Ҡуйын дәфтәренән13.12.2013
Балыҡсының балығы
Яҙыусы Сабир Шәрипов күренекле прозаик ҡына түгел, күренекле балыҡсы ла. Әҙ генә ваҡыты булдымы, ул балыҡҡа китә. Был һөнәрҙе шул тиклем ярата, хатта ҡәләмдәштәренең, таныш-белештәренең юбилейҙарына, теге йәки был ғаилә байрамдарына барһа, мотлаҡ ҡармаҡ бүләк итә.
Бер мәл ул Ҡариҙел яғына балыҡҡа юллана. Йылға буйына урынлашып, балыҡ ауларға ултыра. Ләкин ниңәлер эреһе эләкмәй. Шунан яҙыусы йылға буйында ҡуна ҡала. Ләкин кисен дә, иртәһен дә сабаҡ ҡына ҡаба.
Сабир быға ҡайғырмай, иң мөһиме — ул балыҡ донъяһынан ҙур ҡәнәғәтләнеү таба. Ниһайәт, ул сабаҡтарҙы бер сыбыҡҡа теҙеп, ҡайтырға сыға. Шулай, өйөнә етәрәк бер урам мөйөшөндә шыңшып ултырған эткә тап була. Асығып илай тип уйлай ул һәм этте сабаҡтары менән һыйларға керешә. Эткә был һый бик тә оҡшай, ул Сабирҙы өйөнә тиклем оҙатып килә.
Өйөнә ингәс, шыжлатып-быжлатып нимәлер ҡыҙҙырған тормош иптәше Зәйтүнә ханым:
— Хатта ҡунып ҡалдың, балыҡты бик күп тотҡанһыңдыр ахырыһы, — тип йылмайып ҡаршы ала.
— Юҡ, был юлы балыҡ тотманым, ә эт тоттом, — ти Сабир.
Башлап яҙыусы
Башлап яҙыусы бер йәш автор замана елдәре тулҡынында бәүелеп, публицистик мәҡәләләр яҙырға ярата. Уның был яҙмалары ниндәйҙер гәзиттәрҙә баҫыла, ә бер мәҡәләһе хатта республика кимәлендәге журналда донъя күрә. Унда ул Сталинды тәнҡитләй, сәйәсмәндең Бөйөк Ватан һуғышына бәйле эшмәкәрлеген яманлай.
Кемдәрҙер, башлап яҙыусы авторҙың мәҡәләләренә иғтибар арта башлағас:
— Генералиссимусты тәнҡитләнең инде, хәҙер ниндәй темалар күтәрергә уйлайһың? — тип һораған. Ә ул:
— Хәҙер маршалдарға, генералдарға тотонам, — тип яуап биргән.
Ниһайәт, төпсөнә килеп:
— Ә һинең үҙеңдең званиең кем? — тип ҡыҙыҡһынғандар. Башлап яҙыусы, күкрәк киреп:
— Минең звание — рядовой, — тип яуаплаған.
Кәбир АҠБАШ.
Ауылда ҡарттар йәшәй
– Атай, ҡартайғас, һеҙ ҙә ауылда йәшәрһегеҙме? – Ҡыҙым уйнап йөрөгән еренән шулай тип һорап ҡуйҙы.
– Ниңә улай тип уйлайһың?
– Ауылда гелән әбей-бабай көн күрә бит. Олатай менән өләсәй ҙә ауылда тора. Раҡия әбей ҙә, Сәлихә… – Ҡыҙым белгәнен теҙеп алып китте.
Ысынлап та, бөгөн ауылда ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара шул.
Алдаҡсы ағай
Ҡыҙым уҡыған мәктәпкә бер етәксе килергә тейеш. Барыһы зыҡ ҡупты. Атай-әсәйҙәр бөтә ерҙе ялтыратып йыуҙы, тәҙрәләрҙе һөрттө. Бығаса әҙәм ҡулы етмәгән тағы әллә күпме тишек-тошоҡто таҙарттылар. Мәктәптең бейеү ансамблендә шөғөлләнгән ҡыҙыбыҙ ҙа көн дә репетецияға йөрөп хәлдән тайҙы. Ә улыбыҙ өр-яңы галстук барып алды, ул шиғыр һөйләйәсәк. Ҡунаҡты ҡаршы алғанда кем ҡайҙа торорға тейешлеге билдәләнде.
Бына етәксе килергә вәғәҙәләгән көн дә етте. Мәктәп ихатаһынан уҡ байрам төҫө алғайны: шарҙар елберҙәй, урамға ҙур-ҙур ҡорамалдар ҡуйылған, күңелле музыка уйнай. Барыһының да йөҙө шат, көләс. Төрлө кимәлдәге түрәләр йыйылған.
Эштән ҡайтҡас, ҡыҙымдан:
– Шунан нисек булды, бейенегеҙме? – тип һораным.
– Юҡ!
– Ә ниңә?
– Теге ағай килмәне. – Ҡыҙым күңелһеҙ генә яуапланы.
Унан һуң апаруҡ ҡына ваҡыт үтте. Күптән түгел ғаиләбеҙ менән тын ғына телевизор ҡарап ултырабыҙ. Ҡыҙым ҡапыл һикереп торҙо ла йүгереп барып бармағы менән экранға төрттө:
— Ана, ана, ҡарағыҙ әле, теге алдаҡсы ағай тора!
Ә. ЛОҠМАНОВ.