Салауат ӘБҮЗӘР “Хыялдарҙың сиге булмай икән...”22.11.2011
Салауат ӘБҮЗӘР “Хыялдарҙың сиге булмай икән...”Ике йыл самаһы элек, “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләп йөрөгән саҡта, крәҫтиән балаһы булыуымды иҫтәренә төшөрөпмө, миңә “Һәнәк” һабын тоттороп ҡуйҙылар. Аллаға шөкөр, сатира һәм юмор “баҫыуында” ла һынатманыҡ, шикелле, байтаҡ ҡына көлкө кәбәндәрен ҡойҙоҡ.
Донъя — ҡуласа, тиҙәр. Мин йәнә “Башҡортостан”да шул уҡ эште башҡарам.
Бөгөн һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар, шиғри күстәнәсемдән ауыҙ иттермәксе булдым.

Алмағас

“Беҙ — аҡтамыр”, — тибеҙ. Ә уйлаһаң,
Сүп үләне бит ул — аҡтамыр.
Ғүмерендә баҡса күрмәгән тик
Сүп үләне менән маҡтаныр.

Беҙ — сүп түгел! Сүптәй беҙ күп түгел.
Быны инде кем һуң аңламаҫ.
Башҡортостан тигән баҡсабыҙҙа
Беҙ бит емеш биргән алмағас.

Был ағастан балдар тамып тора
Һәм емеше тора һутланып.
Көнсөллөктән янып баға берәү,
Баға берәү уға һоҡланып.

Шул алманың тәмен татыр өсөн,
Яттар килгән төрлө яҡтарҙан.
Ҡорттар булып төшкән, дуңғыҙ булып,
Тамырҙарын уның аҡтарған.

Олононда күпме йәрәхәт бар,
Һындырылған күпме ботаҡтар!
(Йөрәгемә ҡара ҡандар һауа,
Иҫкә килеп төшһә ул саҡтар).

Әле лә бар балта сарлаусылар,
Нимә көҫәй улар — беләбеҙ!
Ҡаныбыҙҙа ләкин ҡунаҡсыллыҡ —
Бер алманы бишкә бүләбеҙ.

И, башҡорттоң ихлас йомартлығы!
Бына әле тыуған яҡтамын.
Ҡарап торам ауыл баҡсаһында
Алмағастар сәскә атҡанын.

Башҡорт диуары

Пирамидаларға таң ҡалабыҙ,
Һоҡланабыҙ Ҡытай диуарына...
Аҡылдарға һыймаҫ мөғжизәләр
Күктән төшә микән Ер шарына?!

Йә кешенең аҡылымы шулай
Ҡалыптарға һыймай, сиктәргә,
Хайран итеп барса ҡәүемдәрҙе,
Күтәрелә микән күктәргә?!

...Һәм халҡымдың бөйөк рухы йәшәй,
Ниндәй көс бар шунан юғары!?
Мәңгелеккә ҡалҡан булып тора
Башҡорт рухы — башҡорт диуары!

Ярыҡ ялғаш

Күңелең — күл. Ә йөрәгең —
Күлдәге алтын балыҡ.
Әкиәттәге ҡарт шикелле
Ҡарайым йылым һалып.

И, был хыялый йөрәгем
Нимәгә өмөт итә?!
Эләгеп сыҡһа ла балыҡ,
Өйөмдә ҡарсыҡ көтә...

Усаҡ

Күк йөҙөндә баҙлап янған йондоҙ
Атылды ла ҡунды йөрәгемә.
Һүндермәксе булып шул осҡондо
Тормошомдоң еле өрә генә.

Ел көсәнгән һайын ҡуҙ көсәйә, —
Аңламай ул утҡа йән өргәнен.
Ялҡын-ҡанаттарҙы ҡаға-ҡаға,
Усаҡ булып бер саҡ мин дөрләнем.

Елдән генә һүнер шәм түгел мин,
Өрөр-өрөр ҙә ул, арып, туҡтар.
Ел таратҡан минең осҡондарҙан
Ҡабынасаҡ әле күпме уттар.

* * *

Ябай ғына булып ҡалды донъя,
Тормоштоң да юҡ бер йомағы.
Күк тигәнем — мәғәнәһеҙ бушлыҡ,
Ҡояш — бары бер ут йомғағы.

Баш осонда йөҙгән болоттар ҙа
Ерҙән күтәрелгән быу ғына.
Шишмә йырлай, тиеп алданғанмын, —
Ағып ята, имеш, һыу ғына.

Төҫө ҡасҡан шөкәтһеҙ был ерҙә
Мин үҙем дә, ахры, ҡырағаймын.
...Ә бит бары тик бер генә мәлгә
Мин шиғырһыҙ йәшәп ҡарағайным.

Хыял

Хыялыма ирешермен кеүек,
Етһәм әгәр анау офоҡҡаса.
Ҡанатланып сығып киткән булдым,
Ләкин барған һайын офоҡ ҡаса.

Барып етәм, тиеп, өмөтләнеп,
Ғүмер буйы бәндә һуңлай икән.
Һәр саҡ артҡа сиккән офоҡ кеүек,
Хыялдарҙың сиге булмай икән.


Вернуться назад