Сибәр ҙә, уңған да Камила20.12.2013
Сибәр ҙә, уңған да КамилаЙыл һылыуҡайы

Өфө ҡыҙы Камила Бикҡолованың нәҫел ептәре Әбйәлилдәге данлыҡлы Күсемовтар затына барып тоташа. Ҡыҙ туғандары кеүек тырыш, маҡсатлы һәм уңған. Күптән түгел ул Мәскәүҙә башҡорт сибәркәйҙәренең беренсе тапҡыр ойошторолған «Һылыуҡай-2013» бәйгеһендә беренсе урынды яулаған. Камила «Һылыуҡай-2014» республика бәйгеһендә илдең баш ҡалаһы исеменән сығыш яһаясаҡ.
Республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, республиканың Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы, Өфөләге «Һомай» дефиле театры ойошторған бәйге Рәсәй дәүләт геологик разведкалау университеты залында үткәрелгән. Башҡортостандан сыҡҡан һәм Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған ете ҡыҙ беренселек өсөн көс һынашҡан. Һылыуҡайҙарға милли кейемдәрҙе «Һомай» дефиле театры продюсеры Венера Йомағолова әҙерләгән.
Камила – П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының II курс студенты. Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ булып үҫкән ҡыҙҙың яулайһы үрҙәре алда әле.


Вернуться назад