Бәхете лә, тәхете лә — йыр20.12.2013
Бәхете лә, тәхете лә — йырЙыл йырсыһы

Әлфиә Юлсурина тамашасыны әллә ниндәй сәхнә ялтырауыҡтары менән шаҡ ҡатырырға тырышмай. Уның халыҡты таң ҡалдырырлыҡ иң ҙур ҡөҙрәте — драматик тауышы һәм моңо. Һәр йырҙы йөрәгенән үткәреп, кисереп, йәндәрҙе тетрәтеп башҡарғанға ла тамашасы менән бергә хистәр өйөрмәһендә ҡалды, мөхәббәт бурандарында аҙашты, ҡойондарҙа күккә ашты.
Хәҙерге заманда баянға ҡушылып йырлау — артта ҡалғанлыҡ, тиер кемдер. Тап шундай музыкаль оҙатыуҙа башҡарылғанда йырсының тауыш мөмкинлектәре лә, моң мимизмдары ла, йөрәктәрҙе айҡарлыҡ кисерештәре лә күңелдәргә үтеп инә.
Ғөмүмән, Әлфиә Юлсурина үҙен тетрәтмәгән йырҙы башҡармай, шуға уның кисерештәре тамашасыға ла күсә. Залда битарафтар булмай.
Йырсыларҙың фонограмма менән сығыш яһауына күнегеп бөткәнбеҙ инде, дөрөҫөрәге, тамашасыны артистар үҙҙәре шуға өйрәткән. Ысынын ғына әйткәндә, сәхнәлә туранан-тура йырлаусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит, әммә уларҙың араһында ла тотош концертты шулай үткәрә алғандар юҡ кимәлендә. Ана шуға ла Әлфиә Юлсуринаның тамашаһы сүллектәге йотом һыуға тиң.
Әлфиә Юлсурина, "халыҡ артисы" тигән исемде тулыһынса аҡлап, башҡаларға, бигерәк тә йәш йырсыларға, һөнәри өлгө күрһәтә. Ул йырҙарынан иң беренсе сиратта үҙе ҙур ҡәнәғәтлек ала, шуға күрә лә ошо энергетиканы залға күсерә һәм тамашасы ла моң тулҡынында йөҙә.
Әлфиә Юлсуринаның ижадсы булараҡ иң ҙур бәхете — рәхмәтле тамашасылары. Уның өсөн йыр — бәхете лә, тәхете лә.


Вернуться назад