“Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем, күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым!”06.12.2013
“Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем, күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым!”Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа — 75 йәш

Халҡыбыҙ хаҡына

Телебеҙҙә Хоҙай хаҡына тигән төшөнсә бар. Ул имандың, өмөттәрҙең, изгелектең бер сағылышы. Шунан сығып, ил-ҡәүемебеҙгә хеҙмәт итеүҙе, төп маҡсатты халҡыбыҙ хаҡына тип әйтеп була. Барлыҡ ижад донъяһы, мәҫәлән, шуға ҡеүәт. Айырым алғанда, әҙәбиәттең асылын тап шул билдәләй. Роман өсөн генә роман, шиғыр өсөн генә шиғыр яҙылмай бит. Быны бөйөктәребеҙҙең — Салауаттарҙың, Аҡмуллаларҙың, Бабичтарҙың, Мостайҙарҙың, Рәмиҙәрҙең тормошо ла, әҙәби яҙмышы ла раҫлай. Ошо юлда, ошо маҡсатта күсәгилешлек өҙөлмәй. Быны әле Рауил Бикбаевҡа ҡағылышлы әйтеүем. Тауҙарҙың бейеклеге алыҫтан күренә тиһәләр ҙә, тау үрҙәре яҡындан да шәйләнә ул. Күҙ күреп етмәһә, күңел күрә. Шул рәүештә шәхестәребеҙҙе үҙ ваҡытында, бергә йәшәгәндә тейешенсә баһалай белһәк, милләт һаман алға барыр, йотолмаҫ, юғалып ҡалмаҫ. Оло бурыс был беҙҙең өсөн. Бигерәк тә был заманда. Аңҡы-тиңке килгән ҡоролоштағы хакимлыҡта йәшәгәнебеҙҙе, етмәһә, глобалләштереүҙең алҡымдан алырға торғанын беләбеҙ бит.

Ошо шарттарҙа бер ҡасан да һатмаҫҡа, һатылмаҫҡа тейеш әҙәбиәткә шул бер үк бурысты юғары талаптар ҡуйып хәтерҙә тотоу хәйерле: халҡыбыҙ хаҡына! Бөгөн мин мин икән, мин кем икән тип йөрөгән, хатта китап кәштәләрен һығылдырған һәр берәүҙең дә ижады ошо талаптар юғарылығына яуап бирерлекме? Ярар быныһы... Һин, ижадсы, социаль йүнәлешлеме, лирикмы, фәлсәфәүи асылдамы, әллә барыһы ла бер бөтөнлөктәме, барыбер үҙ ҡәнәғәтлегең өсөн генә йәшәмәйһең бит.
Рауил Бикбаев шәхесенә, ижадына төбәлгәндә ошондай фекерҙәрҙең тыуыуы бик тә тәбиғи. Бар яҡлап та ҙурлыҡтар һүҙ һәм фекер офоҡтарын үҙенән-үҙе киңәйтеп ебәрә.
Шағир үрҙәрҙе лә, түрҙәрҙе лә күрҙе. Әммә үрҙән-үргә, түрҙән-түргә генә йөрөмәне. Әҙәбиәткә, фәнгә, Яҙыусылар союзы етәксеһе булараҡ йәмәғәт эшенә, һуңғы йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, комитет рәйесе вазифаһында дәүләтебеҙгә бик тә һөҙөмтәле хеҙмәт итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор дәрәжәләренә өлгәште. Ил ағаһы булып танылды.
Ул, әлбиттә, иң элек сая һәм үтә лә заманса рухлы, сәсән телле, тос һәм сос фекерле олуғ шағир. Шулай уҡ әҙәби ғилемдә, публицистикала, донъяның төрлө илдәренә сәфәрҙәргә бәйле юлъяҙмаларҙа, иманға инандырыр хәҙистәрҙә төплө, асышлы, үҙенсәлекле фекер әйәһе икәнен күрһәтеп, Рәсәй кимәлендә абруй ҡаҙанды. Ни тиклем киң ҡоласлылыҡ! Быларҙы уҡымышлылыҡ менән генә алдырып булмайҙыр. Даланлы ла, Хоҙай биргәненсә талантлы ла. Ул һәр саҡ буйһоноулы — хеҙмәткә буйһоноулы. Был — уның йәшәү рәүеше.
