Өфөлә Рудольф Нуриевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Сара мәшһүр бейеүсенең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған I Бөтә Рәсәй хореография училищелары һәм мәктәптәре фестиваленә арналды.
Барельефлы таҡтаташ Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы бинаһына ҡуйылды. Уны Өфө скульпторы Рөстәм Хәсәнов эшләгән. Элегерәк Свердлов урамындағы был йортта 2-се урта мәктәп урынлашҡайны. Буласаҡ гений тап ошонда уҡыған. Бер нисә йыл элек Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла Рудольф Нуриевҡа таҡтаташ ҡуйылғайны.