Милләт данын ҡитғаларға тарата06.12.2013
Милләт данын ҡитғаларға таратаТамашасыларҙың көслө алҡыштары, “Афарин!” тигән хуплау һүҙе — бына 70 йыл инде Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышының айырылғыһыҙ юлдашы. Башҡортостандың бай, үҙенсәлекле һәм күп яҡлы милли мәҙәниәте сәнғәттең төрлө өлкәһендә донъяға ҙур “йондоҙҙар”ҙы бүләк итте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге легендар ансамбль ошо “йондоҙҙар” сафында иң төп урындарҙың береһен биләй.

Ансамблдең һәр концерты — матур тамаша, дәртле бейеүҙәр, һоҡланғыс лирик картиналар гөлләмәһе ул. Техник ҡатмарлылығы буйынса хайран итерлек виртуоз эш, оҫталыҡ, аныҡ һәм бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән режиссура, сағыу кейемдәр, көслө оркестр — быларҙың барыһы ла ҡабатланмаҫ сығыштар нигеҙе.
Француз теленән тәржемә иткәндә “ансамбль” һүҙе “бергә” тигәнде аңлата. Ғәскәровсыларҙа был төшөнсә ҡуйыусылар менән артистарҙың бер нисә быуыны тупланған ҙур ижади ғаиләне генә түгел, төрлө илдәрҙәге милли бейеү мәҙәниәтенең аһәңле берҙәмлеген дә кәүҙәләндерә. Ансамблдең репертуарына донъя халыҡтарының бейеүҙәре инә. Талантлы хореограф, нескә рәссам Фәйзи Ғәскәров башҡорт бейеүенең асылын тойоп, уны төрлө милләт вәкилдәренә яҡын һәм аңлайышлы итеп һалған. Бөгөн сәхнәлә һигеҙенсе быуын артистары сығыш яһай. Йәштәр атай-олатайҙарының данлы йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, тулыландыра.
Фәйзи Ғәскәров исеме коллективҡа 1989 йылда бирелә. 1996 йылдың декабрендә ул “академия ансамбле” исеменә лайыҡ була. Бөгөн ижади коллективта — 80-гә яҡын кеше. Сит илдәрҙә, Рәсәй һәм Башҡортостан ҡалаларында уларҙың гастролен көтөп алалар. Репертуарҙа 170-тән ашыу бейеү иҫәпләнә.
Киләһе йыл коллектив 75 йыллығын билдәләй. Быйылғы миҙгел дә улар өсөн айырыуса уңышлы булды. 1-2 октябрҙә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы хеҙмәттәшлектең 15 йыллығына арналған сарала уңышлы сығыш яһанылар. Ойошманың концерт залында “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Ҡурай сәскәһе”, “Азамат” бейеүҙәре тамашасыларҙы сираттағы тапҡыр әсир итте. ЮНЕСКО-ның генераль директоры Ирина Бокова ғәскәровсыларға “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһы өсөн “Биш ҡитға” миҙалын һәм “Донъя илсеһе” дипломын тапшырҙы. Әлегә тиклем бындай наградаға Рәсәйҙәге бер генә коллектив — Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — лайыҡ булғайны. Париждан ҡайтыу менән тағы ла гастролдәр башланды — был юлы ансамбль Японияға юлланды.
Милләт данын ҡитғаларға таратаТынғыһыҙ коллективта эш бер ваҡытта ла туҡталмай. Тиҙҙән “Ғәскәровтың мираҫы — республика байлығы” программаһы донъя күрә. 21 декабрҙә — Ҡала мәҙәни-ял үҙәгендә, 27 декабрҙә Йәштәр һарайында тамашасыларҙы көтәбеҙ.
Киләсәккә ниәттәргә килгәндә, коллективтың художество етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, төп маҡсат — Ғәскәровтың хореография композицияһын тергеҙеү. Был эшкә ветерандар, элекке солистар һәм балетмейстерҙар йәлеп ителде. Улар йәштәргә мәшһүр оҫтаның ижади рухын, оҫталығын тапшырырға тейеш.
— Яңы программа 75 йыллыҡ юбилейға яҡшы бүләк булыр тип ышанабыҙ. Әлбиттә, Рәсәй һәм донъя халыҡтарының бейеүҙәре лә онотолмаясаҡ. 24 февралдә Мәскәүҙә Петр Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһарға йыйынабыҙ, — ти Филүс Ҡаҙаҡбаев. — Унда Риф Ғәбитов, Марат Кәримов, Рәйес Низаметдинов кеүек оҫталарҙы саҡырҙыҡ. Ишектәр барыһы өсөн дә асыҡ. ШОС һәм БРИКС саммиттарына иһә яңы композиция әҙерләйбеҙ.


Вернуться назад