Йыл һәйкәле
Республика көнө алдынан Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Тантанаға дәүләт эшмәкәрҙәре, бөйөк әҙиптең туғандары, ҡәләмдәштәре, шулай уҡ уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылғайны.
– Әле үҙенән-үҙе Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” әҫәре иҫемә төштө, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – “Әгәр алыҫҡа барып аҙашһаң, кире юлды табыу өсөн нимә эшләрһең?” — тип һораған уҡытыусы уҡыусыларҙан. “Ә мин Рәсәйгә таянасаҡмын”, – тигән уҡыусы. Был фекер шағирҙың тотош ижадында сағылыш таба. Шуғалыр ҙа илебеҙҙең төрлө төбәгенән уға хаттар, телеграммалар яуып торҙо. Беҙ Мостайҙың һәр һүҙен көтөп алдыҡ. Уның ҡыҫҡа, тос һәм аңлайышлы телмәре һәр ваҡыт урынлы ине.
Ҡабатланмаҫ ижадсының һәйкәле лә үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Бында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары ла кәүҙәләндерелгән.
– Шағирҙың туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре менән йыш кәңәшләшергә тура килде. Уның әҫәрҙәре менән дә танышып сыҡтым, – тине һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук.
Йәш быуын Мостай Кәримде тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәре аша ғына белә. Күптәрҙең авторҙы яҡындан күргәне лә юҡ. Хәҙер инде Мостайҙың мөһабәт һәйкәле янына килгән һәр кеше үҙен, моғайын, бөйөк ижадсы менән осрашҡандай хис итер.