Шәйехзада Бабичты ҡайтанан ҡайтарған монографияһы, Рәми Ғариповҡа арналған романға торошло китабы, уларҙың әҫәрҙәрен ҡайта-ҡайта әҙерләп донъяға сығарыуҙар үҙҙәре генә лә илгә — хеҙмәт, илдән — хөрмәт тип әйттерерлек. Барыһын да барлап тормағанда ла, әҙәби-ижади портреттарҙан, мәҡәләләрҙән Рәшит Ниғмәтигә, Баязит Бикбайға, Рәсүл Ғамзатовҡа, Мостай Кәримгә, Сәғит Агишҡа, Зәйнәб Биишеваға, Сыңғыҙ Айтматовҡа, Әхиәр Хәкимгә, Рәшит Солтангәрәевкә, Рәшит Назаровҡа, бөгөнгө ҡәләмдәштәренә арналғандарын уҡып, үҙебеҙгә ғилми ҡараштарҙы, фәһемле һығымталарҙы һеңдереп, үҙенсә бер эстетик һабаҡ алабыҙ. Улай ғына ла түгел, бөгөнгө көндәрҙәге башҡорт интеллектының, беҙҙеңсә әйткәндә — фекерләүенең, рухиәтенең үҫеш кимәлен күрәбеҙ, тоябыҙ. Быны һәр әҙип булдыра ла алмай, ул, моғайын, һәр кемгә мотлаҡ та түгелдер. Ижадсылар тураһындағы, замандаштары хаҡындағы зауыҡ һәм зыялылыҡ менән яҙылған мәҡәләләр, күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәрҙе Рауил Бикбаев үҙенең бынамын тигән биш томлыҡ әҫәрҙәренең дүртенсеһенә туплаған.
Шағирҙың һәлмәк баҫмалар булып донъя күргән, әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеген, эске донъяһын асып һалған, ике китаптан торған көндәлектәре — беҙҙә үҙе бер һирәк осрар байлыҡ. Уларҙа үрҙә әйтелгән һәм әйтелмәгән дәүерҙәштәренә, илдәге болғансыҡ йылдарға бәйле мәғлүмәтле уй-фекерҙәр авторҙың үҙ яҙмышына үрелеп бара. Көндәлектәрҙә ғәҙәти тормош-көнкүреш тә, төрлө даирәләге хәл-әхүәлдәр ҙә, шағирлыҡ та, ғалимлыҡ та, фәйләсуфлыҡ та сағылыш тапҡан. Был китаптарҙы ҡайһы бер күренекле яҙыусыларыбыҙҙың мемуар жанрындағы әҫәрҙәре, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов көндәлектәре рәтенә ҡуйырлыҡ. Беҙ йәшәгән осорҙоң үҙе бер дәлиле булырлыҡ улар.
“Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем, күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым!”Башҡорт донъяһындағы ҙур таланттарҙың, күҙ терәп торған шәхестәрҙең береһе Рауил Бикбаевтың ғүмер асылын билдәләр артылыштары бына шундай. Әҙәбиәт өсөн, йәмғиәт өсөн төп иғтибар һәм ихтирам шуларға ҡайтып ҡала һәм ҡаласаҡ.
Ләкин бындай ҙа күрмәлекле, шөһрәтле ҡайһы ғына затты алып ҡарама, шәхси тормоштары һис тә һикәлтәһеҙ түгел. Донъя, мөхит барыбер үҙ яйына һала. Бай тәбиғәтле кешеләр аскет йәки робот була алмай. Боҫоп ҡына, хәйләләп кенә йәшәмәй. Рауил Бикбаевтың да, әйтәйек, Есенин һымаҡ уҡ булмаһа ла, алданған, ялғанды ысынға алған саҡтары ла булғылағандыр, ихтимал. Ғазаптар ҙа урап үтмәгәндер. Күк көмбәҙе — башҡорт тирмәһе булһа ла, ҡаяларға бөркөттәр ҡунһа ла, ул тирмә йәшенһеҙ-төтөнһөҙ ҙә түгел. Сәсәткән саҡтары ла була. Был һүҙҙәр әҙәби ҡупшылыҡ өсөн, метафора өсөн генә әйтелмәй. Донъяһы шундай.
