Йән ереккән төйәгебеҙ18.12.2013
Йән ереккән төйәгебеҙҺәр ҡоштоң үҙ ояһы, һәр балыҡтың үҙ күле, һәр әҙәмдең үҙ иле бар. Йәғни кендеге береккән, йәне ереккән мәрхәмәтле ғәзиз төйәге, тыуған ере.
Беҙҙең өсөн нурлы, йырлы төйәгебеҙ, йән ереккән еребеҙ Баймағыбыҙ ҙа, күҙ алмаһы кеүек, күкрәктәге дөпөлдәп типкән йөрәк кеүек бер генә!
Баймаҡ — үҙ тәбиғәте менән мөғжизәле ил. Баймаҡ — үҙ хазинаһы менән зиннәтле ил. Баймаҡ — үҙ игене менән икмәкле ил. Баймаҡ — үҙ таланттары менән хикмәтле ил. Баймаҡ — үҙ батырҙары менән шөһрәтле ил! Эйе, эйе... Баймаҡ — ифрат та бай тарихлы, киң ҡоласлы, ырыҫлы ил!
Ә инде бына был һүҙҙәремде мин айырыта баҫым яһап әйтмәксемен.
2013 — Баймаҡ халҡына бик тә һөйөнөслө, мәртәбәле йыл. Ни өсөн тигәндә, ҡала ошо көндәрҙә үҙенең олпат юбилейын — 75 йыллығын билдәләй. Ашҡынып көтөп алған байрамығыҙ ҡотло булһын, тип ғорурланып өндәшәм мин һеҙгә, айбарлы, сая рухлы яҡташтарым!
Әйткәндәй, был тантанаға мин дә буш ҡул менән килмәнем. Яҡташтарымдың күңелдәре нурланһын тип, уларға бағышлап бүләк-китап әҙерләнем. Ул "Беҙ — баймаҡтар бит әле" тип атала.
Шиғри йыйынтығымды баҫтырып сығарыуға матди ярҙам күрһәткәне өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡовҡа ихлас рәхмәтемде белдерәм.

Оло ихтирам менән Башҡортостандың халыҡ шағиры,
Баймаҡ районының почетлы гражданы
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
.

Ирәндек

"Ожмахтарың әллә ҡайҙа торһон
Ирәндектә йөрөгән саҡтарҙа", —
Тип кинәнеп, күкрәк киреп йырлай
Йәше-ҡарты беҙҙең яҡтарҙа.

Мин үҙем дә ошо аҫыл көйҙө
Тыңлап үҫтем бала ваҡыттан,
Әле булһа, был йыр иҫкә төшһә,
Түбәм күккә тейә шатлыҡтан.

Йәштән йылы төйәк тойғанғамы,
Әллә артыҡ һөйгән өсөнмө,
Ирәндегем, йән дуҫымдай күреп,
Ҡат-ҡат әйтәм һинең исемде.

Үркәсеңә баҫып байҡағанмын
Һыҙылып атҡан мәлен ал таңдың,
Бөҙрә сәстәренән һыйпағанмын
Нескә билле йәп-йәш сауҡаңдың.

Һыйланғанмын балтырғаның менән,
Һарынаңдан ауыҙ иткәнмен.
Һутлы үләне үҫкән биләнеңдә
Көнгә янып көтөү көткәнмен.

Күк кәкүктәр тауышын тыңлағанмын
Борма юлдарыңдан уҙғанда;
Ышығыңа барып һырынғанмын,
Күнәк-күнәк ямғыр ҡойғанда.

Таҡыя башлы моңло ҡурайыңды,
Әүәҫләнеп, көйләп тартҡанмын;
Иркен болоноңда ҡайыра һелтәп,
Ҡыршылдатып бесән сапҡанмын.

Йәштән йылы төйәк тойғанғамы,
Әллә артыҡ һөйгән өсөнмө,
Ирәндегем, йән дуҫымдай күреп,
Ҡат-ҡат әйтәм һинең исемде!

Саҡ бер айырылып ситкә китһәм,
Күңел ҡошо һиңә ашҡына,
Таштарыңды мин һалырҙай булам
Яҫтыҡ итеп башым аҫтына.

Армыт-армыт булып, олпатланып,
Тирә-яҡҡа биреп күркәмлек,
Болоттарға терәп ҡаҡ соңҡаңды,
Һәр саҡ мәғрур тор һин, Ирәндек!

Моңдарым

Ризыҡтар ҡайҙа йөрөтөр мине,
Ҡайҙа алып барыр юлдарым?..
Ләкин беләм, ғәзиз Уралымда
Тамыр йәйгән йөрәк моңдарым.

Уның тамырҙары бик тәрәндә,
Тауҙар күкрәгенә тоташҡан.
Һут ала ул тыуған тупрағымдан,
Ут ала ул ҡайнар ҡояштан.

