Астананы таң ҡалдырҙылар20.12.2013
Астананы таң ҡалдырҙыларЙыл еңеүе

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы, республикала ойошторолған күп сараға биҙәк өҫтәүҙән тыш, Рәсәй киңлектәренә лә сыға, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай.
Мәҫәлән, быйыл йәш ғәскәровсылар, Ҡаҙағстанда балалар һәм үҫмерҙәрҙең "Илһам киңлектәре" халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, I урынды алды, ә иң кескәй бейеүсе – өс йәшлек Сабина Нуриманова — махсус диплом менән бүләкләнде.
– Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҙур сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, күп көс талап ителә, бигерәк тә бейеү сәнғәте серҙәренә өйрәтеү еңел түгел, – ти ансамблдең балалар студияһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова. – Еңеүҙәр нигеҙендә ҙур хеҙмәт ятыуын балалар үҙҙәре генә белә. Уның өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылабыҙ, еңеүебеҙ хаҡында ишеткәндә һәр беребеҙҙең хис-тойғоһон һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Быға тиклем Санкт-Петербург, Әстрхан халҡына башҡорт һәм донъя бейеүҙәрен күрһәткәйнек, унда ла призлы урындар яуланыҡ.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев билдәләүенсә, алмашты һәм киләсәкте уйлағанда, балаларға ваҡытында иғтибар итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына мәҙәни үҫеш һәм сәнғәттең юғарылығы хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ.


Вернуться назад