Тар ҡарашлы әҙәмдәр иһә билдәле шәхестәргә, уларҙың шәхси тормошона ҡанығыусан, соҡсоноусан, шунан ләззәт таба. Ошо урында Рәсүл Ғамзатовтың иҫ киткес эскерһеҙлектә, бер үк мәлдә Шекспирса бөйөклөктә яҙған шиғри юлдары иҫкә төшә: "Үткән — үҙгәрткеһеҙ. Хөкөмсө лә, аяусы ла бары мин үҙем. О, үкһейһең ниңә, комедиям? Трагедиям, көлмә. Бир түҙем!" Шулай шул, тормош һәм ижад бер үк нәмәләр түгел. Шағир аҡыл һәм йөрәк көсөн, рухи фиҙакәрлеген шиғырҙарына һала, ә үҙе ҡәһәр һуҡмағыры көнкүрештә ҡала. Ситләтеберәк әйткәндә, антик мифологиялағы Афродита ла, Дионис йөҙөмдә-ре лә бөгөн килеп тә ир-егеттәрҙе әүрәткеләп ҡуйырға теләй икән, аптырайһы түгел. Йә, әйтегеҙ, кем фәрештә генә ошо донъяларҙа?! Әҙип тә, кеше булараҡ, бер үк мөхиттә бит. Әммә ул, ысын шағир, бикләнеп йәшәмәй. Тормошто, заманды утын-һыуын бергә-бергә кисеп һүрәтләй, үҙен дә, кешеләрҙе лә күтәрә бер рәттән. Битлектәр һәм битһеҙлектәр иһә талантһыҙҙарға ғына, Аҡмулланың, Рәмиҙең башына еткән көнсөлдәргә, үслеләргә генә килешә. Шундайҙар аҫтыртын төҫтә мыжғып торған сыбар мөхиттә халҡыбыҙ хаҡына йәшәүҙәр генә юғарылыҡтарҙа һаҡлап алып ҡала.
Быларҙы мин Рауил Бикбаев та, үҙенең эйәрҙәш килгән ҡәләмдәштәре кеүек үк, егерменсе быуаттың бөйөк шағиры Рәсүл Ғамзатовтың әлеге һүҙҙәрен үҙҙәренсә әйтә алыр ине, тигән уйҙан яҙам. Яҙам икән, ул, күнегеп, ҡалыплашып бөтөлгәнсә, дифирамб йырлауҙан ғына торорға тейеш түгелдер бит. Юғары тондағы фекерләүҙән ситкәрәк тайпылышлы һүҙҙәр ҙә әйтелә икән, ғәйеп түгелдер был. Булмаһын яралауҙар шағирҙарҙың йөрәген, улар — халыҡ хаҡына йәшәгән илаһи заттар. Ләкин ваҡ йәндәргә: "Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде бел!" — тип әйтеүҙән фәтүә аҙҙыр.
Башҡортостандың халыҡ шағиры. Был һүҙҙәрҙең һәр береһенең һиммәте, мәртәбәһе хаҡында Рауил Бикбаев ҡайта-ҡайта әйткеләй, яҙып та сыҡҡаны бар. Бер үк ваҡытта оло яуаплылыҡты ла иҫкәртә. Шуға тоғролоҡта ул осрашыуҙарҙа, тантаналарҙа ғәҙәттә тиерлек "Башҡортостан бында башлана" тигән шиғырын илһамланып ишеттерә. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ инде, Башҡортостан тигәс, Урал тауҙарын, Ағиҙелде, еребеҙ хазиналарын иҫкә төшөрәбеҙ, тарихты хәтерләйбеҙ. Былар бик шәп. Әммә Башҡортостан үҙе бына нисек өндәшә:
Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!
Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.
Йөҙөгөҙ аҡ булһын,
Минең кеүек,
Минең кеүек — Башҡортостан кеүек,
Был донъяға тура ҡарарлыҡ.
Шағир ижадының төп асылы зат-зәүерҙең күңел үрҙәрен, милли ғорурлығын, потенциаль көс-ҡеүәтен һаҡлауға, яҡлауға, киләсәккә илһамландырыуға арналған. Ярһыу кисерешле, тығыҙ туҡымалы, ә ҡайһы саҡта әрнеүле лә ижад — халыҡ хаҡына! Ирекһеҙҙән ҡәләмдәшен һиҫкәндерә лә шағир:
Йылдан-йыл, көндән-көн нығыраҡ
Ситләшә бараһың халҡыңдан.
