“Миләш”тәр – дуҫтарыбыҙ10.12.2013
“Миләш”тәр –  дуҫтарыбыҙМиҙгелдең матурлығын йәнә балҡытып ебәргән миләш тәлгәштәрен күргән һәр кемдең күңеле моңға тулышһа, “Миләш” халыҡ фольклор ансамбле сығышын ҡараған тамашасының йөрәге елкенә.

“Миләш” Асҡар ауылының оло йәштәге дәртле, уңған кешеләренән тора. Күрше Дәүләт ауылынан ирле-ҡатынлы Ғәлиә менән Мәүлит Фәттәховтар ҙа бар. Күп кенә ансамблдәрҙән айырмалы, бында өс ғаилә пары иҫәпләнә. Районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән милли сәнғәтебеҙҙең ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр.
Ансамблдә шөғөлләнеүселәрҙең береһе лә сәнғәт буйынса махсус белем алмаған, әммә тормош дәрте, йыр-моңға һөйөү уларға илһам бирә, ҡанат ҡуя. “Миләш”тәрҙең тамашасыларға әйтер һүҙе халыҡ йырҙары, үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ата-бабабыҙҙан ҡалған иң яҡшы йолаларыбыҙ, аш-һыу өлгөләре, милли кейемде пропагандалау аша еткерелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр береһенең үҙ ҡулы менән эшләгән һаҡал, ҡашмауҙары бар. Район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге лә ҙур ярҙам күрһәтә: яңы кейемдәр тектереү, уларҙы республика буйынса төрлө конкурстарға йөрөтөү кеүек барлыҡ эш тиҙ арала хәл ителә. Етәкселәре Радмир Иншар улы Солтанбаев әйтеүенсә, ансамбль 1987 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо йылдарҙа улар Башҡортостанды арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡан, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург тамашасыларын да әсир иткән.
Ансамблдә тәүге көндәрҙән үк шөғөлләнгән Зәкиә Фәррәхова менән Мәрзиә Солтанбаеваларға – 77-шәр йәш. Әммә күңелдәре йәш инәйҙәргә ҡарап, шулай тип әйтерлек түгел!
– Йөрәк дәртле булғас, ҡартайыу хаҡында уй ҙа юҡ, – тип йылмая инәйҙәр. – Киреһенсә, ҡайһы ваҡыт беҙҙе йәлләп, ҡайҙалыр сығыш яһарға әйтмәй китһәләр, үпкәләп тә алабыҙ. Күмәкләшеп тыуған көндәребеҙгә, төрлө ғаилә байрамдарына йөрөйбөҙ. Өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашабыҙ. Бер ғаилә кеүек дуҫ, татыу йәшәйбеҙ.
Рәсилә Әбүшаһманова – районда билдәле сәсәниә, шиғри күңелле апайҙарҙың береһе. Ул шиғырҙар яҙа, таҡмаҡтар сығара.
Бына шундай ул Әбйәлил таланттары! Хәйер, улай ғынамы икән?! Халыҡ йырына, халыҡ моңона ҡанат ҡуйған “миләш”тәр башҡорт матбуғатына ла битараф түгел. “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға! ” акцияһын дәррәү күтәреп, барыһы гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!


Вернуться назад