Нур сәсеп йәшәне13.12.2013
Нур сәсеп йәшәнеКүренекле яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллин фельетондар оҫтаһы булараҡ әҙәбиәтебеҙҙә ныҡлы урын алған. Бөйөк Ватан һуғышында аяуһыҙ алышып, Берлинғаса еткән әҙип ирекле тормоштағы бар ғүмерен ижадҡа арнай. Уның “Тау шишмәһе”, “Ауыл ситендәге өй”, “Яңы күршеләр”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Алмаш-тилмәш”, “Шундай-шундай хәлдәр”, “Ҡунаҡта”, “Мөхәббәт серҙәре” кеүек китаптары замандың көнүҙәк мәсьәләләрен сағылдырыуы менән ҡиммәтле.

Тынғыһыҙ ижадсы һәм ҡаһарман яугир хаҡында ҡәләмдәше Фәрит Иҫәнғолов 1983 йылда бына нимә тип яҙған: “Ғәҙәттә, яҙыусының ижади портретын һынландырғанда, уның тормош юлы хаҡында әҙерәк яҙмай уҙып булмай бит инде. Мин уға һорауҙар яуҙырам, ә ул бары берәр һөйләм менән генә яуап бирә. Уны әйткәндә лә “ҡуйсәле!” тигәнде аңлатып, ҡул һелтәй торғайны.
— Нисек уҡынығыҙ?
— Эй, башҡалар кеүек инде...
— Эшегеҙ хаҡында әҙерәк һөйләгеҙ әле.
— Нимәһен һөйләйһең? Эш эш инде ул.
— Ҡайҙарҙа һуғыштығыҙ?
— Ҡайҙа булһын? Фронтта инде...
Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ошо көндәрҙә әҙиптең тыуған төйәгендә — Белорет районының Сермән ауылында — хәтер кисәһе уҙғарылды. Был сарала Өфөнән килгән ҡәләм оҫталары — Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, күренекле прозаик Сабир Шәрипов, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев, шағир Радик Хәкимйән, шулай уҡ әҙиптең Зөлфиә һәм Ғәлиә исемле ҡыҙҙары, бер туған ҡустыһы Ғофран Фазыл улы ла ҡатнашты.
— Сермән ауылында күренекле шәхестәр күп тыуған, улар араһында бынамын тигән ҡәләм эйәләре лә бар, — тине сәләмләү һүҙендә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. — Быйыл Әбйәлил районында өс әҙипкә арналған әҙәби музей асылды. Әгәр һеҙ ҙә ошондай изге эште атҡарып сыҡһағыҙ, был яҡташтарығыҙға ҙур һәйкәл булыр ине.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы ауыл китапханаһына Зөлфәр Хисмәтуллиндың Яҙыусылар союзында һаҡланған шәхси документтарының күсермәһен дә тапшырҙы. Ә инде ғалим һәм яҙыусы Мирас Иҙелбаев ижадсы хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Ул шул тиклем итәғәтле кеше ине. Зөлфәр ағай үҙенең яҡты нурын сәсеп, йәштәр күңеленә орлоҡ һибеп йәшәне”, — тине Мирас Хәмзә улы.
Оло шәхес иҫтәлегенә уҙғарылған сараны “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле моңло йырҙары менән биҙәне. Урындағы һәүәҫкәрҙәр иһә, Зөлфәр Хисмәтуллиндың юмористик хикәйәһен сәхнәләштереп, тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе.
Кисәне тамамлап, Сермән ауылының аҡһаҡалы Солтан Сиражетдинов Өфөнән килгән әҙиптәргә һәм ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Кеше хаҡында, иҫләүселәр бар саҡта әле ул иҫән, тиҙәр. Ә инде яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллин тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре аша һаман да беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Егерме йыл элек Сермәндә уның хөрмәтенә урамға исем бирелгән. Ижадсы өсөн халыҡ ихтирамынан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.


Вернуться назад