Тамырыңды маһайыу киҫтеме,
Алҡыштар быуҙымы алҡымдан?
Булдымы бары тик төш кенә
Элекке ялҡындар?
Евгений Евтушенконың: "Шағир Рәсәйҙә шағир булыуҙан ҙурыраҡ", — тигән һүҙҙәре киң билдәле. Хәйер, шиғыр хәстәре менән генә сикләнеп ҡала алмау тураһындағы был фекер Пушкин асылынан уҡ килә. Некрасов, мәҫәлән, шағир булмауың да ихтимал, ә граждан булыу — бурысың, тигән. Беҙҙә, теләйһеңме, теләмәйһеңме, икеһе бер бөтөнгә әүерелә. Рауил Бикбаев та, остазы Мостай Кәрим кеүек үк, ошо юҫыҡта. Был миссия Дауыт Юлтыйҙар, Шәйехзада Бабичтар дәүеренән үк килә. Ил һәм халыҡ тормошонда ҡайнап йәшәү был. Шунан да киләлер заманса үткерлек һәм ҡырҡыулыҡ, уйҙар ололоғо, бигерәк тә актуаллек, нервылары кейеренке пафос. Ҙур диңгеҙҙә шағир елкән генә булып ҡала алмай.
Рауил Бикбаев әллә күпме күләмле лә, ыҡсым да поэмаларын әҙәбиәтебеҙгә уның кимәлен билдәләр хазиналар итеп өҫтәне. Тағы килеп, бығаса күрелмәгәнсә төҫтә, быуаттар тауышын ишеттерерлек итеп шиғриәт антологияларына юл асты. Улар байҡау-барлау һәм баһалауҙарға ҡоролған ҙур-ҙур ғилми хеҙмәттәре менән сыҡты.
Бая әйткән Евтушенко бөгөн Америкаларҙа йәшәй. Йәшәһен, уның ихтыяры. Хәҙер бер кемде лә бер кем ҡымтыҡлап, ҡыҫырыҡлап, тотҡарлап тормай. Күрәһең, Пушкиндың, яҙған бит миңә ошо Рәсәйҙә тыуырға, тип үкенеп ҡуйыуҙарын иҫенә төшөргәндер. Ә Рауил Бикбаевтың сит ҡиблаларға олағыуын күҙ алдына түгел, уйға ла килтереү мөмкинме?! Башҡорт әлмисаҡтан бирле үҙ ерем тип йән атып йәшәй.
Донъя бигерәк сәйер,
Мин дә бына
Әйләнермен бер саҡ туҙанға.
Әллә ниңә оҙаҡ ҡарап торҙом
Елдәр туҙан йотоп уҙғанға.
Елдәр!
Һеҙгә минең үтенес бар,
Тыңламайса уны үтмәгеҙ:
Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә
Уралымдан алып китмәгеҙ.
Тамырҙары йырлы ҡаяларҙан айырылғыһыҙ Урал имәненең. Шағирҙан "Каруанһарай"ҙы, "Күк әрем"де яҙҙыртҡан тыуған тупраҡ бит был. Ҡыуаныстары, өмөттәре, ғазаптары ла, ғөмүмән, бар булмышы ошо ерҙән. Булмышы тигәндән, "Саҡ-Суҡ" тигән шиғыры иҫкә төшә:
...Табынғаным ҡай саҡ шикле була,
Инанғаным була икеле.
Уҙғандарҙан һуғылып киләсәккә,
Өҙгөләнәм Саҡ-Суҡ шикелле.
...Саҡ-Суҡ! Саҡ-Суҡ! Һаман
зарығалар,
Был зарҙың юҡ һаны, иҫәбе.
Саҡ-Суҡ! Саҡ-Суҡ! Әллә һеҙме икән
Бер йәнемдең ике киҫәге.
“Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем, күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым!”Әй, донъя!.. Бәхет һәм бәхетһеҙлек, һөйөнөс һәм көйөнөс, мөхәббәт һәм нәфрәт, фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ — кеше яҙмышындағы Саҡ менән Суҡ түгелме ни былар?! Нимә ул моң тип һораһалар, Саҡ менән Суҡты тыңлағыҙ, аңларһығыҙ, тиер инем, бәлки. Рауил Бикбаевтың шиғриәте ер, тыуған төйәк, тормош, заман ауаздары, хәстәрҙәре менән сорнаулы пафос ҡына түгел, ошо моң менән дә мөлдөрәмә тулы. Шиғырҙарында тәбиғәт тә, мөхәббәт тә йәшәй, әммә бөгөнгөбөҙгә, киләсәгебеҙгә төбәүле, ил һәм тел яҙмышына бәйле янып-көйөүҙәр иң тәрән моң булып, заң булып күңелдәрҙә йәшнәй. Юҡ, төшөнкөлөккә көйләмәй улар, һиҫкәндереү аша уяулыҡҡа өндәй. Милләттә, мәңгелектә һаман-һаман яңғырармы ҡәҙерле "Бер һүҙ"?
Нисәмә ҡат аҫылһа ла, атылһа ла,
Һатылмаған һис бер көскә.
Яу ҡупҡанда, сафтар буйлап,
юлбашсылай
Остан-осҡа
Был һүҙ осҡан —
Башҡортостан!
Яңғырар! Көллө ғәләм ошондай шиғриәтебеҙ аһәңендә йәшәһә, яңғырар! Салауатты ла бит, атаһынан былай, сәсән рухландырған. Тыштан ҡарағанда мыштым һәм битараф күренһә лә, донъя көтөү менән генә мәж килә тип тойолһа ла, халыҡты уйһыҙ-моңһоҙ тип беләһегеҙме ни?! Милләт шәжәрәһен, үҙ мәктәбен, мәктәптә үҙ телен үҙ ихтыярында йәшәтер дәүләтселекте онотор сиктә түгел халҡыбыҙ.
Беҙҙә, Рауил Бикбаевтан тыш, уға тиклем һәм унан һуң да, парламент эшмәкәрлегендә булыусы әҙиптәр Совет осоронан уҡ күренгеләне. Мәҫәлән, Мостай Кәрим Мәскәүҙә дәрәжәле, ҙур һәм яуаплы бурыстарҙы күп атҡарҙы. Үҙебеҙҙең Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ла был эстафета аҙмы-күпме дауам итә. Ләкин шул эшмәкәрлеккә туранан-тура бәйле итеп, "Граждандарҙы ҡабул итеүҙәрем — тамуҡ ғазаптарын үтеүҙәрем" тип берәй әҫәр яҙғандарын хәтерләмәйем. "Граждандарҙы ҡабул итеү көнө" тигән поэмаһында әсенеп китеп ошо юлдарҙы аҡ ҡағыҙға уттай итеп яҙған Рауил Бикбаев илһөйәрлек хисе менән ошондай һығымта яһай:
Өмөт менән иман ҡанат бирһен,
Аҙ булманы батып ҡалҡҡаныбыҙ.
Һыҙланһаҡ та, эш тип ең һыҙғандыҡ,
Хаҡ эшебеҙ — беҙгә ҡалҡаныбыҙ,
Башҡортостан — аҫыл ватаныбыҙ.
Бында остазы академик Ғайса Хөсәйеновтың: "Шағир ғәзиз милләте һәм Башҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белә", — тигән фекере күңелдә тулы уртаҡлыҡ таба. Быға миҫал итеп ғалимыбыҙ шағирҙың "Халҡыма хат", "Баҙар балтаһы", "Система", "Барокамера" һәм, әлбиттә, "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" тигән поэмаларын әйтеп үтә. "Хазина" ла шул юҫыҡта. Ҡабатлап, раҫлап тағы бер әйтәм: былар барыһы ла халҡыбыҙ хаҡына эске бер энергетика менән атҡарылған ижади ҡаһарманлыҡ. Беҙҙең шарттарҙа шағирҙың ҙурлығын тап ошо билдәләйҙер ҙә, моғайын. Халыҡ хәтерендә:
Батырмын тип кем әйтмәй? —
Яу килгәндә йүне юҡ;
Сәсәнмен тип кем әйтмәй? —
Дау килгәндә өнө юҡ, —
тигән һүҙҙәр быуаттар буйы тиктәҫтән генә һаҡланмай шул. Ә еребеҙ, телебеҙ, рухиәтебеҙ, иң мөһиме, азатлығыбыҙ өсөн барған дау, йәғни йәшәү яугирлеге туҡталһа, отолдоҡ, йотолдоҡ тигән һүҙ. Әлбиттә, тормош даусыллығын мәҙәни үҙаллылыҡҡа, сәхнәләрҙә, экранда, эфирҙа уны гөрләтеүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Төп талап — Федерациялағы бер тиңлелек, дәүләтселек! Быны беҙҙең шиғриәтебеҙ ҙә сәйәсәт сафсатаһынан айырмалы рәүештә, үҙ юҫығында ҡеүәтләй. Гражданлыҡ лирикаһы тиҙәр быны. Ә бит халыҡ ҡобайырҙарының асылын һәм баһаһын да тап шул ил ғәме билдәләй. Әле ошо уйҙарҙың ҡуҙғыуына Рауил Бикбаев шиғриәте сәбәпсе.
