Һаҡмарбаш фажиғәһе05.01.2012
Иҙрис Ноғоманов — башҡорт әҙәбиәтенә, бай тормош тәжрибәһе туплап, баштан уҡ өлгөрөп еткән яҙыусы булып килеп ингән ижадсыларҙың береһе. Күптән түгел китап һөйөүселәр әҙиптең “Һаҡмарбаш” тигән әҫәре менән “Ағиҙел” журналы аша танышты.
“Һаҡмарбаш” тарихи романы әҙәбиәт һөйөүсене битараф ҡалдырмағандыр. Бер тынала уҡыла, һәр кемде хис-тойғоларға бирелергә мәжбүр итә. Унда башҡорт халҡының аяныслы ла, ҡыуаныслы ла рухи тормошо уңышлы дөйөмләштерелә. Геройҙарҙың күңел хәрәкәте тормошсан һүрәтләнә, конфликт бик көслө бирелгән. Образдарҙың киҫкен бәрелешендә, уларҙың үҫеш динамикаһында асыҡ сағыла. Авторҙың, һәр ваҡыттағыса, ыҡсым композицияға, тормошсан сюжет ҡоролошона ынтылышы асыҡ күренә.
Унда бәйән ителгән хәл-ваҡиғалар Башҡорт иленең иң күркәм йылғаларының береһе һаналған Һаҡмар буйында (башында) урынлашҡан Һаҡмарбаш ауылында бара. Салауат яуы дөрләгән саҡта ошо болғауыр дәүерҙең ялҡынлы шауҡымы Түңгәүер ырыуы, Һаҡмарбаш ауылы халҡының йәшәйеш-көнитмеше һәм көрәше аша һүрәтләнә. Яҙыусы бәләкәй генә ауыл аша бөтөн Башҡорт иленең, башҡорт халҡының шул осорҙағы еңелдән булмаған яҙмышын күҙ алдына килтереп баҫтыра.
Романда бынан ике быуаттан ашыу элек, йәғни 1774 йылдан ҡон һәм ҡан көҫәгән карателдәр тарафынан яндырылып юҡ ителгән, һуңынан икенсе урынға күсерелгән Әхмәт исемле ауыл, уның ҡуш йөрәкле кешеләре тураһында һүҙ бара. Автор, атамаһын үҙгәртһә лә, ваҡытында тирә-йүнгә шаулап торған ауылдың фажиғәле тарихы, аяныслы яҙмышы хаҡында бәләкәйҙән ишеткән-белгәндәрен генә бәйән итергә тырыша.
Һаҡмарбаш һәләкәте Һөйәнтүҙ фажиғәһенән һис тә кәм түгел. Айырма шунда ғына: Түңгәүер ырыуы старшинаһы Биксәнтәй бей, язалаусыларҙың мәкерле уй-маҡсатын мәлендә һиҙеп ҡалып ауылдаштарын — Һаҡмарбаш ауылы халҡын — тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотҡарып өлгөрә. Өйҙәр генә яндырыла...
Йыйып әйткәндә, әҙәбиәтебеҙ үҫеш кисергән әлеге мәлдә “Һаҡмарбаш” романын матур күренеш тип атарға мөмкин.
Н. ИСЛАМОВ.


Вернуться назад