Йыл өмөтө
Хеҙмәттәшебеҙ, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән китабы быйыл донъя күргәйне. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер йыл эсендә ике тапҡыр нәшер ителһә лә, ул күптән таралып бөттө. Был әҫәр хаҡында күренекле ғалимдар һәм яҙыусылар ыңғай фекерҙәрен яҙып сыҡты.
“Журналистикала һәм әҙәби ижадҡа аяҡ баҫҡан йәш яҙыусылар араһында Айгиз Баймөхәмәтов тәүге яҙмаларынан уҡ күҙгә ташланды. Йәш авторҙың уҡыусыға әйтә торған үҙ фекере бар, үҙенә хас тел-стиль үҙенсәлеге лә һиҙелә. Был фекерҙе ул бигерәк тә "Ҡалдырма, әсәй" тигән повесы һәм "Урын" тигән хикәйәһе менән асыҡ раҫланы. Күп һүҙ уйнатмай, образлы фекер йөрөтөү, әйтергә теләгәнде көсәнмәй генә иҫтә ҡалырлыҡ деталдәр аша сағылдырыу йәш яҙыусының ижади һәләтен күрһәтеп тора. Тағы шуны әйтәйем: тәүҙән үк ижади әүҙемлек булғанда (гәзит мәҡәләләре, очерктар, хикәйәләр яҙғанда), йәғни өҙлөкһөҙ эҙләнгәндә генә әҙәби оҫталыҡты үҫтереп була. Айгиз Баймөхәмәтов бына ошо юлда тора, һәм беҙ ыңғай һөҙөмтәләрен асыҡ күрәбеҙ. Мин уның киләсәктә үҙе генә түгел, башҡорт әҙәбиәте өсөн дә яңы асыштар яһарына ныҡ ышанам”, – тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойошторған “Йылдың иң яҡшы китабы” конкурсында хеҙмәттәшебеҙ “Йыл асышы” номинацияһы еңеүсеһе тип танылды.