Моңдан яралғандыр Азамат!06.12.2013
Моңдан яралғандыр Азамат!Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров үҙенең ижади төркөмө менән Стәрлетамаҡҡа килгәйне. Ошо концертты ҡарағандан бирле бына нисә көн инде уның моңонан күңелем ҡанатланып, осоп йөрөгән кеүекмен.

Ҡайҙан килә икән уға шул тиклем моң?! Азамат үҙенең йырҙары менән һағынышлы йәшлек йылдарыма алып ҡайтты. Башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны, Рамаҙан Йәнбәков репертуарынан “Йәнбикә”не, Илфаҡ Смаковтың репертуарынан “Һары һағыш тимә...” йырҙарын тик Азаматса ғына башҡарып һушты алды. Хәйер, уның ниндәй генә йырын алһаң да, йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңо яҙғы иртәләй күңелгә нур бөркә. Бөгөн кеше нәҡ ошондай тамашаларға һыуһаған.
Ә ниндәй шәп төркөм туплаған ул! Юмор оҫтаһы Гөлзәмиә Ситдиҡова үҙе генә ни тора! Ә Венера Рәхмәтуллина һуң?! Рәфисә Әсәҙуллинаның Хоҙайҙан бирелгән моңо, Филүс Ҡалмырҙиндың көслө тауышы – һәр ҡайһыһының килмәгән ере юҡ! Йыр менән генә түгел, бар яҡлап та хайран итә улар. Нәсимә Тимерованың башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялығына, ғәййәрлегенә нисек һоҡланмаҫһың! Йырлап та, һөйләп тә, бейеп тә, көлөп тә арбай бит ул!
Нәсимә менән Азамат Тимеровтар Кәбир Аҡбашев һүҙҙәренә Стәрлетамаҡ филармонияһы артисы Рәмил Әүбәкеров яҙған “Байрамым минең” йырын йырлап бөткәс, сәскәләр гөлләмәһе тотоп, сәхнәгә Кәбир ағай үҙе күтәрелде. Аҡһаҡал ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе уларға.
Хәҙерге ваҡытта иң ауыры – тамашасыны уятыу. Ғәҙәттә концерттарға, спектаклдәргә мәктәп балаларын килтереп тултыралар. Ә бында, киреһенсә, олпат тамашасыны күреп: “Былар ҡайҙан килгән икән?” — тип ғәжәпләнеү ҡатыш ҡыуанып ҡуйҙым. Баҡтиһәң, Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылы егете, эшҡыуар Ҡасим Ишембаев бер автобус тулы кеше алып килгән икән. Шулай уҡ концертты ойошторорға ярҙам иткән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Йәғәфәр Әбдрәшитов, Психоневрология интернаты директоры Илһам Байгөбәков кеүек булдыҡлы етәкселәргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!
Ысынлап та, таланттарыбыҙ бар, шөкөр. Ысын мәғәнәһендә юғары профессиональ сәнғәт оҫталары. Ләкин һуңғы ваҡытта халыҡ һүнеп ҡалған һымаҡ. Ни өсөн ҡәрҙәштәребеҙ шулай вайымһыҙ икән?! Концерттарға, спектаклдәргә йөрөмәйенсә, үҙҙәрен ошо рухи байлыҡтан мәхрүм итәләр бит! Азаматтың бер йырын тыңлар өсөн генә лә әллә ҡайҙарға барырлыҡ та инде!
Бына кемдән өлгө алырға кәрәк башҡа артистарға! Юғиһә, һуңғы осорҙа халыҡтың рухын күтәрерҙәй концерттар юҡ кимәлендә. Сәхнә тултырып яҡтыртҡыстар эләләр ҙә фонограммаға һикерәнләп маҙаға тейәләр. Тәрән рух, моң менән һуғарылған матур концерттарҙы йышыраҡ килтерһендәр ине ҡалабыҙға. Артист менән тамашасы араһында Салауат күпере һалырҙай профессиональ сәнғәт оҫталарын ҡарарға халыҡ та ағылып йөрөһөн ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?


Вернуться назад