрлө иҫтәлекле миҙалдары һәм почет грамоталары бар.
— Әхәт Сәлихов премияға Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән китабын башҡорт һәм төрөк телдәрендә сығарыуға индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды, — тине үҙ сығышында Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров. — Ул беҙҙең әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ донъя уҡыусыларына барып етһен өсөн ең һыҙғанып эшләй, классиктарыбыҙҙың әҫәрҙәрен төрөк һәм инглиз телдәрендә нәшер итеүҙә ярҙамлаша.
"Ғалимдарын танымаған халыҡтың зиһене томаланыр, йырсыларын тыңламаған халыҡтың ҡолағы һаҡбайланыр, рәссамдарын тамаша ҡылмаған халыҡтың күҙе һуҡырайыр, ә шағирҙарын һанға һуҡмаған халыҡтың зиһене лә томаланыр, ҡолағы ла һаҡбайланыр, күҙе лә һуҡырайыр һәм өҫтәүенә йөрәге туңып боҙға әйләнер", — тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим көндәлектәрендә (22. Х. 1995).
Аллаға шөкөр, ХIХ быуаттың икенсе яртыһында ижад майҙанына сыҡҡан М. Аҡмулла бындай аяныслы яҙмышҡа дусар булманы. Ул халҡыбыҙҙы аң-белемгә әйҙәүсе, ғәҙеллеккә, яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа өндәүсе, башҡорт әҙәбиәте тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған сәсән-шағир булып йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк. 2007 йылдан бирле үткәрелеп килгән Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре — быға асыҡ дәлил.