Вахит Хызыров ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланманы икән... Ошо көндәрҙә билдәле йырсының сираттағы өр-яңы тамашаһы булды. Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта һәм, ғөмүмән, сәхнәгә бәйле тормошо тураһында.
— Бала саҡта кем булырға хыяллана инегеҙ?
— Атайым Ғәлибай Мырҙабай улы — мал табибы, әсәйем Әҡлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы быҙау ҡараусы ине. Улар ғүмере буйы колхозда эшләне. Ауыл кешеһенең йортта ла, өйҙә лә мәшәҡәте күп. Нисек интеккәндәрен күреп, атай-әсәйемә ниндәй ҙә булһа ярҙамы тейер тип, тракторсыға уҡырға хыяллана инем. Әммә әсәйем миңә: “Улым, һин мотлаҡ икенсе һөнәр алырға тейешһең. Ауыр эштә беҙҙең йөрөгән дә еткән”, — тине. Aлты балаһын тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу, тейешле белем алырға ярҙам итеү уларҙың яҡты теләге булды. Әйткәндәй, минең табип булырға ла уй бар ине. Апайымдың лекцияларының бөтәһен дә уҡып, имтихандарҙы тыныс ҡына тапшыра килдем. Тик... Шулай ҙа яҡшы табип булыр инем.
— Һеҙҙең ҡатнашлыҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Арыҫлан” исемле яңы проект — ир-егеттәр клубы эшләп килә. Уға ҡарашығыҙ...
— Был тапшырыу миңә бөтә яҡлап та оҡшай. Уйылдан Ғәлиндең ошо идеяһын хуп күрәм. Тапшырыу барышында беҙ телевизор ҡараусыларға яҡшы кәйеф бирергә тырышабыҙ, сөнки көндәлек тормошта былай ҙа стресс күп... Төрлө проблемаларҙы төҫлө буяуҙар аша еткерәбеҙ һәм ул тамашасыға оҡшай. Тимәк, тапшырыу үҙ маҡсатына өлгәшә. Беләһегеҙме, тура һүҙлелегем өсөн мине ҡатын-ҡыҙ нығыраҡ ярата башланы, шикелле. Улар өсөн дә бындай клуб ойошторорға кәрәктер, тип уйлайым.
— Ял сәғәттәрен нисек үткәрәһегеҙ?
— Буш ваҡытымда мунса инергә яратам, йәиһә Өфөлә йәшәгән һеңлемә барам. Ял осоро ике көндән ашып китһә, йоҡо туйҙырам, китап уҡыйым, музыка тыңлайым. Һәр хәлдә, ваҡытым бушҡа үтмәй.
— Концертығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Был юлы тамашасыны нимә менән ҡыуандырҙығыҙ?
— Егерме йыл элек һәр ижади миҙгелдә тыуған көнөмә арнап концерт ҡуйырға тип һүҙ биргәйнем. Программаны даими яңыртып, тамашасы хөкөмөнә бирә барам. Быйыл әҫәрҙәр башҡорт, рус, татар телдәрендә яңғыраны. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Суханов, уның етәкселегендәге “Метелица” урыҫ халыҡ ҡоралдары ансамбле ҡатнашты. Концертҡа Екатеринбург ҡалаһынан талантлы музыкант, минең ижадташ дуҫым Елена Эндеберя ла килде. Сығарылыш уҡыусыларым Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Искәндәр Ғәзизов һәм Рөстәм Шаһыбаловтар ҙа тамашаны йәмләне. Улар филармониябыҙҙа эшләп йөрөй, төрлө республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған.
— Һеҙ ниндәй уҡытыусы?
— Бик талапсанмын... Ҡайһы бер йомшаҡлығым үҙемә ҡамасаулап та ҡуя. Студенттар балаларым кеүек, уларға ваҡытты хатта үҙемдең улыма ҡарағанда ла күберәк бүләм. Уҡыусыларымдың ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәйем, шуның менән бәхетлемен.
— Киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ...
— Салауат Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” рок операһын тергеҙергә уйлайым. Элгәре унда төп герой — Егет ролен башҡарғайным. Әгәр был опера яңынан һулыш алһа, уҡыусыларым Руслан йәки Вадимдың шул ролде уңышлы башҡарырына шигем юҡ. Икенсенән, Яңы йыл байрамдарынан һуң Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына гастролгә сығырға уйлайым.
— Кешелә ниндәй сифаттарҙы өҫтөн ҡуяһығыҙ?
— Һәр кеше үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға тейеш. Профессионализмға ҡушып тәртип тә хас икән, был — икеләтә уңыш. Шул ике сифаттың бер-береһе менән йәнәш килеүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала һирәк күренешкә әйләнде. Кешелеклелекте, әҙәплелекте үҙ итәм.
Эльнара ХАФИЗОВА.