Ваҡыт толпарында елеп-сабып,
Уҙып китһәләр ҙә йылдарым,
Килер заманда ла күкрәр өсөн
Уралымда ҡалыр моңдарым!

Беҙ — баймаҡтар бит әле

Эй, аҡһаҡал,
сал тарихтың
Йомғаҡтарын һүт әле,
Ирәндеккә — Йәнтөйәккә
Ҡарағастай тамыр йәйгән
Иң аҫаба, йор башҡорттар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Эй, ҡорҙашым,
хаҡ һүҙемде
Ҡолағыңа кирт әле,
Быуын-быуын булып үрсеп,
Милләтебеҙҙе ҡотайтҡан
Сая рухлы ырыуҙаштар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Эй, яҡташым,
әҫәрләнеп,
Моң-сазыңды сирт әле,
Урал ҡурайҙарын уйнап,
Бар ҡитғаны таң ҡалдырған
Йырға-моңға маһир заттар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Эй, һыбайлы,
Һаҡмар буйлап
Бер елдереп үт әле,
Ат атланып,
яуға сабып,
Ил дошманын еңеп ҡайтҡан
Ҡурҡыу белмәҫ азаматтар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!
Эй, һылыуҡай,
йәшен-ҡартын
Бейеп хайран ит әле,
Иң-иң сағыу йондоҙҙарҙы
Сәхнә күгендә балҡытҡан
Сәнғәткә ғашиҡ таланттар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Эй тыуған яҡ сәхрәләре,
Матур шул иҫ китмәле,
Шундай гүзәл илкәйемдең
Һәр бер тын алышын тойған
Хәстәрлекле бауырҙаштар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Әйҙә, күкрәп сәскә атһын
Дуҫлығыбыҙ түтәле,
Ошо дуҫлыҡ түтәленең
Мәңге шиңмәҫ сәскәләрен
Ел-дауылдан ҡурсыусылар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Заман ауыр,
нужалары
Үҙәктәргә үтмәле,
Әммә зарлы донъяны ла
Нурландырырға ынтылған
Ҡояш йөрәкле халыҡтар —
Беҙ — баймаҡтар бит әле!

Тыуған ер — алтын бишек

Далаларҙан иҫкән һыҙма елгә
Ҡыштыр-ҡыштыр итә аҡ ҡылған,
Бураҙналар ярып һабан һөргән
Тыуған еренән һуң кем туйған?

Тәпәш кенә билән итәгенән
Тек-тек баҫып килә бер болан,
Ялан-ҡыр ҡыҙырып көтөү көткән
Тыуған еренән һуң кем туйған?

Көмөш кенә һыулы алҡын йылға
Йәйрәп, ярһып аға уйһыуҙан,
Бала саҡтан алтын бишек булған
Тыуған еренән һуң кем туйған?

Сут-сут итеп һайрар өсөн микән
Күк тирәккәйҙәргә ҡош ҡунған.
Янып һөйгән, йәндәй яҡын күргән
Тыуған еренән һуң кем туйған?

Замандашҡа

Йылғаларҙың ниңә көсө артһын,
Алҡынланып, ярһып аҡмаһа?
Күңелдәрҙең ниңә хисе ташһын,
Матурлыҡҡа әйҙәп, айбарланып,
Мөхәббәте ҡанат ҡаҡмаһа?

Урал урмандары хозурланмаҫ,
Ағастары япраҡ ярмаһа.
Рәсәй донъяһына һис ҡот ҡунмаҫ,
Заман иблистәре ҡотороноп
Һаман ил кеҫәһен ҡармаһа.

Болондарҙың ниндәй күрке бар һуң,
Һандуғасы, гөлө булмаһа?
Халыҡтарҙың ниндәй ирке бар һуң,
Аҫылдарҙан аҫыл милли моңо,
Ғәзиз туған теле булмаһа?

Мәғрур ҡаяларға яманһыуҙыр,
Бөркөттәре саңҡып осмаһа.
Үкһеҙ етемдәргә бик ауырҙыр,
Атай-әсәй наҙын хәтерләтеп,
Изге йәндәр ҡайнар ҡосмаһа!

Төнгө асмандарҙың ни йәме бар
Йондоҙҙары баҙрап янмаһа?
Хакимдарҙың ниндәй хәжәте бар,
Сараһыҙҙан бөлгөнлөккә төшкән
Инсандарын яҡлай алмаһа?!

Күмерләнеп янһын йәндәремдә

Мин ҡайғымды
тауға илтеп һалһам,
Ирәндектау ҡапыл бөгөлөр ине,
Таш-ҡаяның
йөрәккәйе сатнап,
Гөл керпеге йәшкә төйөлөр ине.
Үҙ ҡайғымды
ситкә сығармамын,
Күмерләнеп янһын йәндәремдә!
Тик ҡайҙарға барып һуғылайым
Бик тә ауыр булған мәлдәремдә?!


Вернуться назад