Буйы-һыны мыҡты, йөрәге сая, зиһене зирәк, телмәре тәьҫирле, таланты егәрле — шулай һүрәтләр инем шағирҙы. Бындай уҙаман, имәнгә оҡшап, ниндәй генә ел-дауылды ла ситкә ҡаҡлыҡтырыр һымаҡ. Ләкин тормошмо, әллә яҙмышмы көслөнө лә, көсһөҙҙө лә аралап тормай. Ул — нәфселе. Байлыҡ йә шөһрәт артынан ҡыуҙыртып ҡына ҡалмай, ҡайһы саҡ ҡорбан да һорай. Тетрәндереп, көтмәҫ ерҙән һеңгәҙәтә һуғып та ҡуя. Рауил Бикбаев та аяныстар, хәсрәттәр әсеһен кисерҙе. Ғәзиз улы Айҙарҙы юғалтты. Ауыр булһа ла, яҙҙым быны шуға: шағир портреты уның тормошонан, шатлыҡтары-ҡайғыларынан, хатта хаталарынан айырылғыһыҙ. Бер ыңғай шул ҡаты һынау көндәрендә яҙылған шиғырымды килтереп үтәм. Рауил Бикбаевҡа, тинем, улың иҫтәлегенә, тинем:
Өлкән дуҫым, бауырҙашым минең!
Ҡырылып ятмағайы ҡырҡ эшең,
Яҙмыш яҙғаны һәм яҙмағаны
Һеңгәҙәтә һуға, ҡырҡышып.
Бәғереңде әммә был тиклем дә
Тумырыр тип тормош балтаһы,
Кем уйлаған... Ҡояш ҡара янды
Ерләгәндә улын атаһы.
Үҙ-үҙен дә табып өлгөрмәйсә
Гүргә ятҡан саҡта йәш йөрәк,
Аяуһыҙлыҡ менән фанилыҡтан
Сараһыҙ беҙ ҡалдыҡ йән иңрәп.
Хаҡ Тәғәлә!
Халыҡ хәстәрҙәрен
Шаңдаулауы илгә шағирҙың
Аҙмы һиңә?!
Быуылһын тип йыры,
Иблистәрме әллә "шаярҙы"?!
Фәрештәләр өнһөҙ... Ғәфләт баҫа...
Иман ҡаса... Булып язаһы,
Килмәҫ тимә тотош милләтеңә
Ата улды ерләү ғазабы.
Өлкән дуҫым, бауырҙашым минең!
Гүр һалҡыны килде иртәрәк.
Ни тип әйтергә лә мин тәҡәтһеҙ,
Һаҡла ғәйрәт, илгә һин кәрәк!
Бында тел төбөндә шағирға ғына өндәшеү түгел, әлбиттә. Илдә ғәфләт баҫа, иман ҡаса... Тәүбә, тәүбә! Ә Рауил Бикбаев, имән ергә береккәндәй, халҡына таянды — юғарылыҡтарҙа ҡалды.
“Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем, күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым!”Халыҡсанлыҡ, тормошсанлыҡ, оҫталыҡ. Былар — әҙәби ҡиммәттәрҙе баһалауҙа төп критерийҙар. Рауил Бикбаев әҫәрҙәре — ошо талаптар иркендә. Новаторлыҡ иһә — ҡылансыҡланып форма менән мауығыуҙа түгел, ә йөкмәткелә. Был ижадҡа шиғриәттең тажы булыр лирика туплаған донъя кимәлендәге тәжрибәнең төп сифаттары хас: монументаллек ("Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" — ул Твардовскийҙың "Алыҫтарҙан-алыҫтарға" тигән әҫәре менән йәнәшә торорлоҡ); трагизм ("Сал бөркөт хикәйәте"); гуманизм ("...Йүкәләрҙән һығылып бал тама, йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда нисек ҡулың барыр балтаға?!"); оптимизм ("Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ!"); мөхәббәт моңо (мөхәббәткә зарығып көн күргәнсе, мөхәббәттән сәсәп ҡолау шағир өсөн мең тапҡыр артығыраҡ!); ерлеклелек, миллилек ("...Күк көмбәҙе — башҡорт тирмәһе"; "Эш бүлмәм — Башҡортостаным, өҫтәлем — Урал ташы"); фекер ҡеүәте (кинәйәле образлылыҡ, пародоксаль йәки афористик юлдар, фәлсәфәүи тапҡырлыҡтар әҫәрҙәрҙән айырып та алғыһыҙ, әйтеп, һанап та бөткөһөҙ). Ә инде бихисап ассоциациялар — зирәк зиһен, мәргән аҡыл ынйылары ул.
Хоҙай һиңә ҙур талант та бирҙе, ти. Ләкин ҡайҙа һәм нимәлә һуң уның көс-ҡеүәте? Был турала мең тапҡырҙар әйтелһә лә, доғаны ҡабатлауҙан иман иҫкермәй тип, тағы бер иҫкә төшөрәм — тыуған тупраҡта! Тыуған тупрағынан айырылһа, миҫалға, Мостай Кәрим дә беҙ белгән Мостай Кәрим булмаҫ ине, ихтимал. Ҙурҙан ҡупҡас инде, тағы бер сағыштырыу килтерәйем. Нобель премияһы лауреаты Иосиф Бродский, мәҫәлән, тыуған тупрағынан айырылып, уның һутынан, ҡотонан ваз кисеп яҙғанғамы, ни өсөн халыҡ күңеленә үтеп инмәне? Сөнки ул аморф телдә, эклектикаға бирелеп, дөйөм эстетик һәм этик принциптарҙан сығып ҡына яҙған. Шиғырҙарында халҡы ла, уның ғазап-шатлығы ла, ерлек тә юҡ. Был рәүешсә, әлбиттә, Пушкин, Есенин мәртәбәһенә өлгәшеү икеле. Күрәһегеҙ, телдә, һәләттә, аҡылда ғына түгел хикмәт. Халыҡсанлыҡ, ерлеклелек, миллилек — иң элек бына ниҙәр ҡиммәт. Шунда көс-ҡеүәт. Антейҙың көсө ниҙә икәнен ул үҙ яҙмышы менән белгән.
Был сағыштырыуҙарға, был миҫалдарға һис тә аптырарға ярамай. Улар юҡҡа ғына килтерелмәне. Мостай Кәрим дә, Назар Нәжми ҙә, Рәми Ғарипов та, һәм, әлбиттә, Рауил Бикбаев та тыуған тупрағыбыҙ, үҙ халҡыбыҙ менән көслө, ҡеүәтле. Уларҙың ижады — башҡорт шиғриәтенең мәртәбәһен донъя алдында раҫларлыҡ. Һүҙемдең аҙағында Рауил Бикбаевтың ниңәлер ошо юлдарын килтереп үткем килде:
Уралдай тау тағы ҡайҙа?
Ары торһон Гималайҙар
Тимәйем мин.
Тик даламдың убаһына
Баш эйгәндәй,
Иң атаҡлы ерҙәргә лә
Был башымды
Эймәйем мин.
Бына шундай ул беҙҙең шағирыбыҙ. Халҡыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ өсөн йән атып йәшәй арҙаҡлы шәхесебеҙ. Арҙаҡлынан олораҡ һүҙҙе лә әйтергә була. Әйтелер. Ваҡыты килер. Шул онотолмаҫ осраҡты ул яңынан-яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршылар.


Вернуться назад