Беҙҙең менән бергәләр10.01.2012
Беҙҙең менән бергәләрУҡытыусыға һәр дәүерҙә ҡараш та, талап та юғары. Был аңлашыла ла, сөнки кем генә булмаһын — президент йә министрмы, депутат йә эшсеме — һәр береһенә белемде уҡытыусы бирә, бала күңеленә шифалы һуҡмаҡты тәүләп ул һала.
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланғас та мәктәп коллективтары ошо сарала иң әүҙем ҡатнашыусылар булып сыға.
“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына баш ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары ла берҙәм ҡушылды. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәһенә Яңы йыл бүләге итеп “Башҡортостан” гәзитен һайлауы ла иғтибарға лайыҡ.
Мәктәп коллективы өлгәшкән ҡаҙаныштар уҡыусылары йөҙөндә асыҡ сағыла. Ошо йәһәттән 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыларының йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел. Ҡала мөхитендә үҫкән үҫмерҙәргә төплө белем биреү менән бергә юғары рухлы итеп тәрбиәләүҙәре — күптәр өсөн өлгө. Был иһә Шәмсулла Хәбибрахманов етәкселек иткән коллективта һөнәрен яратып һайлаған белгестәр тупланыуына ла бәйлелер, моғайын. Әйткәндәргә ҡеүәт итеп, бер нисә миҫалға туҡталайыҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән абруйлы исемгә Шәмсулла Хәбибулла улы үҙе, Нәғимә Вәлиева һәм Гөлнур Зарипова лайыҡ булды. Бынан тыш, Рәсәй һәм республика кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеүселәр ҙә байтаҡ. “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса үткәрелгән сарала туғыҙ уҡытыусының өлгөлө хеҙмәте 100 мең һумлыҡ грант менән баһаланыуы ла коллективтың мәртәбәһен арттырған. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан, белем биреүҙәге уңыштары Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән баһаланған уҡытыусылар байтаҡ. Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулауы — мәктәп коллективының дөйөм хеҙмәт емеше.
Осрашыуҙарҙа, ғәҙәттә, уҡыусыларыбыҙҙан гәзитебеҙгә ҡарата тәнҡит йәки тәҡдимдәр ишетергә теләп, фекер алышырға саҡырабыҙ. Әммә йыш ҡына йәнле һөйләшеү килеп сыҡмай, сөнки баҫманы даими уҡып һәм күҙәтеп бармаған кешенең әйтер һүҙе юҡ. Был, әлбиттә, 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыларына ҡағылмай. Улар баҫманың йөкмәткеһен яҡшыртыу маҡсатында теләк-тәҡдимдәрен дә ҡыйыу еткерҙе.
Шәмсулла Хәбибулла улы әйтеүенсә, уҡытыусылар гәзит иғлан иткән акцияға дәррәү ҡушылған: 43 кеше “Башҡортостан”ды алдырып уҡыясаҡ! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ғәзизуллина милли баҫмаларҙағы мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә өҫтәмә материал булараҡ файҙаланыуҙарын, юғары класс уҡыусылары менән көнүҙәк темалар буйынса фекер алышыуҙарын еткерҙе. Тимәк, үҫмерҙәр гәзит менән бөгөндән яҡшы таныш.
Балаларҙа милли рух тәрбиәләү көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт талап итә. Шулай булыуына мәктәптә үткән шәжәрә байрамында ла инандыҡ.
Ырыу ағасы ҡоромаҫ,
Йәш быуын барҙа ғына.
Рәхим ит,
иң йәш ырыуҙаш,
Шәжәрә байрамына!
— тигән саҡырыуҙы барыһы ла аңлап ҡабул иткән. I класс уҡыусыларынан алып һәр кем сараға төплө әҙерләнгән. Тулы мәғлүмәт тупланған, үҙенсәлекле биҙәлгән шәжәрә хужалары ырыуҙаштары, ата-бабалары тамырҙары менән ентекле таныштырҙы.
Шәжәрә байрамы тәрбиәүи йәһәттән дә әһәмиәткә эйә. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән байрамда ҡатнашҡан үҫмерҙәрҙең киләсәктә үҙ ҡиблаһын, юлын дөрөҫ табырына, уңға-һулға тайпылмай маҡсатына өлгәшеренә ышаныс тыуҙы.
Уҡытыусыларҙың да зат-ырыуын барлауы һәм улар менән ғорурланып таныштырыуы кисәнең бәҫен күтәрҙе.
География фәне уҡытыусыһы Альбина Фәйзуллина шәжәрә байрамына айырыуса етди әҙерләнгән. Ул — Рәми Ғариповтың бер туған һеңлеһенең ҡыҙы, архив, ЗАГС, халыҡ шағирының йорт-музейындағы материалдарға нигеҙләнеп һәм әсәһенән, ырыуҙаштарынан ишеткәндәренә таянып, бай мәғлүмәтле шәжәрә төҙөгән.
Кисәлә Рәми Ғариповтың улы Азамат та ҡатнашты һәм атаһына бәйле йәнле хәтирәләре менән бүлеште. Азамат Рәми улы ла нәҫел-ырыуын барлағанда, тамырҙарын юллағанда тәрән тойғолар тыуҙырған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡҡан. Ә атаһының шиғырына яҙылған йырҙы гитарала уйнап ишеттереүе быуындар бәйләнешенең сағыу бер миҫалы булды.
Уҡыусыларҙың нәҫел ағасы тамырҙарын барлауы, ата-бабаларының данлы үткәне һәм даланлы шәхестәре хаҡында ғорурланып еткереүе — үҙе үк тәрбиә мәктәбенең нигеҙе.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад