Йыл әҫәре
Быйыл Иҙрис Ноғмановтың "Һаҡмарбаш" тигән романы донъя күрҙе. Уның башҡа әҫәрҙәре "Аманат", "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарында, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" һәм район гәзиттәрендә баҫылып тора, автор үҙе "Аманат" журналы, "Йәшлек" гәзите редакцияларының лауреаты ла булды.
Яҙыусының сәсмә әҫәрҙәрен уҡып, шуға инанаһың: халҡыбыҙҙың ижад ҡеүәһе, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи көсө иҫте китәрә. Бына бит, Хоҙай Тәғәлә биргән беҙҙең ҡәүемгә байлыҡты — һөйөнәйек, ҡыуанайыҡ.
Иҙрис кесе йәштән ижадҡа тартыла, нәҫерҙәр, уймаҡ хикәйәләр яҙа, һуңынан повестарға, романдарға тотона, әҫәрҙәре абруйлы баҫмаларҙа донъя күрә. "Ауыл хикәйәләре" (2007), "Әсәйгә бүләк" (2008), "Ғүмерлек һағыш" (2009) кеүек китаптары баҫыла. "Һаҡмарбаш" исемле тарихи романы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ғөмүмән, уның "Яҙлыҡҡан яҙмыштар", "Ғүмерлек һағыш", "Ир иткән дә, ер иткән дә...", "Сыбай ҡашҡа", "Күк Ирәндек ҡуйынында", "Аждаһа эҙенән", "Ҡаҙаҡҡар" атамалы ҙур күләмле әҫәрҙәре бар. Улар ҙа киләсәктә баҫылырға, китап булып сығырға сират көтә. Яҙыусы булараҡ Иҙрис Ноғманов — киң һулышлы прозаик, башҡорт һүҙ сәнғәтенең оло традицияларын лайыҡлы рәүештә дауам итерҙәй ижадсы. Киләсәктә лә ул уҡыусыларының өмөтөн аҡлар. Әле үк автор — әллә күпме конкурс, премиялар лауреаты, тыуған яғының данлы үткәне, халҡы тарихы менән ҡыҙыҡһына. Уға артабанғы ижадында уңыштар, аҡ юл теләге килә.