Һутлы тел, утлы фекер04.12.2013
Һутлы тел, утлы фекерЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» исемле сираттағы китабын баҫып сығарҙы. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе ишетеү менән гәзитебеҙҙең дуҫын шылтыратып ҡотланыҡ һәм бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Рәсүл, китабыңды уҡып өлгөрмәнек, шуға үҙеңдән һорашабыҙ инде – нимә тураһында?
– Үпкә юҡ, сөнки төп тираж һатыуға сыға ғына. Ә йөкмәткеһенә килгәндә, радиожурналистикаға ҙур урын бирелә. Минеңсә, һәр һөнәр эйәһе профессияһының үҫешенә үҙенең ниндәй ҙә булһа өлөшөн индерергә тейеш. Эш хаҡы, дәүләт дәрәжәләре алыр өсөн генә шөғөлләнмәһен, ә уны хәленсә камиллаштырһын. Профессиональ журналистикаға 17 йәшемдә район гәзите хәбәрсеһе сифатында килдем һәм бөгөн ниндәйҙер һығымталар яһап, хатта йәшерәк быуынға кәңәштәр биреү юғарылығына мендем, тигән уйҙамын. Улар һәр бүлектә тиерлек бар. Тапшырыу эшләү серҙәре лә, тел-стиль үҙенсәлектәре лә, тарихи сәхифәләр ҙә, бүтәне лә.
– Китабыңды нисек атарға тип оҙаҡ баш ватманың инде, тимәк?
– Ярты минут та уйламаным, сөнки ул күп йылдар элек әҙер ине. Ҡасандыр бер ошо хаҡта китап сығарырға насип булһа, тышлығына шулай тип яҙылыр, тип күңелемә теркәп ҡуйғайным. Сөнки радиоға ҡолаҡ һала йөрөгәндәрҙең яҡшы белеүенсә, һуңғы егермеләп йылда төп, ҙур тапшырыуҙарымды гел ошо һүҙҙәр менән тамамлайым. Тора-бара улар үҙенә күрә бер брэндҡа, тауар маркаһына әйләнде. Кешеләргә лә оҡшаны шикелле, һәр хәлдә исемем янына ошо һүҙбәйләнеште лә ҡуйып һөйләй башланылар. Был хушлашыуҙы, йәшермәйем, уйлап сығарҙым. Сөнки электрон мәғлүмәт сараларының матбуғаттан айырмаһы – хәбәрсенең һаулыҡ һораша, һаубуллаша алыуы ла бит. Ни эшләргә? Ярҙамға Бөрйәнем килде – унда «имен-аман» тип йыш әйтәләр. Ләкин был ғына әҙ, өсөнсө һүҙе лә хәжәт ине. «… булығыҙ!» йәбешеп етмәгәндәй тойолдо, артыҡ ғәҙәти ҙә яңғырай тип уйланым. Шуға күрә синонимын алдым – «… тороғоҙ!» тинем. Был һүҙҙәр хәҙер инде икенсе баҫҡысҡа күтәрелде: электрон почтам шулай атала, компьютерым, кеҫә телефоным, асылғанда, шулай сәләмләй. Йыр тиһәм, шаштырып ебәрерменме икән… Ҡыҫҡаһы, үҙенән-үҙе бер көй килеп сыҡҡас, тексын да яҙырға тура килде һәм уны “Имен-аман торайыҡ!” тип атаным.
Һутлы тел, утлы фекер– Ысынлап та, телмәргә инеп китте шул, хатта башҡалар ҙа файҙаланып ҡуйғылай…
– Быға мин тыныс мөнәсәбәттәмен, сөнки кешенеке кешегә йәбешмәй.
– Тел мәсьәләһенә бик етди ҡарағаныңды беләбеҙ…
– Ысынлап шулай. Телде беҙ, уның менән ныҡ яҡындан эш итеүселәр, дөрөҫ, тулы, таҙа килеш һаҡламаһаҡ, уның менән киләсәктә нимә булыр?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡлап хилафлыҡ күп шул әле. Һаман да, мәҫәлән, өндәр менән түгел, хәрефтәр ярҙамында һөйләшәбеҙ, хәрефтәр менән йырлайбыҙ, тура тәржемәләйбеҙ һәм башҡалар – китабымда яҙылғандың бөтәһен дә һөйләп тормайым инде. Шул уҡ ваҡытта был яҡлап хәл ныҡ хөрт тә түгел, алға китеште күрә йөрөйбөҙ, ләкин йөҙ процентлыҡ камиллыҡҡа өлгәшеү иртәрәк әле.
– Китабыңды уҡыу әсбабы тип әйтергә буламы?
– Өлөшләтә – мөмкин, сөнки, әйтә биреүемсә, радиожурналистика тигән ҙур, йәнемә ғәзиз донъяның ҡапҡаһын ярайһы киң асам. Был яҡлап ҡарағанда, студенттар өсөн дә файҙалы булыр, моғайын. Ярай, бөтәһен дә һөйләп бөтмәйек, ҡалғанын китап уҡыусының үҙенә ҡалдырайыҡ.


Вернуться назад