Ижадҡа төрлө юлдар менән киләләр. Кемдер бала саҡтан уҡ ҡәләм тибрәтһә, бәғзеләре тормош ауырлыҡтары алдында бирешмәй, йәшәүҙән йәм-тәм табыр өсөн ижадҡа сумырға мәжбүр.
Мәҫәлән, Айҙар Мусин өсөн шиғыр яҙыу тормош мәғәнәһенә әйләнгән. Бөгөн ул ижад емештәре менән йәшәй тиһәк тә, хата булмаҫ, сөнки тап улар уның күңелен йылыта, өмөт усағын дөрләтә. Йәшләй тома һуҡыр ҡалып та йәшәү йәмен юғалтмаған, тормошто яратҡан Айҙар Нуриәхмәт улы уйланыуҙарын, йөрәк кисерештәрен шиғри юлдарға теҙә. Үҙе яҙа алмағанлыҡтан, уларҙы аҡ ҡағыҙға ҡыҙы күсерә. Яйлап әҫәрҙәре ҡалын бер дәфтәргә әйләнә бара. Кемгәлер күрһәткеһе, кемдәндер кәңәш, ярҙам һүҙе ишеткеһе килгән ваҡытта Айҙар Мусиндың юлында Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әминә Яхина осрай.
– Тәүҙә Айҙарҙың шиғырҙары йөрәккә үтеп инде, – ти Әминә Миңлеғол ҡыҙы. – Ундағы фәлсәфә, тормош хаҡындағы уйланыуҙар бигерәк тә тетрәндерҙе. Ҡаланың һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Г. Бикбаева менән кәңәшләшкәс, авторҙың китабын баҫтырыу теләге тыуҙы.
Донъя изге кешеләрһеҙ түгел тигәндәй, баҫманың донъяға сығыуына булышлыҡ итеүсе кешеләр тиҙ табыла. Улар – ҡала Советы депутаты А. Нәбиева һәм “Урал халыҡ кассаһы” вәкиле Н. Карманов.
Айҙар Мусиндың “Офоҡтарҙа өмөт усағы” тигән китабының исем туйы Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү модель-китапханаһында эшләп килгән “Әҙәби тирмә” клубында (китапхана мөдире – Рәйсә Ҡунаева) ойошторолдо. Шиғриәт кисәһендә шағирә Фирүзә Алсынбаева, авторҙың ижадына ентекле байҡау яһап: “Айҙар Мусиндың шиғырҙарында тәрән һыҙланыу бар. Уйһыҙ шиғриәт ул ижад түгел. Шиғырҙарының уҡымлы, йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле булыуы күңелдәргә үтеп инә, уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмай”, – тине.
Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм ҡалған Айҙар Мусин өсөн ижад итеү үҙе батырлыҡҡа тиң. Был хаҡта кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әйтеп үтте. Шулай ҙа сараның иң тулҡынландырғыс мәле Сибай педагогия колледжы студенттарының авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләүе булғандыр. Айҙар Мусиндың киләсәккә өмөт менән һуғарылған шиғырҙарын залда ултырыусылар күҙ йәштәре аша тыңланы.
Тормош һынауҙарына һынмай, тома һуҡыр көйө, яҡты донъяға һоҡланып, уға маңлай күҙе түгел, ә күңел күҙе аша бағырға өйрәнгән, яҡындарына бәлә һалмай, барыһын үҙе эшләргә тырышҡан, оло йөрәкле, сәмле һәм дәртле Айҙар Мусинға артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын! Киләсәктә тағы ла яңы китаптарығыҙ донъя күрһен, ижадығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен!