Йыл фестивале
Бына инде нисәмә йыл рәттән Октябрьский ҡалаһында Ҡурай фестивале үткәрелеп килә. Сағыу мәҙәни сараның мәртәбәһе бермә-бер арта: 2001 йылда тәүге тапҡыр уҙғарылғанында 130 конкурсант ҡатнашһа, быйыл уларҙың иҫәбе 300-гә яҡынлашты.
Ҡурайсылар фестивале хәҙер республика менән генә сикләнмәй. Бәйгелә Башҡортостандың төрлө ҡала һәм районынан, шулай уҡ Силәбе, Төмән, Свердловск өлкәләренән, Мордва, Удмурт, Мари Иле республикаларынан, Пермь крайынан ҡурайсылар үҙ көсөн һынап ҡараны.
Октябрьскийҙағы сираттағы ижади бәйге яңы исемдәр асты. Конкурста ҡатнашыусыларҙы баһалау жюри ағзаларына еңел бирелмәне. Бәйге шарттарына ярашлы, һәр оҫта, ҡурайҙа уйнауҙан тыш, үҙе башҡарған көйҙөң тарихын да белергә тейеш. Шулай ҙа был юлы дүрт кеше – беренсе урынды, ете ҡатнашыусы – икенсе, бишәүһе өсөнсө урынды алды. Ә инде төп бүләкте Благовещен ҡалаһынан Айнур Назаров яуланы. Гран-при алған ҡурайсыға 100 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырылды.
Фестивалдең иң оло һәм иң кесе ҡатнашыусылары — Бөрйән районынан 76 йәшлек Дәүләтбай Рәхмәтуллин менән Миәкә районынан туғыҙ йәшлек Айгиз Диниев — махсус бүләккә лайыҡ булды.