Заманында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөйөк режиссер Лек Вәлиев Ибраһим Абдуллиндың "Тиле йәшлек" әҫәрен сәхнәләштергәйне. Ә төп ролде, Зөлҡәрнәйҙе, мәшһүр актер Фидан Ғафаров башҡарғайны. Был спектакль республикабыҙҙың сәнғәт тормошонда тотош бер байрам төҫөн алды. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының "Тиле йәшлеге" бынан һуң нисек күҙ алдына баҫыр тигән уй менән спектакль премьераһына киттем.
Айлы ауыл кисе. Урам бешкән икмәк еҫе менән тулған. Йәштәр тыпырҙыҡҡа йыйылған. Бер төп башына ҡунаҡлаған гармунсы Бытбылдыҡ (артист Марат Зөбәйеров) тирә-яҡты һағыш моңона ураған. Егеттәр-ҡыҙҙар йырлай-йырлай майҙан уртаһына сыға. Кинәт шул мәлдә былар янына бер ят ҡыҙ килеп ҡушыла. Был ауылға агроном булып килгән Һандуғас (артист Әлиә Зарипова) булып сыға ул. Һылыуҡайға күҙҙәре төшкән егеттәрҙең ҡолағы ҡарпайып китә. Бигерәк тә Зөлҡәрнәй (Гилүс Минһазов) менән Хәнифтең (Айҙар Зарипов) күҙҙәре ут булып яна башлай. Тик бына сибәркәй кемде хуш күрер?
Егеттәр бер-бер артлы төртмәле йырҙар башҡарып, бейеү шаржы уйнай башлай. Был ҡыҙҙы кәмһетергә теләгән күренеш булып күҙ алдына баҫа. Бының менән егеттәр ҡунаҡ ҡыҙҙы һынап ҡарамаҡсы булһа кәрәк. Ләкин агроном ҡыҙ "морон" күтәреп быларҙы ташлап сығып китмәй, ә бейей-бейей егеттәргә килеп ҡушыла. Быны көтмәгән егеттәр хатта бер аҙ юғалып ҡалғандай итә.
Бөтә ошо күренештәрҙе ҡарап, йөрәккә йылы инеп китте, тимәк, артистар образдарҙы тотоп алған. Тик Һандуғас кемде һайлар: Зөлҡәрнәй ҙә, Хәниф тә уға берҙәй ғашиҡ булды бит. Ваҡиғалар барышында шул аңлашыла: ике егет тә Һандуғасҡа мөкиббән, тик улар хәҙергә мөхәббәт хистәрен бер ошо ҡыҙға бағышлағандарын ғына белмәй. Улар ғашиҡ егет ролдәрен шундай ихлас итеп башҡара. Тамашасы бының хәйерле бөтмәҫен борсолоп көтә башлай. Зөлҡәрнәйҙең мөхәббәтен күреп, тамашасы уның яҡлы. Егеттең һөйөү тойғоларын хатта Шифабикә инәй ҙә (Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина) яҡшы аңлай һәм бөтә булмышы менән уға теләктәшлек күрһәтә, тик бәрелеш бысаҡ-фәләнгә барып етмәһен. Был кисерештәрҙе Гилүс Минһазов та, Рафиға Ғәлина ла комедияға хас эске юмор менән, ниндәйҙер илаһи бер аура аша кәүҙәләндерә. Бына ошо күренештәрҙе уйнағанда, ниңәлер тағы ла Фидан Ғафаровтың образы күҙ алдына килеп баҫа. Юҡ, Минһазов уны ҡабатламай, ул үҙенең “Зөлҡәрнәй”ен уйнай. Тимәк, йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов был ролгә Минһазовты алып яңылышмаған, тип әйтке килә.
Бына ваҡиғаларҙың хәл ителеше яҡыная, залда уфтаныуҙар ишетелә. Тамашасы хәҙерге донъяла бындай тарихтарҙың фажиғә, бәхетһеҙлек менән бөтөүен яҡшы белә. Һәм сиселеш оҙаҡ көттөрмәй: Һандуғастың егеттәрҙең береһен дә һайламауы асыҡлана. Быға кем ғәйепле? Ике егеттең береһе: улар бер-береһенә ҡамасаулыҡ иткән. Тимәк, егеттәрҙең береһенән ҡотолорға кәрәк. Бына улар күҙгә-күҙ килеп осраша, һиҙелеп тора: кисерештәре ташып, йоҙроҡтары йомарлана, хатта бармаҡтарынан әллә тир аға, әллә ҡан һарҡый. Тамашасы ҡурҡышынан күҙен йома, ҡайһыныһы ҡулъяулығы менән йөҙөн баҫа. Шул мәлдә ике егет бер-береһенең яурынынан алып, маңлайҙары менән йомшаҡ ҡына төкөшә һәм ир-аттарса йәшһеҙ илап ҡайғыларын бүлешә: бысаҡлашыу ҙа, атышыу ҙа юҡ. Ошо мәлде бөтә тамашасы залды тетрәтеп алҡыштарға күмде һәм:
— Режиссерҙы сәхнәгә! — тигән ауаздар яңғыраны.
Спектакль шундай тойғоло булып килеп сыҡһын өсөн бында ҡатнашҡан бөтә актерҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азамат Хәлиловты (Өлкән Бытбылдыҡ), Фәим Әхмәтйәновты (Өлкән Зөлҡәрнәй), Илһам Рәхимовты (Өлкән Хәниф) һәм артист Гөлнара Йәрмиеваны (колхоз рәйесе Сәйҙә) айырып әйтке килә.
"Тиле йәшлек" матур спектакль генә түгел, аҡыллы һабаҡ булараҡ та ҡабул ителә. Был әҫәр — режиссер Зиннур Сөләймәновтың нәүбәттәге ижади эше. Күренеүенсә, спектаклдең тамашасылар тарафынан баҫып алҡышлауға лайыҡ булыуы ҙур өмөт уята.