Юмореска
– Ой, шәп! Былай булғас, эштәр гөжләгәнский! Алла бирһә, әллә ниндәй диңгеҙ буйҙарына ла ял итергә барырҙар әле…
Ҡала урамы буйлап килгән Миңлебайҙың шатлығы эсенә һыймай, ауыҙы ҡолағына еткән. Уның күңеле, юҡ-юҡ, бөтә күҙәнәге байрам итә, йырлай. Шатлығынан бына-бына осоп китер ине лә ҡанаттары ғына юҡ шул. Ул ҡыуанысынан йәнә усын-усҡа шапылдата һуғып ала.
– Шәп!
Ошо шатлығын ул башҡаларға бер нисек тә әйтеп аңлата алмаҫ ине кеүек. Үҙ алдына һөйләнеп, ауыҙ йырып килгән иргә урамдағылар ҙа сәйерһенеп ҡарап үтә.
– Ҡара әле, ҡара, анау ирекәй тиктомалға ауыҙын бейәләйҙәй йырып киләсе.
– Әллә аҡылға бер төрлө инде?
– Хәстрүш, аҡса алған булғандыр. Беҙҙең ирҙәр шул бит инде ул, саҡ ҡына аҡса төҫө күрһәләр, ауыҙҙары шапылдап тора.
– Ҡуй инде!
Миңлебай үткәндәрҙе хәтеренә төшөрҙө. Бығаса ул, халыҡ әйтмешләй, хөкөмәткә бил бөктө. Эштән өйгә ҡайтып инә белмәһә лә, һис кенә мандый алманылар. Көндәрҙең береһендә, “хәҙер кемеһенә ҡарама һатыу итә” тип, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға булды. Магазин асты, тип әйтеүе генә анһат. Тәүҙә аҡса эҙләп тамам хыялый булды. Йөрөй торғас, барыбер юллап алды. Унан нимә менәнерәк кәсеп итһәм, сереп байырмын икән, тип баш ватты. Интернетта соҡондо, таныш-белешенән уны-быны һорашты.
– Магазиның йыйын ярлы-ябаға, ас ҡарғалар, пырастуй кешеләр йәшәгән ерҙә булмаһын, – тип кәңәш бирҙе береһе. – Ул сағында киткән ырасхутыңды ла ҡаплата алмаҫһың. Улар ни, бете менән түләп алһынмы?
– Ҡаланың иң бай кешеләре, депутаттар, ҙур түрәләр, етәкселәр йәшәгән тирәләрәк булырға тейеш, – тип алтын фекерен әйтте икенсеһе. – Улар — хөкөмәттең иң кәрәкле кешеләре, беҙҙең тормошобоҙҙо гүзәл итеү өсөн яман ныҡ эшләй, ҡарарҙар ҡабул итә. Шуның өсөн дә уларға аҡсаны тамсы ла йәлләмәйҙәр. Хатта теге…
Өфөгә тәүге тапҡыр килгән саҡта вокзалда ҡунып йөрөһә, хәҙер – ҡала тулы туғандары. Әллә ҡайҙан белеп, килеп табалар. Теге ваҡыт Герман һуғышында үлеп ҡалған олатаһының өс туғаны килеп сыҡты. Күптән түгел генә әсәһе яҡлап ҡарт өләсәһенең өләсәһе табылды. Дуҫтар, туғандар күп булғас, яман шәп. Әле береһе ҡыҙының туйына саҡыра, әле икенсеһе – тыуған көнөнә. Баралмайым тиһәң, үпкәләйҙәр.
– Хәҙер кеше булдың шул, – тиҙәр.
Элек ауыҙ асҡан һайын һәүеректән, мәмәйҙән һалдырған бисәһен дә, әйтерһең, ен алмаштырҙы. Гелән йылмайып-көлөп йөрөй. Ғүмерҙә ишетмәгән әллә ниндәй матур, нәфис һүҙҙәрҙе белеүен әйт әле. Ишектән килеп инеү менән “суп” иттереп үбеп ала.
– Иркәм, хәлдәр нисек? Йонсоп ҡына ҡуйма. – Унан сисенергә ярҙам итә.
Наҙлап уята, иркәләп йоҡларға һала.
Телефон шылтырауы Миңлебайҙың уйҙарын бүлде. Һатыусыһы бөгөнгө уңышы хаҡында сурытты.
– Бөгөн харап шәп көн булды. Иртәнән бирле кеше өҙөлмәй.
Өс йөҙ меңлек имән табут, егерме меңлек рәшәткә, һәйкәл, ҡосаҡ-ҡосаҡ тере раузалар алдылар...
– Шулаймы? Ҡайһылай шәп! – Миңлебайҙың тауышы көр сыҡты.
Кисен телевизорҙан ҡасандыр ҙур түрә булған 99 йәшлек шәхестең донъя ҡуйыуы, йәмәғәтселектең ҙур юғалтыу кисереүе хаҡында хәбәр иттеләр. Эшҡыуарҙың эсенә йылы йүгерҙе…