Үҫәргәндәр — “Байраҡ аҫтында...”10.12.2013
Республикабыҙ райондары халҡының Өфөлә яҡташтар осрашыуы үткәреүе күркәм йолаға әүерелде. Бындай сараларҙың кешеләр араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа әһәмиәте ҙур.
12 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Ейәнсура районынан сыҡҡандарҙың осрашыуы була. Унда райондың “Үҫәргән” халыҡ театры танылған шағир һәм драматург Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” исемле комедияһын күрһәтәсәк. Был әҫәрҙе талантлы йәш режиссер Радмир Дәүләтбәков сәхнәләштергән.
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле спектакль былтыр Ейәнсура районының мәҙәниәт һарайында ҡуйылып, тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө.
Йәш булһа ла, үҙенең алдынғы ҡарашы, ижади фекерләүе менән айырылып тора режиссер Радмир Дәүләтбәков. Был уның сәхнәгә сығарған тәүге хеҙмәте түгел, тәжрибәһе һиҙелә. Сәхнәнең биҙәлеше лә ҙур мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, кәртә. Пьеса башланғанда ул ҡолап ята. Кем теләй, шул инә лә, сыға ла. Уйлап ҡараһаң, тотош илебеҙҙең дә бөгөнгө хәле шулай. Сит яҡтан килеп, беҙҙең өлөшкә кереүселәр әҙме?
Актерҙар хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Уларҙың сәхнәлә үҙен тотошона, уйнауына ҡарап, һис тә һәүәҫкәрҙәр тип әйтке килмәй. Шаштырыу ҙа, яһалмалыҡ та юҡ. Әйтерһең дә, автор образдарҙы нәҡ шул кешеләр уйнаһын өсөн төбәп тыуҙырған. Һәр кем үҙ урынында: Әүхәт ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов, Сара — Хәлиҙә Күлшәрипова, Тимерйән — Юлай Саматов, Зилә — Фәниә Дәминева, Барый — Юлай Арыҫланбаев, Стив — Илһам Хәсәнов. Ябай кешеләр образы аша һәр кем үҙҙәрендәге бөгөнгө тормошто күрер.
Йәнегеҙгә ял бирерҙәй тамашанан ситтә ҡалмағыҙ.