Парижды ла күрҙек беҙ!20.12.2013
Парижды ла күрҙек беҙ!Быйыл йәй бейеү коллективы менән Францияға барып, Парижды күреп, шул тиклем бай тәьҫорат алып, үҙебеҙҙе унда һәйбәт яҡтан ғына күрһәтеп, еңеү яулап ҡайтыуыбыҙ ошо хаҡта яҙырға ҡыйыулыҡ бирҙе. Сибай ҡалаһындағы “Гөлдәр” өлгөлө балалар бейеү ансамбле менән “Роза ветров” конкурсына тип барғайныҡ, унда беренсе урынды яулап ҡайттыҡ.
Беҙгә Мәскәүҙән яҙ көнө үк саҡырыу ҡағыҙы килгәйне. Уға тиклем Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында үткәрелгән конкурста еңеп ҡайтҡайныҡ. Сығышыбыҙға жюри ағзалары юғары баһа бирҙе. Шулай итеп, беҙҙе күрҙеләр, белделәр һәм Францияға саҡырҙылар. Әйткәндәй, коллективыбыҙ былтыр Төркиәлә сығыш яһап, гран-при яуланы. Был беҙҙең өсөн бик ҙур уңыш. Дәртләнеп-ҡанатланып ҡайттыҡ. Етәксебеҙ Луиза Рәил ҡыҙы яңы бейеүҙәр өйрәтте һәм, ниһайәт, Францияға юл тоттоҡ.
Ниндәй генә илде күрмәнек: Польша, Германия, Бельгия аша үттек, инде тыуған көнөмдә Жонзакка (Франция) килеп еттек. Унда конкурсты асыу тантанаһы булды.
“Роза ветров” конкурсында ҡатнашҡандан һуң, беҙҙе төрлө матур ҡалалар буйлап экскурсияла йөрөттөләр: Париждағы Эйфель башняһы янында теләктәр теләнек, “Өс мушкетер” фильмы төшөрөлгән Ля-Рошель ҡалаһын күрҙек, “Диснейленд”та аттракциондарҙа йөрөнөк. Атлантик океанда һыу индек. Аквариумда акула, йәйен, диңгеҙ терпеһе һәм башҡа ҡыҙыҡ балыҡтар бар ине, шуларҙы күреп хайран ҡалдыҡ.
Конкурста Ҡытайҙан, Украинанан килгән коллективтар ҡатнашты, Рәсәйҙән ике генә төркөм булды: Башҡортостан менән Татарстандан. Әйткәндәй, беҙ иң йәш ҡатнашыусылар инек. Мин ҡытай ҡыҙы Сиси менән таныштым. Бер-беребеҙгә сувенирҙар бүләк иттек һәм скайп аша аралашып торорға һүҙ бирештек.
Етәксебеҙ Луиза Рәил ҡыҙы Яхина әйтмешләй, беҙ — Башҡортостандың иң бәхетле балалары! Әлбиттә, был хаҡ һүҙҙәр.
Мөмкинлектән файҙаланып, бәләкәс бейеүселәр исеменән етәксебеҙ Луиза Рәил ҡыҙына, шулай уҡ сараһын табып беҙҙе алыҫ юлға ебәрергә йөрьәт иткән ҡәҙерле атай-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.


Вернуться назад