Йыл юғалтыуы
Быйыл күп милләтле республикабыҙ халҡы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Д. Шостакович һәм Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, күренекле композитор Салауат Низаметдиновты һуңғы юлға оҙатты.
Һоҡланғыс шәхес менән бәхилләшеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, шулай уҡ мәрхүмдең туғандары, яҡташтары, ижадташ дуҫтары килгәйне. Матәм сараһын мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов алып барҙы.
— Башҡорт халҡы шул тиклем ауыр юғалтыу кисерҙе, — тине Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсин, — Салауат Әхмәҙи улы кескәйҙән күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, бынамын тигән әҫәрҙәр ижад итте. Уңыштары еңелдән бирелмәне, әммә ул арыу-талыу белмәй хеҙмәт итте.
Әҙиптәр Ирек Кинйәбулатов менән Зөһрә Ҡотлогилдина Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Кем уйлаған дәрте ташып торған ижадсының көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барырын. Ул быйыл ғына “Маэстро һәм уның дуҫтары” тигән концерт программаһы менән тамашасыларҙы һөйөндөргәйне. Туғандары белдереүенсә, Салауат Әхмәҙи улы ғүмеренең һуңғы көндәрендә өр-яңы опера яҙып бөткән. Бына ҡайҙа ул сәнғәткә тоғролоҡ!