Иң шәп китаптарҙы белореттар яҙа10.12.2013
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана йыл һайын иң ҙур ихтыяж тыуҙырған баҫмаларҙы билдәләй. Һәр китапхана үҙ уҡыусыларының ниндәй әҫәрҙәр менән айырыуса ҡыҙыҡһыныуы тураһында мәғлүмәттәрҙе ебәргәс, халыҡ араһында киңерәк таралғаны асыҡлана.
4 декабрҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойошторолоуға 60 йыл тулыу айҡанлы үткән тантанала “Йылдың иң яҡшы китабы” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Проектта ҡатнашҡан йөҙҙән ашыу автор араһында Дамир Шәрәфетдиновтың “Йәшел байлыҡ”, Марат Муллаҡаевтың “Нәнәй”, Людмила Чупахинаның «Сказка об облачке» исемле китаптары иң популярҙары тип табылды. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы “Йыл асышы” махсус номинацияһы еңеүсеһе тип иғлан ителде. Әйткәндәй, Дамир менән Айгиз — икеһе лә Белорет районынан.
Китапханасылар был китаптарҙы уҡыусыларына тәҡдим итеп кенә ҡалмай, әҫәрҙәр тураһында видеороликтар ҙа эшләп ебәргән. Киләсәктә уларҙы реклама рәүешендә сығарырға ниәтләйҙәр. Ләкин әле еңгән китаптар кибеттәрҙә юҡ инде, уларҙың һатыуға сығарылған тиражы тиҙ үк таралып бөткән. Шулай итеп, республиканың китапханалар селтәре үткәреп торған “Йылдың иң яҡшы китабы” бәйгеһе “хәҙер китап уҡыусы юҡ ул” тигән моңһоҙҙарҙың баҡсаһына тос таш булып төшә, китап донъяһында әйҙәүсе маяҡ вазифаһын үтәй.