Милләтебеҙ көҙгөһө10.12.2013
Әле гәзит-журналға яҙылыу дауам итә. Һәр кемдә — ниндәй баҫманы алдырыу тигән уй. Мин иң беренсе үҙеңдең телеңде, мәҙәниәтеңде һәм рухыңды байытҡандарына яҙылыу хәйерле тип иҫәпләйем — "Башҡортостан" гәзитен күҙ уңында тотам. Ул һуңғы йылдарҙа төрлө мәҡәләләргә байыны, мәғәнәһе тәрәнәйҙе, географияһы киңәйҙе.

Тағы ла шуны әйтке килә: гәзиттә яҙыусыларҙың сығыштарына, уларҙың әҫәрҙәренә, әйткән фекерҙәренә күберәк урын бирелә башланы. Был бик тә дөрөҫ, сөнки яҙыусылар — халыҡ намыҫы, улар ғәҙеллек, әҙәплелек, иман һағында тора.
"Башҡортостан" ғилмиәт тәңгәлендә лә бик фәһемле яҙмалар тәҡдим итә. Быйыл, мәҫәлән, Йылан йылы тураһында яҙма баҫылды. "Имен килһен донъялар" тигән ҙур булмаған, әммә бик тәрән фекерле мәҡәләлә йылдың нисек килере фараз ителде. Үткән быуатта, йәғни Йылан йылдарында булған ваҡиғаларға анализ яһалғайны. 1905 — буржуаз революция йылы, 1917 — социалистик революция йылы, 1941 — Бөйөк Ватан һуғышы башланған йыл, 1953 — Сталин үлгән йыл... Әлеге йылдың да хәүефле килеренә ишара яһалғайны. Ысынлап та, ер тетрәүҙәр, вулкан атылыуҙар, һыу баҫыуҙар, самолеттар ҡолау, пароходтар батыу, төрлө илдәрҙә локаль һуғыштар булғанын күҙәттек.
Ҡыҫҡаһы, гәзиттең халыҡҡа яҡыныраҡ килеүе, милли рухты нығыраҡ һүрәтләүе, ябай кешеләргә күңел йылыһы өләшеүе уларҙың йөрәгенә үтеп инмәй ҡалмай. Быйыл да гәзит уҡыусыларыбыҙ баҫманы үҙенең яҡын дуҫы итеп алһын ине тип әйтке килә.
"Башҡортостан" — ул милләтебеҙҙең көҙгөһө.


Вернуться назад