Мәғрифәтсенең изге юлынан13.12.2013
Бөгөн Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла көндәренең төп саралары — “Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы” исемле ғилми-ғәмәли конференция, “Этнофест-2013” халыҡ-ара йәштәр фестивалендә ҡатнашҡандарҙың гала-концерты уҙа.

Ултырышта дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең тарихи-философик аспекттары, заманса уҡытыу технологиялары, мәҙәни мөхиттә филологик белем биреү мәсьәләләре ҡарала. Пленар өлөштә иһә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы төбәгенең үҫешенә өҫтәмә ҡеүәт биргән гуманитар ресурстар хаҡында һүҙ бара.
Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 9 декабрҙә башланғайны. Белем биреү йыйынында Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм ғалимдар ҡатнаша. Мәғрифәтсенең исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында сараның башынан алып аҙағынаса тематик күргәҙмә эшләне. Шулай уҡ унда М. Аҡмулла премияһы лауреаттарының галереяһы асылыуы, ошо исемгә лайыҡ булған билдәле ғалимдарҙың лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолоуы, башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә сыҡҡан “Аҡмулла васыяты” тигән китаптың исем туйы, “Шиғриәт ҡанаттарында” поэзия кисәһен, шәхестең ижады буйынса Интернет-олимпиада уҙғарыу йәш быуын өсөн айырыуса фәһемле булды.
Кисә иһә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашлығында “Глобалләштереү шарттарында берҙәм белем биреү мөхите булдырыу: проблемалар һәм перспектива”, “Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә халыҡ тарихы” тигән темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрелде.


Вернуться назад